Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 278


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАУЫЛ
булдырыуҙа ярҙам итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. «Урал», 4 февраль 2012.
ҠАРАУЫЛ I [төрки] (Р.: караул; И.: guard; T.: nöbet) и.
1. Намәнеңдер именлеген, теүәллеген тәьмин итеү өсөн ҡуйылған һаҡ. □ Караул./ Караульный. Ҡарауылға һаҡсылар ҡуйыу. Ҡарауылды алмаштырыу. ■ [Түрә] тирә-яғыбыҙға айбалта, мылтыҡ менән ҡораллы һалдаттар ҡарауылы ҡуйҙы. Ғ. Хөсәйенов. Ҡарауыл алмашына, тик килешеү буйынса, теге һалдат сыға ҡарауылға. Ә. Вахитов. Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, борон Йән-гүҙәй тауының иң бейек түбәһендә үҙ ерҙәрен һаҡлап, ҡарауылда бөркөттәй сая, ҡыйыу башҡорт егеттәре торор булған, «һаҡмар», 18 май 2012.
2. Шул һаҡта торған кеше. □ Охранник, караульщик. Ҡарауылдар һаҡта тора. Ҡарауыл итеп ҡуйыу. Ҡарауыл булып тороу. Н Шаһибәрәк ҡайтып килер ине, алды-арты уның ҡарауыл. Халыҡ ижадынан.
3. Ниҙелер һаҡлау хеҙмәтен үтәгән ҡораллы төркөм. □ Караульная служба. Ҡарауыл ғәскәре. Ҡарауылға кешеләр йыйыу. Ҡораллы ҡарауыл ғәскәре.
♦ Ҡарауыл һалыу {йәки һалып ҡысҡырыу) 1) ҡотҡарырға, ярҙамға саҡырып һөрәнләү. □ Кричать караул. Ҡарауыл һалып ҡысҡыра башлау; 2) ризаһыҙлыҡ белдереп, тауыш-ғауға күтәреү. □ Скандалить. Ҡарауыл һалып талашалар. Ҡарауыл һымаҡ баҫып тороу ҡуҙғалмай нимәлер янында тороу. □ Как истукан, неподвижно, не шевелясь (стоять, сидеть). Ҡарауыл һымаҡ баҫып торма, бар эшеңде эшлә.
ҠАРАУЫЛ II (Р.: мушка; И.: (fore)sight; T.: arpacık) и.
Мылтыҡтың кәбәк осондағы тоҫҡап атыуға хеҙмәт иткән сөйө. □ Мушка (у ружья). Мылтыҡ ҡарауылы. Мылтыҡтың ҡарауылын ҡуйыу. Мылтыҡ ҡарауылына ҡарау.
ҠАРАУЫЛ III (Р.: караул!; И.: murder!; T.: imdat) ымл.
Ярҙам һорап ҡысҡырыу һүҙе. □ Караул (крик о помощи при опасности). Ҡарауыл,
талайҙар. Ҡарауыл, туҡмайҙар! Ҡарауыл, һөжүм итәләр!
ҠАРАУЫЛАҒАС и. диал. ҡар. ҡараулағас. Мейес ҡарауылағасы. Ҡарауылағаска һөйәү. Ҡарауылағасты буяу.
ҠАРАУЫЛЛАТЫУ (ҡарауыллат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарауыллау 1—2. понуд. от ҡарауыллау 1—2. Игенде ҡарауыллатыу.
■ Фәүзиә килененең ниңә ныҡышҡанын яҡшы аңлай. Ихсанбай ҡоторта, ҡарсыҡтың һәр аҙымын улы ҡарауыллата. Т. Ғарипова.
ҠАРАУЫЛЛАУ (ҡарауылла-) (Р.: караулить; И.: watch; guard; T.: beklemek) ҡ.
1. Нимәнеңдер именлеген, теүәллеген һаҡлау; ҡарауыл булыу. □ Караулить, сторожить, охранять, стеречь кого, что. Ҡарауыллап тороу. Ҡарауыллап йөрөү.
■ Новиков менән беҙ икәү күпер һала торған материалдарҙы ҡарауыллайбыҙ. Д. Юлтый. Йәнтимер һәр ваҡыт ҡаҙҙарҙы ҡарауыллаған, иртә менән ырҙынға ҡыуған, ә кисен алып ҡайта торған булған, ти. Әкиәттән. Тарихсылар иҫбатлауынса, Бородино алышында Марфа кисеүендәге һаҡтан башҡа, башҡорттарҙың бер өлөшө яу яланында һуғыша, икенсеһе Ҡутузовтың үҙен ҡарауыллай. «Йәшлек», 11 сентябрь 2012.
2. Күҙ һалып һағалау; күҙәтеү, көтөү. □ Следить, наблюдать, сторожить кого, что. Мөйөштә ҡарауыллап тороу. ■ Егет төнө буйы борсола. Бөтәһе лә йоҡлап бөткәс, шым ғына тегеләр бүлмәһенә инеп, дейеүҙе ҡарауыллап ултыра башлай. Әкиәттән.
ҠАРАУЫЛСЫ I (Р.: охранник; И.: guard; T.: koruyucu) и.
Һаҡлау, ҡарауыллау өсөн ҡуйылған кеше. □ Охранник, караульщик, сторож. / Охранный, караульный, сторожевой. Урман ҡарауылсыһы. ■ Морат шундай көлөп ебәрҙе, хатта ҡыуыштан ҡарауылсы үҙе килеп сыҡты. Р. Солтангәрәев. Жирников шул төндә торған ҡарауылсыларҙы бәйләтеп келәткә яптырҙы, бик-йоҙаҡтарҙы тотош алыштырҙы, шул сәғәттә үк Ҡозловкаға ике һыбайлыны саптырҙы. 3. Ураҡсин. Алдарҙың болғарға «илсе» тип ондәшеүенән
278