ҠАРЛЫҠҠАНСЫ
осадках). ■ Ҡапыл йылҡылар ҙа, ҡолондар ҙа онотолдо, ҡарлы-боҙло ямғыр ҙа туҡтағандай булып китте, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Шул ваҡытта Тәңренән фарман булды, ҡөҙрәт менән куктә ҡара болот ҡупты, ел сыҡты, ҡарлы-боҙло ямғыр яуҙы, шул ҡәҙәр ҡаты ғәрәсәт ҡубыр имде. «Йософ ҡиссаһы». Електәренә тиклем өшөтөп ҡалтыратҡан ҡарлы-боҙло һыуыҡ көндәр, аслыҡ-яланғаслыҡ дурт туғанынан яҙҙыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды [Роза]. «Осҡон», 30 октябрь 2012.
ҠАРЛЫ-БУРАНЛЫ (Р.: со снегом и метелями; И.: snowstormy; T.: karlı ve tipili) c.
Ҡары һәм бураны булған. □ Со снегом и метелями. Ҡарлы-буранлы көн. ■ Көҙ утеп, аслыҡ-ҡытлыҡтан миктәгән илде артабан ҡаҡшатасаҡ ҡарлы-буранлы һыуыҡ ҡыш та килеп етте. Ә. Хәкимов. Бала саҡта ҡыш уҙенең ҡарлы-буранлы көндәре, һыуыҡтары менән генә тугел, ә ҡышҡы каникул, куңелле уйындар, тау шыуыу, саңғыла йөрөу менән дә иҫтә ҡала. «Йәшлек», 15 ғинуар 2011.
ҠАРЛЫҒАН (Р.: крушина; И.: buckthorn; T.: cehri) и. бот. диал.
1. Ҡарағатҡа оҡшаған ҡара емеш биргән ҡыуаҡ; эт муйылы. □ Крушина (лат. Frangula). Ҡарлыған йыйыу. ■ Алыҫтарҙан ҡарайып, ай, куренгән ҡарлығанмы тиһәм, тал икән. Йырҙан. Ҡарлыған ҡарлуғасҡа ем бирәлер, ҡарындашы ҡарындашҡа дим бирәлер. «Буҙйегет ҡиссаһы».
2. диал. ҡар. ҡарағат. Ҡарлыған ҡайнатмаһы. Ҡарлыған япрағы. Ҡарлыған йыйыу.
ҠАРЛЫҒЫУ (ҡарлыҡ-) (Р: хрипеть; И.: wheeze; T.: hırıldamak) ҡ.
1. Ғыжылдауыҡҡа әйләнеү (тауышҡа ҡа -рата). □ Хрипеть, сипеть; стать хриплым, сиплым. // Хрипение, хрип, хрипота; сипение, сипота. Ҡарлығып бөтөу. И Нәфисә оҙаҡ ҡысҡырыуҙан ҡарлыҡты. Тауышы сыйылдап ҡына сыға башланы. Я. Хамматов. Тамағы төбөнә төйөр тығылыуҙан Ха-шимдың тауышы ҡарлығып сыҡты. Т. Ға-рипова. Әтәс урамға сыҡты ла, ситән башы
на ла менеп тормай, «ҡо-ғо-ғу-у-у-ҡ» тип ҡарлығып ҡысҡырып ебәрҙе. 3. Биишева. [Хәмиҙә инәй] төптө телһеҙ букәндәй ултырып ҡалыуҙы килештермәй, ҡатынға артынан: «Иҫән-Һау ғына йөрө, балам», — тип әйтеп ҡалырға иткәйне, тамағы ҡарлығып, өнө сыҡманы. «Урал», 20 октябрь 2010.
2. Үтә күп булыуҙан тамаҡҡа тығылыу, тамаҡтан үтмәй төйөлөү (аҙыҡҡа ҡарата). □ Застревать в горле (о пище). Ҡабаланып ашауҙан ҡарлығыу. Балыҡ ҡылсығына ҡарлығыу.
ҠАРЛЫҠҠАН (Р: хриплый; И.: raucous; T.: hırıltılı) с.
Ғыжылдауыҡҡа әйләнгән. □ Хриплый, охриплый, охрипший; сиплый, осиплый. В Гараж эсенән Торна Карамдың ҡарлыҡҡан тауыш менән йырлағаны ишетелде. Ә. Хәкимов. Мохаяновтың йөҙө шат, ул, Йосоп яғына эйелә биреп, ҡарлыҡҡан тауыш менән ниҙер һөйләй. Н. Мусин. Балам-бәпесем, ҡолағанһың, тамаҡҡайың ҡарлыҡҡан, әллә бик ныҡ илағанһың. Бәйеттән.
ҠАРЛЫҠҠАНСЫ (Р: до хрипоты; И.: till one becomes hoarse; T: sesi kısılana kadar) р.
1. Тауыш ишетелмәҫ булғансы, ғыжылдағансы. □ До хрипоты, охрипши. ■ Ярһыған Ниғмәтулла, төйөлгән йоҙроғон башы осонда һелкә-һелкә, ҡарлыҡҡансы аҡырҙы. Я. Хамматов. Актив тамаҡтары ҡарлыҡҡансы бәхәсләшә, халыҡтың яғаһынан алған аслыҡтан, юҡлыҡтан ҡотолоу юлын эҙләй. Ә. Хәкимов. Булат ҡустым менән бер тауыштан: «Әсә-ә-ә-әй, ҡайт! Атай һуғыштан ҡайтҡа-а-а-а-ан!» — тип һөрәнләнек тауыштар ҡарлыҡҡансы. «Урал», 5 май 2012.
2. Тамаҡҡаүтмәйтөйөлгәнсе,тығылғансы (аҙыҡҡа ҡарата). □ Застрявши (о пище). Ҡарлыҡҡансы ашау. М Олатайҙар шунда бил бөксәйткән, тирен туккән кукрәк емереп, байҙы туйындырған ҡарлыҡҡансы, тик уҙҙәре асҡа тилмергән. Б. Бикбай.
291