ҠАРҒА БУТҠАҺЫ
шева. Тап шул йылда ут күршеләр икеһе лә ихаталарына ҡарбуз-ҡауын сәскәйнеләр, бер ук ер һәм бер ук орлоҡ булһа ла, ус иткәндәй, Мшҫпеғатаныҡы мантый алманы, ә Ғәбделсафаныҡы ҡотороп уңды. Й. Солтанов. Тәбиғи шарттарҙа август аҙағында ғына өлгөрөргә тейешле ҡарбуз-ҡауын июнь айында уҡ һатыуға сығарыла. «Йәйғор», 22 июль 2011.
ҠАРГИҘӘР (Р.: снегоход; И.: snowmobile; T.: kar arabası) и. тех.
Ҡарҙа йөрөй торған механик транспорт төрө, сараһы. □ Снегоход. Ҡаргиҙәрҙә йөрөу. Ҡаргиҙәр водителе. Ҡаргиҙәр етештереү. ■ Баш ҡалабыҙҙа квадроциклда йә ҡаргиҙәрҙә йөрөу өсөн махсус юлдар бик аҙ, әммә ял базаларында, пансионаттарҙа, шифаханаларҙа бындай трассалар бар. «Башҡортостан», 13 сентябрь 2011.
ҠАРҒА I (Р.: ворона; И.: crow; T.: karga) и. зоол.
1. Ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған йылтыр сөм ҡара төҫтәге ҡош. □ Ворона. / Вороний (лат. Corvus corax). ■ Уның [тирәктең] үрге туғайҙа бер ағас та ярышып етә алмаған мөһабәт олоно, ҡеүәтле ботаҡтары өҫтөндә ҡарғалар ҡарҡылдаша, сәукәлар сәукелдәшә. 3. Биишева. • Ҡарға куҙен ҡарға суҡымай. Мәҡәл. Ҡаҙынған ҡарға ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан, ҡаҙынмаған — ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан. Мәҡәл. Ҡарға ҡарға менән осор. Әйтем. Ҡарға ҡарғаны маҡтай. Әйтем, һандуғас юҡ йылды ҡарға дан тотор. Әйтем. Ҡабыҡ һуғып ҡарға ҡурҡыта алмаҫһың. Әйтем. Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, әҫтәңә яу килтерер. Әйтем. Ҡарға үҫтермә — күҙеңде соҡор. Мәҡәл. Ике ҡарға һуғышһа, ябалаҡҡа йөн булыр. Мәҡәл. Ҡарға ҡарҡылдап ҡаҙ булмаҫ. Әйтем. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Мәҡәл.
2. Уйын кәрттәрендә һөңгө башағы төшөрөлгән кәрт исеме. □ Пики. / Пиковый. Ҡарға дамаһы. Ҡарғаны ҡарға ҡаплай. Алты кәрттең өсөһө ҡарға. Ҡарғалар менән уйнау.
3. этн. Тотем ҡошо, изге ҡош. □ Ворона (тотемная птица). М Ҡарға — изге ҡош.
Ул ҡурсалаусы, яҡлаусы. Башҡорт мифологияһынан.
4. этн. Оран исеме. □ Клич. Ырыу ораны — «ҡарға»!
+ Телең булмаһа, күҙеңде күптән ҡарға суҡыр ине әллә ниҙәр эшләгәндәй булып күп һөйләгән кешегә әйтәләр. □ Краснобай (о человеке).
ҠАРҒА II (Р. : название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы, танып, тамъян, ҡыпсаҡ, ҡаршын ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Карга (название родовых подразделений башкир-юрматинцев, танып-цев, тамьянцев, кыпчаков, каршынцев). Ҡарға нәҫеле. Ҡарғалар ауылы. Ҡарғалар урамы.
ҠАРҒА III (Р: щипцы для сахара; И.: tongs for sugar; T: şeker maşası) и. диал.
Шәкәрҙе ватыу йәки алыу өсөн ҡулланылған ҡыҫҡыс. □ Щипцы для сахара. Ҙур ҡарға. Тимер ҡарға. Биҙәкле ҡарға. Шәкәрҙе ҡарға менән алыу әҙәплелек өлгөһө булып тора.
ҠАРҒАБОРОН и. диал. ҡар. ҡарғаморон II. Ҡарғаборондо тоҡандырыу. Ҡарғабо-рон менән яҡтыртыу.
ҠАРҒА БУРАНЫ (Р: мартовские бураны; И.: last spring blizzard; T: kargalar gelmeden önce olan fırtına) и. этн.
Ҡарғалар килер алдынан була торған буран, аҡман-тоҡман. □ Мартовские бураны. доел. Грачиный буран. Ҡарға бурандары осоронда йыраҡ юлға сығыу хәүефле. Ш [Әсә:] Бик яман ҡотора шул. Ҡарға бураны етте, ахыры. Ә. Вәли. Яҙ етеүенең тәүге билдәһе — ҡара ҡарға ла ваҡытында әйләнеп ҡайтты. Быны белдереп, ана урамда ҡарға бураны ҡотора. «Көнгәк», 2 март 2011.
ҠАРҒА БУТҠАҺЫ I (Р: весенний обрядовый праздник; И.: national ritual spring holiday; T.: Karga Botkası (toprağa tohum atmadan önce baharın kuşların gelmesini kutlamak için yapılan bayram) и. этн.
283