Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 282


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА ЯРЫҠ
Falco gyrfalco gyrfalco). Ҡара әтәлге бала сығара.
ҠАРА ЯРЫҠ (ярығы) и. астр. ҡар. ҡара упҡын. Я Ҡояш системаһының галактиканың «ҡара ярыҡ» тип исемләнгән күсәре аша үтеренә теүәл бер йыл бар. «Башҡортостан», 31 декабрь 2011.
ҠАРА ЯУ (Р.: несметное войско; И.: host; T.: ordu) и.
Ҙур кимәлдәге, күп, көслө яу. □ Несметное войско, рать. Я Шулай имен-аман ғүмер кисергәндә бер заман Көнсығыштан, Алтай тауҙары яғынан ҙур ҡара яу килгән. Әкиәттән. [Мөйтәндец батырҙарына әйткәне:] Ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ! Илгә ҡара яу килә, ил-ерҙәр тапап килә, Уралды алмаҡ итә, Яйыҡты киҫмәк итә, Иҙелде эсмәк итә. Ҡобайырҙан.
ҠАР БАБАЙ (Р.: снеговик; И.: snowman; T.: kardan adam) и.
Ҡарҙан түңәрәктәр әүәләп, кешегә оҡшатып яһалған һын (ғәҙәттә, балалар уйынында). □ Снеговик. Ҡар бабай яһап уйнау. Я Ҡар бабай яһайбыҙ. Тағараҡтар эшләп, ҡоштарға ем һалабыҙ. Боҙҙа сәкән һуғабыҙ, конькиҙа шыуабыҙ. Саф һауала рәхәтләнеп ҡар бәрешеп уйнайбыҙ. «Йәншишмә», 10 декабрь 2009.
ҠАРБАҘ и. диал. ҡар. ҡар баҙы. Я Аҙыҡ-түлек өсөн Ғәлимйән өйҙә лә мөгәрәп ҡаҙып алды. Тышта, йәйҙәрен һалҡын булһын өсөн, яңынан тәрәнерәк итеп ҡарбаҙ ҡаҙҙы. Ә. Ғибәҙәтов.
ҠАР БАҘЫ (Р.: погреб со льдом; И.: cellar with ice; T.: mahzen) и.
Йәйгелеккә ҡар, боҙ һалып ҡалдырылған баҙ; боҙ баҙы. □ Погреб со льдом, ледник. Һөттө ҡар баҙына ҡуйыу. Я [Кинйәғол — егеткә:]һин [балыҡтарҙы]алып ҡайт та ҡар баҙына урынлаштыр. Иртәгә билдәләнгән кешеләр килеп алыр ҙа баҙарҙа һатырҙар». «Ағиҙел», № 4, 2012.
ҠАР БЕТЕ (Р: блоха снежная; И.: sort of a bug; T.: solucan türü) и. зоол. диал.
Ҡар аҫтында йәшәүсе, яҙғыһын боҙ өҫтөндә осрай торған ҡорт. □ Блоха снеж
ная (лат. Desoria glacialis). Ҡар беттәре сыҡҡан. Ҡар беттәре һыуыҡҡа ныҡ сыҙамлы.
ҠАР БӨРТӨГӨ (Р.: снежинка; И.: snowflake; T.: kar tanesi) и.
Йондоҙ формаһындағы ҡар кристалы. □ Снежинка. Әкрен генә яуған ҡар бөртөктәре елгә бәүелеп, ергә түшәләләр. Я Ҡар бөртөгө ҡунды усҡайыма, терт-терт тибә үҙе, тереләй. Шундай наҙлы — иртә яҙ башында асылырға торған бөрөләй. Й. Солтанов. Ҡыш селләһе тәҙрәләргә сихри сәскәләр һона, ә уларға, күбәләктәй, аҡ ҡар бөртөгө ҡуна. Р. Ғарипов. Түр бүлмәнең форточкаһын барып асыуым булды, йомшаҡ ҡына ҡар бөртөгө усыма килеп ҡунды. А. Игебаев.
ҠАРБУЗ [фарс. (Р: арбуз; И.: watermelon; T.: karpuz) и. бот.
1. Ҡабаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡаты ҡабыҡлы, ҡыҙыл итле эре йәшелсә бирә торған баҡса үҫемлеге. □ Арбуз. / Арбузный (лат. Citrullus lanatus). Ҡарбуз сәсеү. Ҡарбуз үҫтереү. Я Әптеләхәт ошонда һабағы ятмай торған бойҙай сорты, юғары уңыш бирә торған арыш, хатта беҙҙең шарттарҙа үҫә торған ҡауын, ҡарбуз да уйлап сығарҙы. Т. Ғарипова.
2. Шул үҫемлектең емеше. □ Арбуз. / Арбузный. Я Телеграмма эргәһендә, тәрилкәлә — ҡарбуз ҡабыҡтары. Р. Камал. Салт аяҙ күк йөҙөндә шәрбәте ағылып-түгелеп торған ҡарбуз һымаҡ ҡояш бәрәкәтле, йылы нурҙарын һис йәлләмәй ергә һибә. Д. Бүләков. Барсаһы бар: кишер, ҡарбуз, ҡабаҡ, көн һайын тораһың алып бөтмәҫ ҡыярҙы йөҙ табаҡ. Ш. Бабич. • Ике ҡарбуз бер ҡултыҡ аҫтына һыймай. Әйтем. Кеше ҡарбуз түгел, ярып ҡына эсен белеп булмай. Әйтем.
ҠАРБУЗ-ҠАУЫН (Р: бахчевые; И.: watermelons, melons and gourds; T.: kavun ve karpuzlar) и. йыйн.
Ҡарбуз һәм ҡауындар. □ Бахчевые. Ҡарбуз-ҡауын баҫыуы. Ҡарбуз-ҡауын ашау. Ҡарбуз-ҡауын үҫтереү. Я [Закир:] Беҙҙең яҡтар ҡалаға килһә, ҡарбуз-ҡауын ашар өсөн иң элек йәшел баҙарға .. бара торған. 3. Бии
282