Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 287


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРҘАУ
ҡарғыш, уландарым уҡыр бер саҡта. Халыҡ йырынан. • Эт ҡарғышы бурегә төшмәҫ. Әйтем. Атай ҡарғышын кук кутәрмәҫ, әсә һағышын ер кутәрмәҫ. Әйтем. Әсә ҡарғышы төшөр ине, кукрәк һөтө ебәрмәй. Әйтем.
♦ <Ҡара> ҡарғышың ҡара башыңа <төшһөн> ҡарғаған кешегә ҡарғышы үҙенә кире ҡайтһын, тип әйтелгән һүҙ.
□ Говорится в ответ проклинающему. соотв. Твой же приговор, да тебе же во двор. М Сихырҙы им-том ярҙамында эйәһенә кире ҡайтарғандар, ҡарғышты ла: «Ҡарғышың ҡара башыңа! Телеңә тилсә сыҡһын! Миңә теләгәнең уҙ башыңа!» — тип уны ла «авторына» кире борор булғандар. Ә. Сөләймәнов. Ҡарғышың ҡара ташҡа! ҡар. ҡарғышың ҡара башыңа.
ҠАРҒЫШ АЛЫУ (ҡарғыш ал-) (Р.: быть проклятым; И.: be damned, be cursed; T.: lanetli olmak) ҡ.
Кемдер тарафынан ҡарғалыу, ҡарғап әйтелгән һүҙҙәр ишетеү; ҡарғалыуға дусар булыу. □ Быть проклятым кем-л. ■ Егермелә утҡа килгән еңгәмдән ҡарғыш алдым, утыҙҙа һыуға барған апайымдан алғыш алдым. Эпостан. Атай кешенән ҡарғыш алмағыҙ, ирҙе рәнйетмәгеҙ — ул ҙур гөнаһ, тип гел ҡабатлай торғайны әсәйем. «Йәшлек», 5 сентябрь 2009. • Ҡарғыш алма, алғыш ал. Мәҡәл.
ҠАРҒЫШ ҠАЙТАРЫУ (ҡарғыш ҡайтар-) (Р.: возвращать проклятие; И.: reciprocate, return a curse; T: lanetlemek) ҡ.
Махсус имләүҙәр менән ҡарғышты ҡарғаусыға кире ҡайтарыу. □ Возвращать проклятие с помощью особых заклинаний. И Тел-теште, ҡарғышты ҡайтарып та имләйҙәр. Бының өсөн: «Тартай теленән табыр, һин дә телеңдән тап!» — тип әрләйҙәр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАРҒЫШЛЫ (Р.: проклятый; И.: cursed; T: kargışlı) с.
Ҡарғыш төшкән; ҡарғыш менән булған.
□ Проклятый. Ҡарғышлы һуҙ. Ҡарғышлы сәғәттә тыуҙы. Ҡарғышлы теләк. Ҡарғыш
лы көн. Ҡарғышлы яҙмыш. ■ Ҡарғышлы һуҙ ишетһәң: «Ҡарғышың ҡара башыңа!» — тип әйтеу кәрәк. Гөнаһың булмаһа, ҡарғыш төшмәй ул. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒЫШЛЫ ҠОЛ (Р: проклятый человек; И.: cursed person; T: kargışlı kimse) и. диал.
Бер рәхәтлек күрмәгән, донъяһы гел кире килеп торған кеше. □ Проклятый человек. ■ Гумер буйы ҡарғышлы ҡол булынды. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒЫШ ТӨШӨҮ (ҡарғыш төш-) (Р: быть проклятым; И.: fall (of a curse); T: bedduası tutmak) ҡ.
Ҡарғап әйтелгән һүҙ тормошҡа ашыу, ҡарғауҙың үтәлеүе, ҡарғышта әйтелгән теләккә дусар булыу. □ Быть проклятым. ■ «Ҡарғыш төшә» тигәнде мистикаға һанаған фән уҙенсә ацлата: һәр кемдең ҡеуәтле энергетик көсө бар, һәм шул көс, бигерәк тә куп кешенең тупланма энергетикаһы, бер нөктәгә йунәлтелһә, шул нөктәне яндырып, емереп юҡ итеуе лә ихтимал. Г. Яҡупова. Елеп кенә утеп торҙоҡ ҡыйынлыҡты, ниндәй ҡарғыш төштө беҙгә, ҡәһәр һуҡты?! Г. Ситдиҡова. • Етемгә ҡарғыш төшмәй. Әйтем.
ҠАРҘАЛЫУ (ҡарҙал ) ҡ. төш. ҡар. ҡарҙау. страд, от ҡарҙау. Ҡарҙалған соҡор.
ҠАРҘАУ I (ҡарҙа-) (Р: пахать; И.: plough; T: sürmek) ҡ. диал.
1. Һабан менән ер өҫтөн йомшартыу; һөрөү. □ Пахать, распахивать. // Пашня. Ер ҡарҙау. Баҫыуҙы ҡарҙау. Ҡарҙау эштәре. Тупраҡты тәрән итеп ҡарҙау. Туңға ҡарҙау.
2. Ерҙе өңөү; соҡоу, ҡаҙыу. □ Копать, вскопать. // Копание, вскапывание. Тупраҡ ҡарҙау. Балсыҡ ҡарҙау. Тәрән ҡарҙау. һай ҡарҙау. Баҙ ҡарҙау. Ҡоҙоҡ ҡарҙау.
ҠАРҘАУ II и. диал. ҡар. ҡарлау 1. ■ Өй хужаһы ике улы менән ҡурғанды ҡаҙып ҡарарға була. Өс көн, өс төн буйы улар шулай, ҡара тир тугеп, ҡурған тубәһен аҡтаралар. Өсөнсө төнөндә ҡарҙау осо бер тимер һандыҡҡа барып тейә. Әкиәттән.
287