Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 292


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРЛЫҠТЫРЫУ
ҠАРЛЫҠТЫРЫУ (ҡарлыҡтыр ) (Р.: вызывать хрипение; И.: cause wheezing; T.: hırıldatmak) ҡ.
Ғыжылдауыҡҡа өйләндереү (тауышты). □ Вызывать хрипение, хрип, сипение. ■ [Фатима:] Ултырышта минең эштәремдәге ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе туҡмап, тамағын ҡарлыҡтырған, һыуһаған Мәфтиҙе бер ни тиклем ваҡыт сәйһеҙ ултыртырға тура килә. Ғ. Хәйри. Береһен дә айырмайынса, һәр бер спортсы өсөн янып-көйөп, устарҙы ауырттырып, тамаҡты ҡарлыҡтырып ҡайтылды ярыштан. «Йәшлек», 6 июнь 2009.
ҠАРЛЫ-ЯМҒЫРЛЫ (Р: с дождями и снегом; И.: sleety; T.: karlı ve yağmurlu) с.
Ҡар ҡатыш ямғырлы. □ С дождями и снегом. ■ Яҙ ҡарлы-ямғырлы булып, сәсеу һуңлаһа, йәй артыҡ эҫе килеп, тамсы һыу төшмәгән төбәктәр булды. «Башҡортостан», 13 август 2009.
ҠАРМАҠ (ҡармағы) (Р: удочка; крючок; И.: fishing rod, angling gear; fishhook; T.: olta) и. балҡ.
Бер осо ырғаҡ һымаҡ итеп эшләнгән, ем ҡуйып балыҡ тота торған ҡорал. □ Удочка; крючок рыболовный. М Иртәгә ук кәм тигәндә дурт ҡармаҡ менән эшкә тотонорға тура киләсәк. М. Кәрим. Ишмырҙа балыҡты ҡармаҡтан ысҡындырҙы ла яр башына бәрҙе. Н. Мусин. Боғаҙаҡҡай кулгә ҡармаҡ һалдым, ҡармағыма сабаҡ ҡапманы. Халыҡ йырынан. • Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр. Әйтем. Һаранға — һармаҡ, балыҡҡа — ҡармаҡ. Әйтем. Ҡоро ҡармаҡҡа балыҡ ҡапмай. Әйтем. Бәхет балыҡ тугел — ҡармаҡ менән тотоп булмай. Әйтем.
♦ Ҡармаҡҡа алдырыу тәнҡитләү.
□ Критиковать. // Критика. Яңы хикәйәне тәнҡитселәр ҡармаҡҡа алдырҙылар. Ҡармаҡҡа ҡабыу хәйләгә, мәкергә алданыу. □ Попасться на удочку. ■ Тимерхан бөтөнләй ҡапты ҡармаҡҡа — өйләнде! Беләһеңдер әле, көн дә уға хат килә. Ш. Янбаев. Ҡармаҡҡа эләгеү ҡар. ҡармаҡҡа ҡабыу. И Фәхриев ҡалайыраҡ эләкте ҡар
маҡҡа, айғолағынан эләктерелеп ярға алып ырғытылғанлығын һиҙмәй ҙә ҡалды. Д. Бүләков. Ҡәбир башын тубән эйә биреп тора бирҙе, уның бындай ҡармаҡҡа эләгергә уйы юҡ ине. Н. Мусин. Ҡармаҡ ташлау хәйлә, мәкер менән кемделер ҡулға алырға, эйәләштерергә тырышыу. □ Закинуть удочку. ■ [Ҡыҙрасов:] Саяфтың да куҙе осло, ҡатыны вафат булды, ошоға [Тәлимәгә] ҡармаҡ ташлап булашмай микән ул шаҙра бәрей? Т. Ғарипова. Ҡармаҡ һалыу ҡар. ҡармаҡ ташлау. Я Тормоштоң бутән елкәләрендәге кеуек, был тәңгәлдә лә, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡһалып, табыш көткәнгә оҡшаш ҡыҫыр йылдар көтә ине халыҡты. Ә. Хәкимов. Сата ҡармаҡ йәбешеү диал. ебәрмәҫкә, үҙеңдеке итергә тырышыу, сат йәбешеү. □ Не отпускать, вцепиться. ■ [Сәлимә:] Ул Далай-лама Ҡугебайға сата ҡармаҡ йәбеште. Миндә бер булмә бар, торорһоғоҙ, ти. А. Карнай.
ҠАРМАҠ ЕБЕ (Р.: леса; И.: fishing line; T.: misina) и. балҡ.
Бер яғын ҡармаҡ һабына, икенсе яғын ырғаҡҡа эләктерә торған оҙон ныҡлы еп. □ Леса, леска. ■ Заманса балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтарым булһа ла, иң уңайлыһы һәм куңелгә ятҡаны — тал сыбығына уралған ҡармаҡ ебе, ҙур булмаған ҡармаҡ, батырғыс ҡурғаш һәм сағыу ҡалҡыуыс. «То-ратау», 9 июль 2012. Һыуҙан миңә табан бер йылан йөҙөп килә. Ҡурҡышымдан ырғып тороп, ҡармаҡ ебе менән ҡороҡлай һалып ярға ырғыттым. Р. Аҙнағолов.
ҠАРМАҠЛАУ (ҡармаҡла-) (Р: удить;
И.: angle; T.: olta ile balık tutmak) ҡ.
1. Ҡармаҡ менән тотоу. □ Удить. // Ужение. ■ Йәйгелектә балыҡ ҡармаҡлаған, төнгөлөктә ат көткән малайҙарҙың кубеһе, ун дурт-ун биш йәшкә етеп, әлепте таяҡ тип белмәй. Ә. Хәкимов. Рәмил ҡустым менән балыҡ ҡармаҡларға китергә генә йыйынып йөрөй инек, Нурия апайым саҡырып алды. Н. Мусин.
2. кусм. һөйл. Ҡулға төшөрөргә теләү; эйә булырға, эләктерергә тырышыу. □ Заки-
292