ҠАРПЫШ
Эре-эре итеп турау (итте). □ Нарезать на большие куски (варёное мясо). Ит ҡарпау. Һурпаға ит ҡарпау.
ҠАРПАУ II (Р.: крупно нарезанный кусок мяса; И.: large meat morsels; T.: etin büyük bir parçası) и. диал.
Эре итеп туралған ит киҫәге. □ Крупно нарезанный кусок мяса. Ашҡа ҡарпау һалыу. Ҡарпау ашау. Ҡарпаулы һурпа.
ҠАРПАУ III и. этн. кул. диал. ҡар. бишбармаҡ I, 1. ■ Бишбармаҡтың исеме төрлөсә атала. Мәҫәлән, Мейәс һәм Ҡыҙыл йылғаларын һыулаған башҡорттарҙа ул — ҡуллама, ҡулдама, республиканың көньяҡ райондарында — ҡарпау. С. Сабирйәнова.
ҠАРП ИТЕҮ (ҡарп ит-) ҡ. ҡар. ҡарпайыу 3. ■ [Полковниктың һуҙҙәренә] Мараттың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды, «һуң бит, атайымдың һөйләуенә ҡарағанда, киреһенсә, һеҙ уҙегеҙ уны улемдән ҡотҡарғанһығыҙ!» — тип ирекһеҙҙән кире боролдо. Ә. Хәкимов. Ҡайһылыр береһенең: «Эй, Хоҙайым, бер гонаһһыҙ башҡайыма ниңә был тиклем яфалар һалдың инде?!» — тип иңрәгәнен ишеттем. Минең ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Д. Юлтый.
ҠАРП-ҠОРП (Р: подражание звуку ходьбы в большой обуви или удару по высохшей шкуре; И.: sound imitative word; T.: şlap) оҡш.
Ҙур аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда, ҡаты ҡыптыр тирегә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдерә. □ Подражание звуку ходьбы в большой обуви или удару по высохшей шкуре и т. п. Ҡарп-ҡорп атлау, һуғыуҙан ҡарп-ҡорп килеу. Калушты ҡарп-ҡорп һөйрәу. М Киленем, ҡатаһын ҡарп-ҡорп һөйрәп, туҙған сәсен төҙәтә-төҙәтә, ихатанан сығып барған Сафураны ҡыуып етеп, әрләшергә кереште. «Ағиҙел», № 3, 2012.
ҠАРПЫҠ с. диал. ҡар. ҡарпыш. Ҡарпык ҡолаҡ. Ҡарпык булыу.
ҠАРПЫ ҠОЛАҠ (ҡолағы) и. диал. ҡар. ҡарпыш ҡолаҡ. Ҡарпы ҡолаҡ, кил әле бында. Ҡарпы ҡолаҡ булыу.
ҠАРПЫЛДАҠ (ҡарпы л д ағы) и. бот. диал. ҡар. айыутабан. Һары ҡарпылдаҡ. Ҡарпылдак — ағыулы улән.
ҠАРПЫМ с. диал. ҡар. ҡарпыш. Ҡарпым ҡолаҡлы егет.
ҠАРПЫТҠЫС (Р: жерлица; И.: kind of fishing tackle; T.: olta takımı) и. балҡ.
Эре балыҡты ваҡ балыҡҡа тота торған ҡармаҡ. □ Жерлица. Ҡарпытҡыс эшләу. Ҡарпытҡысҡа суртан тотоу. Ҡарпытҡыс ҡуйыу. Ҡарпытҡыс әҙерләу. Ҡарпытҡысҡа балыҡ ҡуйыу.
ҠАРПЫУ I (ҡарпы-) (Р: плескаться (о рыбе)', И.: splash about; T.: balığın yemi zıplayıp alması) ҡ.
1. Һикереп һыу өҫтөнә сығыу; һикереп һыу өҫтөндәге емде алыу (балыҡҡа ҡарата).
□ Плескаться, хватить (о рыбе). Я Иҙел уртаһында шап итеп эре балыҡ ҡарпый.
3. Ураҡсин. Яҙ боҙҙар китеп бөтөп, йылға ярынан тулышып ағып ятҡан мәлдәрен ҡарап тороғоҙ: әле тегендә, әле бында суртан ҡарпып ебәргәнде ишетерһегеҙ. Р. Сол-тангәрәев. һирәк-һаяҡ берәй ҡош ҡына аралаш ҡысҡырып ҡуя, йә һеләуһен сөскөргәне ишетелеп ҡала, йә кул өҫтөндә балыҡ ҡарпый. Ә. Хәкимов.
2. кусм. һәр мөмкин нәмәне ҡомһоҙланып тиҙ генә эләктереү; үҙләштереү.
□ Присвоить, украсть. Аҡса ҡарпыу. Әйбер ҡарпыу. Я Ниндәй генә төшөм булмаһын, уны ҡарпып, .. ҡупайырға яратыусылар [бар]. Т. Хәйбуллин. Һыуҙан Зәрҡум сығып, Һомайҙы ҡарпый. Һомай юғалғас, ҡояш тотола, ерҙе ҡараңғылыҡ баҫа, илау-һыҡтау, сыр-сыу башлана. Т. Ғарипова.
ҠАРПЫУ II (Р: чуткий; И.: sensitive; Т.: duygun) с.
Һиҙгер (ҡолаҡҡа ҡарата). □ Бдительный, чуткий (об ушах). Я Ҡашҡар уҙенең ҡарпыу ҡолаҡтары менән ниндәйҙер шомло аяҡ тауыштарын эләктерҙе һәм ошаҡлы рәуештә өрә башланы. Ғ. Хәйри.
ҠАРПЫШ (Р: оттопыренный; И.: protruding; T.: kepçe kulak) с.
295