Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРҒА БУТҠАҺЫ
Тәбиғәттә үткәрелә торған яҙғы йола байрамы. □ Весенний обрядовый праздник «Грачиная каша» с выходом на природу. ■ «Эйе, ҡарға бутҡаһы, — Азамат, аңламаһаң, ишет тигән шикелле, руссаға тәржемә итеп әйтте, — «Воронья каша». Элек шундай ҙа байрам булған. Р. Солтангәрәев. Оҙайлы ҡыш үтеп, сәсеү тамамланғас, ауыл халҡы ҡырға сығып «Ҡарғатуй» йәки «Ҡарға бутҡаһы» үткәргән. «Урал», 10 июнь 2011. Ҡарға бутҡаһында тары бутҡаһы, аят уҡытҡанда тары ҡоймағы бешереү йолаһы бар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРҒА БУТҠАҺЫ II (Р.: гравилат; И.: avens; T: geum) и. бот. диал.
Рауза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡауырһын япраҡлы, ҡыңғырау йәки өҫкә ҡарап торған сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек; кәзә һарнаһы. □ Гравилат (лат. Geum). һары ҡарға бутҡаһы. Ҡарға бутҡаһы йыйыу. Ҡарға бутҡаһы күп үҫкән ялан.
ҠАРҒА ЙЫУАҺЫ (Р: лук обманчивый; И.: wild onion species; Т.: allium familyasından bir çeşit bitki) и. бот.
Аҡ сәскәле, яҫы йыуан япраҡлы ҡыр йыуаһы. □ Лук обманчивый (лат. Allium decipiens). Ҡарға йыуаһына сығыу. Ҡарға йыуаһы йыйыу. Ш Ҡарға йыуаһы бармаҡ йыуанлыҡ яҫы була. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРҒАКҮҘ и. бот. диал. ҡар. айыу емеше. Ҡарғакүҙ йыйыу. Ҡарғакүҙҙән төнәтмә яһау.
ҠАРҒА КҮҘЕ (Р: паслён чёрный; И.: nightshade; T: köpek üzümü) и. бот.
Ләләләр ғаиләһенә ҡараған, яңғыҙ һабаҡлы, йәшкелт һары сәскәле, һыңар ҡара емешле үлән. □ Паслён чёрный, вороний глаз (лат. Solanum nigrum). Ҡарға күҙенең бешмәгән емеше ағыулы була. ■ СССР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән кәкүк ҡатаһы, һабын сәскәһе, ҡарға күҙе, һарына, ҡара ерек Оло һаҙҙа ла, Әсе һаҙҙа ла, Ҡүстәндә лә үҫә ине. «Йәшлек», 1 февраль 2011.
ҠАРҒА-ҠАРШЫН (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) u. этн.
Ҡаршын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Карга-каршын (название родового подразделения башкир-кар-шинцев). Ҡарға-каршын башҡорто. Ҡарға-ҡаршындар йыйыны.
ҠАРҒА-ҠОҘҒОН(ДАР) (Р: врановые;
И.: Corvids; T: kargalar) и. зоол. йыйн.
Ҡоҙғондо, ҡара ҡарғаны, ала ҡарғаны үҙ эсенә индергән, Төньяҡ ярымшарҙа һәм Австралияла йәшәй торған ҡоштар төркөмө. □ Врановые (лат. Corvidae). Темеҫкенгән ҡарға-ҡоҙғон котөүе шау-шыу һауаға күтәрелде. ■ Аҡ башлы йәшел таяҡҡа таянған, йәшел сапан кейгән бабай күренде: «Балам, тор! Быйыл һиңә ҡаза килер. Икмәккә май яғып, юғары ергә ҡуй! Эт ашамаһын, ҡарға-ҡоҙғон ашаһын, улар ризығына яҙһын», — тине. Ф. Ғайсина.
ҠАРҒА ҠУҘАҒЫ (Р: чина Гмелина; И.: sort of leguminous grass; T: çene Gmelin) и. бот.
Ваҡ ҡына оҙонсараҡ япраҡлы, күбәләк сәскәле, ҡуҙаҡлы үлән. □ Чина Гмелина (лат. Lathyrus gmelinii). Ҡарға ҡуҙағы — бик файҙалы үҫемлек: ул медицинала ла, аҙыҡ формаһында ла ҡулланыла.
ҠАРҒАЛЫ БЕЛӘҘЕК (беләҙеге) (Р: браслет с золотыми узорами; И.: bracelet with a golden pattern; T: altın bezekli bilezik) и. этн. диал.
Ҡара алтын менән биҙәлгән беләҙек. □ Браслет с золотым тиснением. Ҡарғалы беләҙек яһатыу. Ҡарғалы беләҙек бүләк итеү. Ҡарғалы беләҙек тағып йөрөү.
ҠАРҒАЛЫУ (ҡарғал-) ҡ. төш. ҡар. ҡарғау. страд, от ҡарғау. ■ Минең күңел дә ап-аҡ инәй имеҙгән һәттәй. Тик әле ҡарайған ул ҡарғалған мөхәббәттән. С. Бәҙретдинов. «Гөнаһлымын, Аллаһтың ҡарғалған бәндә-һемен», — тип, гөнаһ ҡылыуҙы дауам итергә түгел, ә Аллаһҡа ялбарып, эшләгән гөнаһтарына ихлас үкенеп, тәүбәгә килгән
284