ҠАРҒАУ
Яман теләк теләп әрләү. □ Клясть, проклинать. // Проклятие. Ҡарғап ҡалыу. Ҡарғап бөтөрөү. Ҡарғап китеү. Ҡарғап килеү. К Ҡамалетдин тәүбәгә ҡайтҡас, улын ҡарғауы өсөн ҡунағы алдында уңайһыҙланып, аҡлана башланы. Я. Хамматов. Әсәйем ҡарғаны беҙҙе күп итеп, атайым ҡайтҡансы, беҙҙе юҡ итте. «Саҡ-Суҡ бәйете». • Ил ҡарғаһа, ергә һеңмәҫ. Мәҡәл.
ҠАРҒАУ II (Р.: проклятие; И.: damnation; T.: kargış) и.
Яман теләк, әрләү һүҙе (һүҙҙәре).
□ Проклятие. Ҡарғау ишетеү. Ҡарғау һүҙе. М Бүре тарамышын өтә-өтә ҡарғау йолаһын атҡарыуға тотонғанға тиклем, юғалған нәмәне, йәүкәләп эҙләп, табылмаһа ғына, ошо йоланың һуңғы сара рәүешендә атҡарыласағы хаҡында хәбәр таратыла. Ә. Сөләймәнов. Ҡарғау доғаларынан да ҡурҡыныс нәмә юҡ һымаҡ. «Йәшлек», 22 январь 2011.
ҠАРҒАУ-СӨРГӘҮ (ҡарға-сөргә-) ҡ. диал. ҡар. ҡарғау I. Ҡарғап-сөргәп йөрөү. Ҡарғап-сөргәп тороу. Күршеләрҙе ҡарғап-сөргәү. Бер туҡтауһыҙ ҡарғап-сөргәү.
ҠАРҒАШЫУ (ҡарғаш-) (Р: проклинать; И.: curse much; berate; T.: kargışlamak) ҡ. һөйл.
Ҡарғау һүҙҙәре әйтеү, ныҡ итеп ҡарғау. □ Проклинать. // Проклятие. Ҡарғашып китеп барҙы. Ҡарғашып ултырҙылар. Ҡарғашып әрләшеү. Ҡарғашып йөрөү.
ҠАРҒЫ (Р: ошейник для собаки; И.: dog collar; T.: köpek tasması) и.
Эттең муйынына таға торған ҡайыш.
□ Ошейник для собаки. Эткә ҡарғы тағыу. Ҡарғы яһау. Ҡарғы йүнәтеү. Ҡарғы эшләтеү. • Алғыр булһа таяғың, алтындан алып ҡарғы таҡ! Мәҡәл.
ҠАРҒЫН (Р: пыл; И.: heat; T.: tutku) и. диал.
Көслө хис, ялҡын, дәрт. □ Пыл. / Пылкий. Көслө ҡарғын. Һүнмәҫ, һүрелмәҫ ҡарғын тойоу. К һөйөү ҡарғыны баҫылмай тороп, һин уны онота алмаҫһың. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒЫС и. тех. диал. ҡар. ҡарлау 1. Һабан ҡарғысы. Ҡарғыс менән таҙартыу. Ҡарғыс йүнәтеү.
ҠАРҒЫУ (ҡарғы-) (Р: вспрыгивать; И.: bob; T.: hoplamak) ҡ.
1. Ҡапыл үргә һикереү, һикереп алға ынтылыу. □ Вспрыгивать, подпрыгивать. ■ Тай, унан [Усмандан] ҡотолмаҡсы булып, ҡарғып ҡоторона башлау менән, малай хайуанды шунда уҡ туҡтата торған булды. Картотека фондынан.
2. Ниндәйҙер нәмә аша һикереү, ырғыу. □ Перепрыгивать, перескакивать. Ҡарғып сығыу. Ҡарғып барыу. Я Тәрән-тәрән һыуҙарҙы һикереп үткән егетем, ҡарағай ҡара урманды ҡарғып үткән егетем, .. тыңла, Урал ни тиер. Р. Ниғмәти.
3. һикереп менеү. □ Впрыгнуть, запрыгнуть. М Алтмышта атҡа ҡарғып менә алмаҫһың; етмештә ер таянмай тора алмаҫһың. Эпостан.
4. Һаҡлау, ҡурсалау. □ Защитить. // Защита, и Эй, Ҡобланым, Ҡобланым,.. зиндандан тартып алдым, яттарҙан ҡарғып ҡалдым. Эпостан.
♦ Үрә ҡарғыу арт аяҡтарға баҫып үрә тороу (мал, йәнлеккә ҡарата). □ Встать на дыбы. М Арыҫланхандың әмере буйынса, далалағы өйөрҙән әле йүгән дә теймәгән ике аҫау айғырҙы арҡанлап килтерәләр. Тотоп тыйғыһыҙ, сапсынып, үрә ҡарғып торған аҫауҙар. Әкиәттән. Болан, уҡ тейеүҙән үрә ҡарғып, ал бәкәлдәренә барып һөрлөгә. «Алдар менән Зөһрә».
ҠАРҒЫШ (Р: проклятие; И.: malediction; T.: kargış) и.
Яман теләк теләп, ҡарғап әйтелгән һүҙ; ҡәһәр. □ Проклятие. ■ «Ҡарғыш ике осло, уландар, — тине мулла, быға ҡарап, — бер осоноң ул кешегә барып етеү-етмәүе икеле, ә икенсе осо мотлаҡ бәндәнең үҙендә ҡала». Т. Ғарипова. Әхтәмдең күҙ алдында, әллә ниндәй ҡарғыш һүҙҙәре аҡырышып, ике-өс немец һалдаты яраланып ергә ҡоланы, беҙҙең автоматсыларҙан кемдер йығылып ҡалды. Ә. Хәкимов. Таш ҡаяға соҡоп яҙҙым
286