Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 288


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРҘАУЫС
ҠАРҘАУЫС и. диал. ҡар. ҡарлау 1. һабан ҡарҙауысы. Ҡарҙауыс менән ҡырыу. Ҡарҙауыс менән таҙартыу.
ҠАРҘЫ (Р.: летний загон для скота; И.: summer enclosure; pen; T.: ağıl) и. диал.
Мал ябыр өсөн уратып алынған башы асыҡ урын; ялан кәртә. □ Летний загон для скота. Ҡарҙыға индереп ябыу. Малды ҡарҙынан сығарыу. Иркен ҡарҙы. Тар ҡарҙы. Ҡарҙы эсен таҙартыу. Ҡарҙы яһау.
ҠАРИ I и. диал. ҡар. ҡарый I. Ҡари һуҙе. Ҡари кеше. М Атаһы Туманды ошо шәһәрҙә торған ҡари муллаға ебәрә. Туман ҡари муллаға һөйләгәс, ул былай ти: «Һин барып һөйөнсө ал». «Буҙйегет».
ҠАРИ II (Р.: старый человек; И.: old person; T.: ihtiyar adam) и. диал.
Ҡарт кеше. □ Старый человек. Бик ҡари ҡарт. Ҡари булыу. ■ Етмеш йәшәр бер ҡари ир ҡыҙ уғланға әйләнде, дәғи әүен сәсәкләр мелән биҙәне. Хикәйәттән.
ҠАРИҢҪӘ (Р.: лентяй; И.: lazy person; T.: tembel) и. диал.
Эш яратмаған, ялҡау кеше. □ Лентяй. / Ленивый. Ҡариңҫә булыу. Ҡариңҫә егет. Ҡариңҫә кеше. Ҡариңҫә килен.
ҠАР ИРЕТКЕС (Р: снеготаялка; И.: snow melter; T.: buz ve kar eritici şilte) и. тех.
Йыйылған ҡарҙы иретә торған йылытҡысы булған йәшник формаһындағы махсус ҡоролма. □ Снеготаялка. Хәрәкәт итеусе ҡар иреткес. Стационар ҡар иреткес. Ҡар иреткестәр ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн киң ҡулланыла.
ҠАР ИТ и. диал. ҡар. ҡара ит. Ҡар ит бешереу. Ҡар ит һурпаһы. Ҡар иттән бәлеш бешереу. Баҙарҙан ҡар ит һатып алыу.
ҠАРИТЕК (ҡаритеге) (Р: сапоги, сшитые из самодельной чёрной кожи; И.: homemade leather high boots; T.: siyah deriden el yapımı çizmeler) и. диал.
Ҡара күндән ҡулдан тегелгән итек. □ Сапоги, сшитые из самодельной чёрной кожи. ■ Ҡаритегем еҙ даға, таймай торған булһасы. Аҡса биреп, малдар биреп, алмай торған булһасы. Сеңләүҙән.
ҠАРИӘ и. иҫк. ҡар. ҡарый I. Яҡшы уҡыған ҡариә. Ҡариә һуҙе.
ҠАР КӨРӘГЕС и. тех. ҡар. ҡар таҙартҡыс. Ҡар көрәгес һатып алыу. Ҙур ҡар көрәгес. Тимер юл ҡар көрәгесе.
ҠАР КҮҘЕ и. ҡар. ҡар бөртөгө. М Ҡайһы көндәрҙә ҡар куҙҙәрелә төшкөләй. Н. Мусин. Көҙ етһә, һәр кем уҙенекен ҡайғырта, татлы тамырҙарҙы ҡар куҙе төшкәнсе шәкәр заводына оҙатып ҡалырға тырыша. Г. Яҡупова.
ҠАРҠ I (Р: звукоподражание отрыжке; И.: belching sound; T.: geğirmek sesi) оҡш.
Кикергәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание отрыжке. К Вәләуетдин, туйып, ҡарҡ кикереп, кире урындыҡ ширлегенә ултырҙы, ашыҡмай ғына тәмәке урап, береһен ағаһына тотторҙо, икенсеһен тешенең араһына ҡыҫып, мөрйәне асып, мейес алдына сүгәләне. Т. Ғарипова.
ҠАРҠ II (Р: кар!; И.: cawing sound; T.: gak)оҡш.
Ҡарға тауышын белдергән һүҙ. □ Кар (подражание крику вороны). • Ҡарғаның «ҡарҡ» тигәне үҙенә йәм. Әйтем.
ҠАР-ҠАР (Р: карр-карр!; И.: croak!; Т.: gak!) оҡш.
1. Ҡарға тауышын белдергән һүҙ. □ Ҡарр-карр (подражание крику вороны). // Карканье. М Тал башында ҡарға ҡар-ҡар, ти, бөгөн көн йәмле, ти. Ш. Бабич. Ҡарға: «Ҡар-ҡар, ҡар, тәмле бутҡа бар-бар. Малай-ҡыҙҙар уйнай, мине бер кем ҡыумай. Бутҡа ашап туйҙым, «әпәр» итеп ҡуйҙым, барыр ерем бар-бар, һау булығыҙ, ҡар-ҡар». «Аҡбуҙат», № 11, 2012. • Ҡарға «ҡар-ҡар» тигәнгә тартай «тар-тар» ти. Әйтем.
2. Кеше йүткергән тауышты белдергән һүҙ; ҡаж-ҡаж. □ Кх-кх (подражание звуку при кашле). М Ҡарауылсы ҡарт .. сепрәк еҫе сығарып тәмәке тарта, уҙе ҡар-ҡар йүткерә. С. Агиш.
ҠАР-ҠАР ИТЕҮ (ҡар-ҡар ит-) ҡ. ҡар. ҡарҡылдау 1. Ҡарғалар ағас баштарында ҡар-ҡар итеп ултыралар.
288