ҠАРМАУЫС
төп айырмаһы — спортсылар бер-береһен биленән ҡармап алып көрәшәләр. Интернет селтәренән.
3. кусм. Ҡулға төшөрөү, эләктереү. □ Захватить. // Захват. ■ Атлылар уларҙы ике флангынан уратып алдарына төшмәксе булды. Ләкин ҡармарға дошман бронепоезыныц пулемёттары ирек бирмәй. Ф. Иҫәнғолов.
ҠАРМАУЫС (Р.: щупальцы; И.: tentacle; T.: dokunaçlar) и.
Бөжәк кеүек төрлө йән эйәләренең оҙон үҫенде рәүешендәге һиҙеү, тотоу ағзаһы; һәрмәүес. □ Щупальцы. ■ [Үрмәксе һымаҡ-тарҙың] һиҙеу төктәре ҡармауыс аяҡтарҙа бик куп. Интернет селтәренән.
ҠАРМЫШ I (Р.: тын из брёвен; И.: paling made of logs; T.: kazıklı duvar) и.
Ҡәлғәне уратып, бер-береһенә төкәтеп ултыртылған осло бағаналарҙан торған ҡойма; ҡамау. □ Тын из брёвен. ■ Ҡаланың уратаһы баштарын ослап ултыртылған имән бурәнә — ҡармыш менән бейек итеп ҡоймаланған. Ғ. Ибраһимов.
ҠАРМЫШ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: a Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Кармыш (название одного из родовых подразделений башкир-юрматинцев). Ҡармыш аймағы кешеһе.
ҠАРНАУ и. тех. диал. ҡар. ҡарлау 1. Ҡарнау менән ҡырыу.
ҠАРОРЛОҠ (ҡарорлоғо) (Р: семена сорной травы; И.: seeds of a weed; T: yabani otların tohumu) и. диал.
1. Ҡый үләненең орлоғо; ҡырлыҡ. □ Семена сорной травы. Ҡар аҫтында ҡышлаған ҡарорлоҡ. Ҡарорлоҡтар ҡышҡы һыуыҡҡа ла бирешмәй.
2. Һуған орлоғо. □ Семена лука. Ҡарорлоҡ сәсеу. Ҡарорлоҡ көҙгә ҡарай өлгөрә.
ҠАРПАЙЫУ (ҡарпай-, карпая) (Р: топорщиться; И.: bristle; T: diken diken olmak) ҡ.
1. Артҡа ятмай, ҡалҡып, тырпайып тороу. □ Топорщиться, подниматься вверх, стоять торчком. Ҡарпайған ҡолаҡ. Ҡарпайған сәс. Я [Инә болан] ата боланды еҫкәне, сикәһен ялай бирҙе лә муйынын уның йөндәре ҡарпайып, уркәсләнеп торған мундаһына һалды. Н. Мусин. Урамдан гөп-гөп баҫып бер взвод һалдат уҙып китте. Килбәтһеҙерәк ашлауҙарына, шинелдәренең ҡарпайып тороуына ҡарағанда, армияға куптән тугел генә алынған булырҙар. Ә. Хәкимов. Еҙнәһенең ауыҙы ҡыуаныстан киң йырылып, ҡарпайыбыраҡ торған ҡолаҡтарына хәтле барып етә. 3. Биишева.
2. Тауышҡа һағайып, үрә тороу (йәнлек-хайуандың ҡолағына ҡарата). □ Навострить уши. Эттең ҡолағы ҡарпайҙы. ■ Хажғәле уларҙы курмәһә лә, атының ҡолаҡтары ҡарпайыуынан алда кеше барлығын белде булһа кәрәк. Я. Хамматов.
3. кусм. Нимәгәлер иғтибар итеп, һағайыу (кешегә ҡарата). □ Новострить уши, насторожиться. ■ [Ырыҫҡол:] һин, Абуталип, электән һаҡ булдың инде, ике ҡолағың ҡарпайып ҡына торҙо. Нәҫелегеҙ шулай ине бит. 3. Ураҡсин. «Ниндәй ғилем эше бар?» — Мифтахетдиндың ҡолағы ҡарпайҙы. Я. Хамматов. Ҡолаҡтар ҡарпайған, куҙҙәр таҫрайған, ауыҙҙар асылған! Ағайҙың ауыҙынан сыҡҡанды йотоп ҡына ултырабыҙ. X. Ирғәлин.
4. кусм. Әҫәрләнеү, тоҡаныу. □ Возбуждаться. Ҡарпайып киткән дәрт. Йыр-моңдан ҡарпайыу.
ҠАРПАЛЫУ (ҡарпал-) ҡ. төш. ҡар. ҡартау. страд, от ҡарпау. Ҡатын кеше иренә ҡарпалған ит киҫәктәрен һуҙҙы.
ҠАРПАН с. диал. ҡар. ҡарпыш 1. Ҡарпан ҡолаҡ. ■ Мырҙабайҙың ҡарпан ҡолағы хаталана тиме ни? Н. Мусин.
ҠАРПАНҒОЛАҠ ЯРҒАНАТ и. зоол. ҡар. ҡаранғолаҡ. Ҡарпанғолак ярғанаттар Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
ҠАРПАУ I (ҡарпа-) (Р.: нарезать на большие куски; И.: slice in large pieces; T: eti büyük kısımlara kesmek) ҡ. диал.
294