Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 279


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА ҺЫРҠАУ
ул уҙе лә көлөп ҡуйғас: «Мин һеҙҙе илсе генә булып тугел, ә тик зиндан ҡарауылсыһы булып ҡына ла бөтә мәмерйәләрҙе лә курһәтеп сығырға шатланып ризамын», — тине. «Алдар менән Зөһрә». • Көнлөксөгә көн оҙон, ҡарауылсыға төн оҙон. Мәҡәл.
ҠАРАУЫЛСЫ II (Р.: мающийся; И.: the ‘he’; T.: ebe) и. диал.
Балалар уйынында көтөүсе. □ Мающийся (в детских играх). Ҡарауылсы булыу. Ҡарауылсы һайлау. Ҡарауылсы ҡыҙ. Ҡарауылсы малай. Кем һуңғы — шул ҡарауылсы!
ҠАРАУЫЛСЫ ҠОРТ (Р.: сторожевая пчела; И.: watch bee; T.: kovanın bekçisi) и. у март.
Умартаны һаҡлаусы ҡорт. □ Сторожевая пчела. Ҡарауылсы ҡорттар уҙ кусенең ҡорттарын еҫ буйынса айыра.
ҠАРА ҮПКӘ (Р: туберкулёз лёгких; И.: pulmonary tuberculosis; T.: akciğer veremi) и. мед.
Үпкә туберкулёзы. □ Туберкулёз лёгких, чахотка. / Туберкулёзный, чахоточный. Ҡара упкә менән ауырыу. Ҡара упкә йоҡтороу. Оҙайлы ҡара упкә. Ҡара упкә ауырыуының тәуге билдәләре булып тән температураһының кутәрелеуе, хәлһеҙлек, аппетит юғалыуы, артыҡ тирләу тора.
ҠАРАҺАН I (Р: сибирская язва; И.: anthrax; T: şarbon) и. мед. һөйл.
Зарарлы микроб тыуҙырған һәм тире боҙолоуында сағылған йоғошло ауырыу (куберәк малда була, малдан кешегә йоға)', түләмә. □ Сибирская язва. Ҡараһан йоҡтороу. Ҡараһан киҙеуе. Ҡараһандан һаҡланыу. Ҡараһан — бик ҡаты йоғошло ауырыу. Ҡараһан ауырыуының тыуҙырыусыһы булып бацилла антрацис бактериялары тора.
ҠАРАҺАН II и. бот. диал. ҡар. селек. Ҡараһан уҫкән ер. Ҡараһан һепертке. ■ Ҡараһан таулы, асыҡ ерҙә уҫә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРА ҺАН (Р.: ляжка; И.: haunch; Т: but) и. диал.
Бот ите, таҡым. □ Ляжка. ■ Ҡамсы һалды атына, ҡара һанға батыра. Халыҡ ижадынан.
ҠАРА ҺАРЫ (Р: тяжёлая форма желтухи; И.: heavy case of jaundice; T: sarılık) и. диал. мед.
һары ауырыуының ауыр формаһы.
□ Тяжёлая форма желтухи. Ҡара һары менән яфаланыу. Ҡара һары ауырыуы билдәләре. Ҡара һары яңы тыуған балаларҙа ла куҙәтелә.
ҠАРА ҺАУЫТЫ (Р: чернильница; И.: ink-pot; T: mürekkep hokkası) и.
Яҙыу ҡараһын ҡойоп ҡуйыу өсөн һауыт.
□ Чернильница. ■ Бына Вәхит, ятҡан еренән тороп, яланғас тәненә пальтоһын, аяғына быймаһын кейеп, яҙышырға ултырҙы. Ҡара һауыты ла әллә ҡайҙа юҡ булған. Р. Ғарипов. Ҡара һауыттары көмөштөр, ҡәләмдәре уның ҡамыштыр. Халыҡ ижадынан. Фатима йән асыуы менән өҫтәлгә шундай ҡаты итеп һуҡты, хатта ҡара һауыты иҙәнгә төшөп, селпәрәмә килде. Б. Бикбай.
ҠАРА ҺОЛО (Р: овсюг; И.: wild oats; T: yaban yulafı) и. бот.
Ялбыр башаҡлы, орлоғо оҙон һолоға оҡшаған ҡый үләне. □ Овсюг (лат. Avena fatua). ■ Ҡара һолоноң баҫыуҙы баҫып алыуының төп сәбәбе — бойҙайҙың һәм башҡа бөртөклө ашлыҡтың монокультураһында, куп йылдар буйынса бер төр ауыл хужалығы культураһын гел бер майҙанға сәсеуҙән ғибәрәт. Я. Хамматов.
ҠАРА ҺӨРӨНКӨ с. диал. ҡар. ҡуңыр I, 2. ■ Мортазин тигәндәре ҡара һөрөнкө йөҙлө, мөһабәт кәуҙәле кеше булып сыҡты. М. Ямалетдинов.
ҠАРА ҺУЙЫР (Р: самец глухаря; И.: male grouse; T: yaban horozu) и. зоол.
Ата һуйыр. □ Самец глухаря. ■ [Кара һуйырҙың] башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрән. Э. Ишбирҙин.
ҠАРА ҺҮҘ и кар. ҡарһүҙ.
ҠАРА ҺЫРҠАУ (Р.: сыпной тиф; И.: typhus; T.: karahumma) и. мед. диал.
279