ҠАРАҺЫУ
Биҙгәк һәм интоксикация, аң томаланыу менән үтеүсе йоғошло ауырыу; тиф. □ Тиф. Ҡара һырҡау эпидемияһы. Ҡара һырҡау борон булған. Ҡара һырҡау бет аша йоға.
ҠАРАҺЫУ I (Р.: глаукома; И.: glaucoma; T: karasu) и. мед. һөйл.
Күҙ алмаһы эсендәге баҫымдың бик көсәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килеп, һуҡырлыҡҡа килтерә торған ауырыу; глаукома. □ Глаукома. Ҡараһыуҙан яфаланыу. Абсолют ҡараһыу. Тыумыштан килгән ҡараһыу.
ҠАРАҺЫУ II с.
1. аҙһ. дәр. ҡар. ҡара I. уменьш. степ, от ҡара I. Ҡул уҙе хәҙер ҙә ҡараһыу төҫтә бер серле һыу булып ята. Легенданан. • Етегән йондоҙ ҡараһыу булып куренһә, ямғыр булыр. һынамыш.
2. ҡар. ҡарағусҡыл 2. Ҡараһыу йәшел. Ҡараһыу ҡуңыр. Ҡараһыу көрән. ■ [Ҡотлоғужа: ] Ниңә бөтә донъя ҡараһыу ҡыҙғылт төҫтә куренә? Н. Мусин. Ҡояш байыуға байтаҡ ваҡыт утте. Куктәге ҡараһыу ҡыҙыл төҫ һәм кукле-зәңгәрле буяу әкренләп юйылды. Я. Хамматов. Диңгеҙ өҫтө ҡараһыу кук төҫкә инеп, ҡыҙҙырылған таба шикелле, ипкен бәреп ята. 3. Биишева.
ҠАРАҺЫУ III и. диал. ҡар. һеләгәй. Ҡараһыуын ҡойоп тороп һөйләй. Ауыҙы тулы ҡараһыу.
ҠАРА ҺЫУ и. ҡар. ҡаран. Ҡара һыуға барыу. Ҡара һыуҙан һыу алыу. ■ Беҙҙең яҡта ҡара һыуҙар йыш осрай. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРАШ (Р: взгляд; И.: look; T: bakış) и.
1. Күҙҙең кемгәлер йәки нимәгәлер, ҡайҙалыр йүнәлтелеше. □ Взгляд, взор. ■ Вәзир һиҫкәнеп китте. Башта ул ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап алды. М. Кәрим.
2. Уйҙың, хис-тойғоноң күҙҙәге сағылышы, ҡарау рәүеше. □ Выражение глаз, манера смотреть. Куҙ ҡарашынан аңлау. Моңло ҡараш. ■ Алтынбай аптыраулы ҡарашын баринға ташланы. 3. Ураҡсин. Кеше, яратҡан йырын тыңлағанда, йөҙө балҡып, куҙ ҡараштары нурланып, хатта маңлай һырҙары яҙылып китә. М. Бураҡаева.
Бай ҡасҡындарға һынаулы ҡараш атты. Р. Камал. Хаммат ауыр ҡарашын тағы ҡустыһына төбәне: «Отряд ҡайҙа йунәлде икән?Белмәйһеңме?» 3. Биишева.
3. кусм. Берәй нәмәгә ҡарата булған мөнәсәбәт. □ Отношение. Кешеләргә ҡарата яҡшы ҡарашта тороу. Эшкә дөрөҫ ҡараш, һалҡын ҡарашта булыу. Шәфҡәтле ҡараш. ■ Яҡшы ҡараш, наҙ һәм һөйөугә һыуһаған Регина был йортҡа тиҙ ылыҡты, Насиростарҙы ата-әсәһе кеуек куреп, уҙ итте. «Йүрүҙән», 27 май 2011. һуңғы ваҡытта ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа уҙгәрҙе. Интернет селтәренән.
4. Айырым бер нәмәгә ҡарата булған уй, фекер. □ Взгляд, точка зрения, мнение, убеждение; суждение, позиция. М [Айһылыу:] Юҡ, мырҙа, ғәҙел ҡарашта тугел икәнһең һин. 3. Биишева. Мәгәр, әллә ата-әсәһенең юғары талаптарын ҡанына һеңдергән егет уҙ холҡона, ҡараштарына тап килеусе ҡыҙҙы осратманы, әллә инде уҡыуы, эше менән булып, ҡулай форсат тапманы — ошо йәшкәсә һөйөуҙең ни икәнен белмәне [Федотов]. Ә. Хәкимов. Мораттың һәр нәмәгә уҙ ҡарашы бар, дөрөҫмө, тугелме, уҙенсә тылҡый. Р. Солтангәрәев.
5. Тормош, тәбиғәт һәм йәмғиәт тураһындағы дөйөм фекер. □ Воззрение. Идеалистик ҡараш. Фәлсәфәуи ҡараш. Рәсми ҡараш. ■ Халыҡты «һөйөусе» буржуаз интеллигенция вәкилдәренә лә хатта быуаттар буйы йәшәп килгән иҫке ҡараштарҙан айырылыуы еңел тугел. 3. Биишева. Ул [Зәки Вәлиди] уҙен ҡатмарлы тарихи-сәйәси ағымдарҙы, ижтимағи ҡараштарҙы тәнҡит куҙенән кисереп аңлар һәм хәрәкәт итер ысын сәйәсмән итеп таныта. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАРА ШАР (Р: чёрный шар; И.: adverse ballot; T: oybirliği ile atmak) u.
һайлау ваҡытында кандидатҡа ҡаршы тауыш. □ Чёрный («вороной») шар {голос, поданный против кандидата). Депутатка ҡарата ҡара шарҙар куберәк сыҡты. Ҡара шар төшөрөу.
ҠАРАШЛЫ (Р.: со взглядом; И.: with ... look; T: bakışlı) c.
280