Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 281


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА ӘТӘЛГЕ
1. Күңел торошон сағылдырған. □ Со взглядом. Сая ҡарашлы. Асыулы ҡарашлы. Ҡайғылы ҡарашлы. Сағыу ҡарашлы ҡатын. М Барыһына ла ошо ҡарсыға танаулы, төйлөгән ҡарашлы ҡарсыҡ [Фәузиә-Барсын] ғәйепле. Т. Ғарипова. Һөнәрсенең ғәжәп аҡыллы ҡарашлы уйсан куҙҙәрендә лә инде элекке ҡанатлы дәрт, бәйһеҙ сәм тугел, ә тәрән моң, әйтелмәгән зар сағылған. 3. Биишева. Сибек кенә кәуҙәле, уйсан ҡарашлы малай ул [Василий]. Йәштәш булһалар ҙа, Айраттан буйға ныҡ ҡайтыш. X. Зарипов.
2. кусм. Ниндәйҙер ҡарашта, фекерҙә торған. □ Со взглядом на что-то, с мнением. Дөрөҫ ҡарашлы. Төрлө ҡарашлы кешеләр. Ыңғай ҡарашлы. ■ Тел таҙалығы, байлығы өсөн көрәш, балаңа ошо оло хазинаны мираҫ итеп ҡалдырыу — ул бөтөн алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең бурысы. 3. Бураҡаева.
ҠАРА ШОҢҠАР (Р.: кречет норвежский (самец)', И.: gerfalcon species; T.: aksungur) и. зоол.
Көнбайыш Европа илдәрендә һәм Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш территорияһында таралған көрән төҫтәге ата шоңҡар. □ Кречет норвежский (самец) (лат. Falco gyrfalco gyrfalco). Ҡара шоңҡарҙар ояһы. Ҡара шоңҡарҙар ауға сыға. Ҡара шоңҡар табышы.
ҠАРАШ ТАШЛАУ (ҡараш ташла-) (Р: окинуть взором; И.: take in at a glance; T.: göz gezdirmek) ҡ.
Ҡайҙалыр, нимәгәлер ҡараш йүнәлтеү, ҡарап алыу. □ Окинуть (окидывать) взором, посмотреть. М Батыр, ҡырҡа боролоп, ҡыҙ ҡараған яҡҡа ҡараш ташланы. Н. Ғәйетбаев. Эмирович, әйтергәме, юҡмы, тигәндәй әҙ генә уйланып, ҡустыһына һынсыл ҡараш ташланы. Ә. Хәкимов. Бабай миңә һынаулы ҡараш ташланы. Ә. Вахитов. һәнәрсе Өйрәнсеккә тағы өмөтлө ҡараш ташлаған: «Бәлки, өйрәнеп ҡарарһың?»
3. Биишева. Әхирәттәре Фатиманы ситләне, уға .. ҡурҡыулы ҡараш ташлар булды. Ж. Кейекбаев.
ҠАРАШЫУ (ҡараш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡарау, взаимн. от ҡарау. Ҡарашып алыу. ■ Ҡыҙҙар һабаҡ уҡыйҙар, бер-беренә ҡарашып. Ҡыҙ икәнебеҙ беленгәс, халыҡ йөрөй тулашып. Бәйеттән. Ғабдулла менән Айҙар бер-береһенә ҡарашып алды. М. Кәрим. Егет менән ҡыҙ, бер-береһенә ҡарашып, ҡатты ла ҡалды, ти. Әкиәттән.
2. Тейешле хеҙмәт күрһәтеү, тәрбиәләү. □ Смотреть, присматривать, приглядывать, ухаживать. Бала ҡарашыу. Сирлене ҡарашыу. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарашыу.
ҠАРА ШӘШКЕ (Р: землеройка водяная; И.: shrew species; T: su sivri faresi) и. зоол.
Европа һәм Азия территорияларында йәшәүсе арҡаһы көрән йәки ҡара йөнлө, ҡыҫҡа аяҡлы һыу буйы йәнлеге. □ Землеройка водяная, кутора (лат. Neomys). Ҡара шәшке өңө. Ҡара шәшке бөжәктәр менән туҡлана.
ҠАРА ЫУЫЛДЫРЫҠ (ыуылдырығы) (Р: чёрная икра; И.: black caviar; T.: kara havyar) и.
Мәрсен, уҡбаш, ҡырпа балыҡтарының ҡиммәтле деликатес аҙыҡ һаналған ыуылдырығы. □ Чёрная икра.
ҠАРА ӘҪПЕ (Р.: тяжёлая форма скарлатины; И.: severe form of scarlet fever; T.: kızıl hastalığı) и. мед.
1. Скарлатинаның ауыр формаһы. □ Тяжёлая форма скарлатины. Ҡара әҫпе йоҡтороу. Ҡара әҫпе эпидемияһы. Борон ҡара әҫпенән улгәндәр. Ҡара әҫпегә төкөрөм килешә.
2. диал. Бауыр шешеүенең ауыр формаһы. □ Тяжёлая форма гепатита. Ҡара әҫпе менән яфаланыу. Хроник ҡара әҫпе.
3. Әҫпенең бер төрө. □ Разновидность кори. Ҡара әҫпе киҙеуе. Мәктәп балалары ҡара әҫпе йоҡторған.
ҠАРА ӘТӘЛГЕ (Р: кречет норвежский (самка)', И.: gerfalcon species (female); T: aksungur) и. зоол.
Көнбайыш Европа илдәрендә һәм Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш территорияһында таралған көрән төҫтәге инә шоңҡар. □ Кречет норвежский (самка) (лат.
281