ҠАРЛАУ
ҠАРҠ БУЛЫУ (ҡарҡ бул-) ҡ. ҡар. ғарҡ булыу. Иткә ҡарҡ булдыҡ. Ҡарҡ булғансы ашау. Ҡарҡ булғансы һөйләшеү.
ҠАРҠ-ҠАРҠ (Р.: карр-карр; И.: croak!; T: gak!) оҡш.
Өҙөк-өҙөк ҡарға тауышын белдергән һүҙ. □ Карр-карр (подражание крику вороны). ■ Бала ҡарға: «Ҡарҡ-ҡарҡ», — тип ҡарҡылдарға керешкән икән. Ш. Бабич.
ҠАРҠ-ҠАРҠ КИЛЕҮ(ҡарҡ-ҡарҡ кил-) ҡ. ҡар. ҡарҡылдау 1. Баш осонда ҡарғалар ҡарҡ-ҡарҡ киләләр.
ҠАРҠЫЛДАҠ (Р.: каркающий; И.: croaking; T.: gaklayan) с.
1. Өҙлөкһөҙ ҡарҡ-ҡарҡ итеп ҡысҡы-рыусан (ҡарғаға һ. б. ҡарата). □ Каркающий (о вороне и т. п.). • Ҡарҡылдаҡ ҡарға саңҡырға бөркөткә ҡарышмаҫ. Әйтем.
2. күсм. Гел бер һүҙҙе туҡып, маҙаға те-йеүсән (кешегә ҡарата). □ Твердящий одно и то же (о человеке). Ҡарҡылдаҡ бала. Ҡарҡылдаҡ булыу.
ҠАРҠЫЛДАУ (ҡарҡылда-) (Р: каркать; И.: croak; T.: gaklamak) ҡ.
1. Ҡарҡ-ҡарҡ тигән тауыштар сығарыу; ҡарҡ-ҡарҡ итеү. □ Каркать, издавать звук карканья (о вороне и т. п.). // Карканье. Я Ҡоҙғондар күңелдәргә шом һалып ҡарҡылдайҙар ҙа китеп баралар. К. Мәргән. Һандуғастар һайрауынан туҡтай, һыҙылып килгән таң нурҙары ҡараңғылана төшә. Яңғыҙ ҡарға ғына ҡарҡылдап ала. Й. Солтанов. Яҡында ғына әллә ҡасандан бирле ҡоҙғон ҡарҡылдай, батыр шуның сәбәбен белмәксе була: ҡоҙғон тауышы килгән урынға барып ҡараһа, ни күҙҙәре менән күрһен: уның тоғро аты ботарлап ташланған да ҡоҙғондарға емгә бирелгән. Әкиәттән. • һандуғас һайрап еңер, ҡарға ҡарҡылдап еңер. Әйтем. Ҡарға ҡарҡылдауын ҡуймаҫ. Әйтем. Ҡаҙ ҡаңҡылдаһа, йылы килә, ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡайғы килә. Әйтем. Ҡарға ҡарҡылдаһа, ямғыр килә. һынамыш.
2. күсм. Бер үк һүҙҙе ҡабат-ҡабат туҡыу. □ Твердить одно и то же. Ҡарҡылдап тороу. Бер туҡтауһыҙ ҡарҡылдау. Я [Старши
на:] Кем әле шул баянан бирле ҡарҡылдай ҙа ҡарҡылдай? Алға сығып һөйлә, шәп булғас.
3. Ураҡсин.
3. күсм. Яманға юрау. □ Каркать (предсказывать неудачу, беду). // Карканье. Я Өйҙә һаман ыҙғыш-талаш хөкөм һөрҙө. Шулай күп ҡарҡылдай торғас, ысынлап та, бер ҡыҙы бәләгә тарый яҙҙы. Л. Якшыбаева. [Әбей:] «Һин тегендә Етембайҙы — берәй яры .. Күрһәләр, шәйләп алмағайҙары!» [Аҡмал:] «Ни тинең? Сеү, ҡарҡылдама!» Б. Рафиҡов.
ҠАРҠЫЛДАШЫУ (ҡарҡылдаш-) к. урт. ҡар. ҡарҡылдау 1. взаимн. от ҡарҡылдау 1. Я Йәшел япраҡтарын йәйергә әҙерләнгән бөрөлө ағастар өҫтөнән пыр туҙышып осҡан турғайҙар, ҡарҡылдашҡан ҡарғалар, бөтә төр йәнлектәрҙең барыһы-барыһы ла яҙ етеүенә шатланышып ҡысҡырышалар. Я. Хамматов. [Ҡарғалар] әсе-әсе итеп, тамаҡ төбө менән ҡарҡылдаштылар, бала ҡошто ҡауырһындары тырпая башлаған ҡанаттарынан ике яҡлап ҡабып алдылар ҙа күтәрелеп тә киттеләр. М. Һибәт.
ҠАРҠЫРА и. зоол. диал. ҡар. торна. Карҡыра балаһы. Карҡыралар оса теҙелеп.
ҠАРЛАНЫУ (ҡарлан-) (Р: облепиться снегом; И.: get covered with snow; T: karlanmak) ҡ.
1. Ҡарға борһаланыу, ҡарға батыу. □ Облепиться снегом. Өҫ-баштары, быймалары ҡарланған балалар өйгә килеп инделәр. Я Кешеләрҙең дә һаҡал-мыйығы боҙланған, бүректәре һәм тун яғалары ҡарланған. Я. Хамматов. Өҫтө-башы ҡарланып катоктан ҡайта Йәләй. Быймалары таш кеүек, боҙҙай ҡатҡан бейәләй. Г. Шафиҡова.
2. Ҡар менән ҡапланыу. □ Покрываться снегом, инеем, һыуытҡыстың эсе тотош ҡарланып ултыра.
ҠАРЛАУ (Р: отвал; И.: mould-board; Т: kulak) и. тех.
1. Ер һөргәндә төрәнде тупраҡтан таҙартыу өсөн ҡулланылған ялпаҡ тимер башлы ҡырғыс. □ Отвал, лопатка, лопаточка
289