ҠАРМАУ
нуть удочку. Ҡыҙҙың яҡшыһын ҡармаҡлау. Егет ҡармаҡлау.
ҠАРМАҠ САЛҒЫ (Р.: коса с продвинутым к ручке концом; И.: kind of scythe; T.: bir çeşit tırpan) и. диал.
Осо саманан артыҡ эскә ҡарай һапланған салғы; бәкес салғы. □ Коса с продвинутым к ручке концом. Ҡармаҡ салғы менән сабыу. Ҡармаҡ салғы һаплау. Ҡармаҡ салғыны ҡайрау.
ҠАРМАҠСЫ (Р.: удильщик; И.: angler; T.: oltacı) и.
Ҡармаҡ менән балыҡ тотоусы. □ Удильщик. Ҡомарлы ҡармаҡсы. Яҡшы ҡармаҡсы. Ҡармаҡсы булыу. Ҡармаҡсы малайы.
ҠАРМАҠСЫЛАУ (ҡармаҡсыла-) ҡ. ҡар. ҡармаҡлау 1. Ҡармаҡсылап ҡайтыу. Балыҡ ҡармаҡсылау. Ҡармаҡсылау ваҡыты.
ҠАРМАҠ ҺАБЫ (Р: удилище; И.: fishing rod; T.: kamış olta) и. балҡ.
Ҡармаҡтың еп беркетә торған оҙон нәҙек таяғы. □ Удилище. Оҙон ҡармаҡ һабы. Я Суртанға эре балыҡты кутәрерлек, ныҡлы, ҡеүәтле ҡармаҡ һабын һайлайҙар. «Йәшлек», 6 июнь 2009.
ҠАРМАҠ ҺУЙЫЛЫ и. балҡ. ҡар. ҡармаҡ һабы. Ҡыҫҡа ҡармаҡ һуйылы. Оҙон ҡармаҡ һуйылы.
ҠАРМАҠ ЭНӘҺЕ (Р: крючок для вязания; И.: hook for knitting; T.: çengel) и. диал.
Бәйләм бәйләү өсөн ҡулланылған башы киртекле энә; ырғаҡ. □ Крючок для вязания. Ҡармаҡ энәһе менән селтәрҙәр сигеү. Я Хужабикә ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән: һабантуйҙар өсөн сигелгән таҫтамал һәм ҡулъяулыҡтар тиһеңме, ҡабатланмаҫ биҙәкле мендәр тыштары, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр төшкән селтәрле япмалар, ҡоҙа-ҡоҙасалар өсөн әҙерләнгән ҡармаҡ энәһе менән ҡайылған төрлө алъяпҡыстар — уның тилбер һәм эшсән ҡулдарының емештәре. «Башҡортостан», 18 ғинуар 2011.
ҠАРМАЛАНЫУ (ҡармалан ) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡармалау, возвр. от ҡармалау. Ҡараңғыла ҡармаланыу. Я Йоҡоһонда хыял
ланған бер мәжнүндәй, ҡармаланып урам-ара гиҙәр инде. Бәйеттән.
ҠАРМАЛАТЫУ (ҡармалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡармалау, понуд. от ҡармалау. Бурҙарҙан кеҫәләреңде ҡармалата күрмә.
ҠАРМАЛАУ (ҡармала-) (Р: щупать; И.: grope (for); touch; T.: yoklamak) ҡ.
һәрмәп эләктерергә, тоторға тырышыу; һәрмәнеү. □ Щупать, ощупывать кого, что. // Ощупывание. Я Иҫ йыйғас, арлы-бирле йөрөгөләп, тирә-яҡты ҡармалап, һис сер белмәй алъяғас, Шүлгән аптырап ултырған. «Урал батыр». • Ҡараңғының күҙе юҡ, ҡармалаһаң — үҙе юҡ. Әйтем.
ҠАРМАНАЙ [рус. карманный} и. диал. ҡар. ҡулъяулыҡ. Ҡарманай сигеү. Ҡарманай тегеү. Ҡарманай йөрөтөү. Ҙур ҡарманай.
ҠАРМАНЫУ (ҡарман-) (Р: искать ощупью; И.: seek gropingly; T.: yoklamak) ҡ.
Эҙләнеп, тирә-яҡты һәрмәү, ҡапшау. □ Шарить, искать ощупью. Я [Әхмәҙиә] ахырҙа ҡул-аяҡ юҫығына һәрмәнеп тә ҡарманып, бәрәстәр тора торған яҡҡа китте. Р. Солтангәрәев. Ҡомдивтың артына ҡаушырылған ҡулдарының бармаҡтары ҡарманып ниҙер эҙләгәндәй тарбанлатырға тотондо. X. Ирғәлин.
ҠАРМАУ (ҡарма-) (Р: щупать; И.: feel (for), touch; T.: yoklamak) ҡ.
1. Ҡул менән тотҡолау, ҡапшау. □ Щупать, ощупывать; искать ощупью. // Щупанье. Ҡармап алыу. Ҡармап ҡарау. Я [Батырҙар] ҡалъяндарынан әҙернәләрен, һаҙаҡтарынан уҡтарын ҡармап алып, был ҡош яуын ҡайтарырға әҙерләнеп тә бөтмәйҙәр, төлкө-ҡуян яҫҡыған бөркөт ише, быларға ҡош яуы ябырыла ла башлай. «Алдар менән Зөһрә».
2. Аймап, матҡып эләктереү. □ Хватать, захватывать, обхватить. // Захват, обхват. Я Был юлы Алдар [Торсонбайҙы] уңайлыраҡ ҡармап алды һәм шундуҡ тағын ергә дөңкөлдәтә бәрҙе. Н. Мусин. Индрил минең ике ҡулымды ла ҡармап тотоп алып, ҡаты итеп ҡыҫып һелкте. Д. Юлтый. Билбау көрәшенең көрәштең башҡа төрҙәренән
293