ҠАРҒАУ
ҡолон Хаҡ Тәғәлә ғәфү итә. «Йүрүҙән», 12 сентябрь 2012. Бына бер Тәңре тарафынан ҡарғалған ҡон булып сыҡты бит, ә! И. Ноғоманов.
ҠАРҒАМОРОН I (Р.: плоскогубцы; И.: pliers; T.: kerpeten) и.
1. тех. Тимерҙе ҡыҫып тотоуға йәтешләп, осо ялпаҡ, эс яҡтан һырлы итеп эшләнгән ҡыҫҡыс рәүешендәге ҡорал. □ Плоскогубцы. Ҙур ҡарғаморон. Ауыр ҡарғаморон. Төҙөлөш, йүнәтеү эштәрендә ҡарғаморонһоҙ булмай.
2. диал. Шәкәрҙе ватыу йәки алыу өсөн ҡулланылған ҡыҫҡыс. □ Щипцы для сахара. Тимер ҡарғаморон. Көмөш ҡарғаморон. Шәҡәр киҫәген ҡарғаморон менән эләктереп тә алды.
ҠАРҒАМОРОН II (Р: коптилка; И.: wick lamp; T.: kandil) и. диал.
Парафин, балауыҙ, кәрәсингә филтә ҡуйып яһалған яҡтыртҡыс; һуҡыр шәм. □ Коптилка. Кәрәсин ҡарғаморон. Ҡарғаморондо һүндереү. Ҡарғаморон тоҡандырыу. Ҡарғаморон яҡтыһы. Ҡарғаморон яһау.
ҠАРҒАМОРОН III (Р: односторонняя кирка; И.: single-sided pick; T.: tek taraflı kazma) и. диал.
Бер яҡлы кәйлә. □ Односторонняя кирка. Ҡарғаморон менән боҙ ватыу. Ҡарғаморон менән ер эшкәртеү.
ҠАРҒА МОРОНО (Р: герань луговая; И.: meadow cranesbill; T.: çayır turnagagası) и. бот. диал.
Асъүк шәмәхә төҫөндәге сәскәһе булған яран гөлөнөң бер төрө; туғай яраны. □ Герань луговая (лат. Geranium pratense). Ҡарға мороно сәскәһе. Ҡарға мороно йыйыу. Ҡарға мороно сәскәһенең еҫе тирә-яҡҡа таралған.
ҠАРҒАНАҠ (ҡарға н ағы) и. диал. ҡар. балаятҡы. Карғанаҡ муйыны. Карғанаҡ төбө. ■ Ҡыҙымдың ҡарғанағы аҫҡа төшкән. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒАНТАЙ и. бот. диал. ҡар. ҡарға бутҡаһы II. Тау битләүендә ҡарғантайҙар күп үҫә.
ҠАРҒАНЫУ (ҡарған-) (Р: проклинать (про себя); И.: curse; T.: lanetlemek) ҡ.
Үҙ алдыңа һөйләнеп ҡарғау. □ Проклинать (про себя), предавать проклятию. // Проклятие. Я Берта, ҡарғана-ҡарғана, бойороҡто үтәргә мәжбүр булды. Ә. Хәкимов. Бер ярыҡтан сыҡты ла бер ҡандала: «Юл йыраҡ икән, ҡәһәр!» — тип ҡарғана. Ш. Бабич. Бай инергә ишекте асҡайны, көсөк сығып та ҡасты, ти. Теге ҡатын ҡарғанып, яҙа-йоҙа ғына һуғып ҡалды, ти. Әкиәттән. • Ҡараҡ ҡарғана, мулла зарлана. Әйтем.
ҠАРҒА СЫҒЫУ и. этн. ҡар. теләккә сығыу. ■ Теләккә сығыу, ҡарға сығыу, ти инек. Намаҙ уҡыйҙар, алып барған аш-һыуҙы ашайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒА ТЕЛЕ и. кул. диал. ҡар. ҡош теле
1. Ҡарға теле бешереү. Ҡарға теленә ҡамыр әҙерләү. Ҡарға теле өләшеү. Күстәнәскә ҡарға теле ебәреү.
ҠАРҒАТУЙ и. этн. ҡар. ҡарға бутҡаһы. Я Ҡарғатуй алдынан өйҙән өйгә йөрөп өлөш йыйғандар. Башҡорт мифологияһынан. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡарғатуй байрамы үҙгәреш кисерә-кисерә, тарая-тарая беҙҙең заманға килеп еткән. Ҡарғатуй ҙа яҙғы сәсеү бөткәс уҙғарыла ине. Байрамға яҡын-тирәләге ауыл ҡатындарын да көнөнә генә саҡыралар. Т. Байышев.
ҠАРҒА ТУЙЫ и. этн. ҡар. ҡарға бутҡаһы I. Ҡарға туйына сығыу. Ҡарға туйы байрамын үткәреү. Я [Мулла:] Таш өҫтөндә, — ул башҡаларҙан бер башҡа ҡалҡып торған ҙур ғына һарыҡташҡа күрһәтә, — ҡорбан салғандар, Тәңренән ямғыр һорап доға ҡылғандар, ҡатын-ҡыҙ ҡарға туйын үткәргән. «Башҡортостан», 13 декабрь 2011.
ҠАРҒАТЫУ (ҡарғат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарғау, понуд. от ҡарғау. Я Ай, Уралтау, Уралтау, Урал тигән данлы тау .. ҡыҙҙарын да үҫтергән; ҡурайын да уйнатҡан, ҡыҙҙарынан йырлатҡан; әсәләрҙән ҡарғатҡан, күҙ йәшенән етемдең мансып ҡарғыш яҙҙырған. Ҡобайырҙан.
ҠАРҒАУ I (ҡарға-) (Р.: проклинать; И.: curse; T.: kargımak) ҡ.
285