Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 290


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРЛУҒАС
для очистки лемеха плуга. ■ Саҡ ҡына ҡул араһына кереуе менән, ҡулына кәрәк тә, ҡарлау ҙа алды [Ғәли]. Р. Шәкүр. Ана теге тыҡрыҡтан бер бәйләм һабан ҡарлауҙары кутәргән Басир килеп сыҡты. Ф. Иҫәнғолов. Сәләхетдин, урынынан тороп, һабан төрәненә ҡаҫмаҡ-ҡаҫмаҡ һылашҡан дымлы тупраҡты ҡарлау менән ҡырырға кереште. Ә. Хәкимов.
2. диал. Мүкте тыға торған бәләкәй яҫы ялпаҡ башлы, һаплы тимер ҡорамал; мүк ҡалағы. □ Конопатка. Ҡарлау менән эш итеу. Ҡарлау менән мук тығыу. Яңы ҡарлау.
3. диал. ҡар. мәләү. Осло ҡарлау. Ҡарлау менән ҡаҙыу. Ҡарлау менән кишер соҡоу.
ҠАРЛУҒАС (Р.: стриж; И.: common swift; T.: ebabil) и. зоол.
1. Ҡыйғас ҡара ҡанатлы, аса ҡойроҡло, бик етеҙ оса торған ҡош; ҡара ҡарлуғас. □ Стриж (лат. Apus apus). Ҡарлуғас ояһы. ■ Баш осомда ғына ҡарлуғастар ҡыйпылып утә. М. Кәрим. Ҡарлуғасҡайҡара, муйыны ала, һауаларға осһа, юғала. Халыҡ йырынан. Һары ла ғына була һандуғас, ҡара муйыны аҡ була ҡарлуғас. Һин һандуғас булһаң, мин ҡарлуғас, һайрашырбыҙ икәу ҙә, яҙ булғас. Халыҡ йырынан. Ҡарлуғас иртә килһә, көндәр тиҙ матурланыр, һынамыш. Яр ҡарлуғастары тубән осһа, ямғырға тарта, һынамыш. • Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға булырһың. Мәҡәл. Осҡанда ҡарлуғас уҙыр, һайрағанда һандуғас уҙыр. Мәҡәл. Ҡарлуғас балаларын осорға айыу өйрәтмәй. Әйтем.
2. кусм. Хәбәр, хат. □ Весточка. ■ Ҡайһылай ғына булмаһын, Һөйәрбикәгә Ша-һисолтандың хаты һуңғы ҡарлуғас булды. Р. Өмөтбаев.
3. эйл. ф. ҡарлуғасым. Ҡатын-ҡыҙға яратып әйтелә. □ Ласточка моя (о женщине, девушке). ■ Ҡара ҡашым, ҡарлуғасым, ҡапҡанан ҡарап утә. Халыҡ йырынан. Ҡыҙ балаға, ҡатын-ҡыҙға яратып, иркәләп, «аҡҡошом, ҡарлуғасым, былбылым», ир балаға, ҡыйыу, көслө кешегә, «ыласыным, бөр
көтөм, арыҫланым», тип өндәшәләр. С. Бәҙретдинов.
4. этн. Изге, тотем ҡош. □ Тотемная птица. ■ Ҡарлуғас ояһын туҙҙырһаң, берәй яҡының улә. һынамыш.
♦ Ҡарлуғас ҡанаты кеүек (ҡанатылай, ҡанатын д ай) ҡыйылып торған ҡара ҡашҡа әйтелә. □ Брови дугой. ' ■ [Зилбәрҙең] ҡара ҡаштары ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйылып тора, ҙур һорғолт куҙҙәре осҡорлоҡ, ҡыйыулыҡ аңҡыта. 3. Ураҡсин.
ҠАРЛУҒАС ЙЫУАҺЫ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Ҡарлуғас йыуаһы йыйыу. Ҡарлуғас йыуаһынан таж уреу.
ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ (Р: чистяк; И.: lesser celandine; T: basur otu) и. бот.
Йыуан ҡыҫҡа һабаҡлы, итләс, йөрәк япраҡлы, һары сәскәле, тамыры бүлбеле, дымлы ерҙә үҫә торған ағыулы үҫемлек. □ Чистяк (лат. Ranunculus ficaria). Ҡарлуғас уләне ҡалҡҡан. Ҡарлуғас уләне ҡарҙар иреп бөткән осорҙа сәскә ата. Ҡарлуғас уләне ағыулы була.
ҠАРЛЫ (Р: снежный; И.: snowy; T: karlı) с.
Ҡары булған, ҡарға батҡан, ҡар менән ҡапланған, ҡар ҡатыш. □ Снежный, заснеженный, покрытый снегом; в снегу, со снегом. Ҡарлы юл. Ҡарлы ҡыш. Ҡарлы ямғыр. ■ [Мәҙинәнең] өҫтөнә кейгән тунының итәктәренән, сабыуынан ектәп, ҡарлы ел тәненә һыуыҡ тынын бөркә. Т Ғарипова. Тиҫтәләгән эт мисәп егелгән саналар ҡояштың һурән нурында алһыуланып ятҡан ҡарлы ялан буйынса елдерә. Н. Мусин. Ҡалын ҡарлы һөҙәк аҡланда туҡтап ҡалған ҡунаҡтарҙың шау-шыулы кәңәшмәһе артыҡ оҙаҡҡа китте. Б. Рафиҡов. Көҙ көнө өй тубәһенә яуған ҡарлы ямғыр һыуҙары, ергә төшөргә өлгөрә алмайса, һөңгөләнеп ҡатып ҡалғандар. С. Ҡудаш. • Ярлы кеше зарлы булыр, өй тубәһе ҡарлы булыр. Әйтем.
ҠАРЛЫ-БОҘЛО (Р: со снегом и льдом; И.: with snow and ice; sleety; T.: karlı ve buzlu) с.
Ҡар ҡатыш боҙ булған (яуым-төшөмгә ҡарата). □ Со снегом и льдом (об
290