Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 302


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРТ-ҠОРО
ҠАРТ-ҠОРО (Р.: старики и старушки; И.: the old; T.: ihtiyarlar) и. йыйн.
Йәшкә оло, ҡарт кешеләр, бабай һәм әбейҙәр. □ Старики и старушки. М Хандың кинйә иркәһе, ҡарт-ҡоролар куҙ һалһа, айҙай һылыу куренгән; йәш елкенсәк куҙ һалһа, көндәй һылыу куренгән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Малайҙар оҙатыуында атын ғорур юрғалатып урамға килеп ингән Сәғит көтөу ҡаршыларға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың, мәсет юлындағы ҡарт-ҡороноң һынаулы ҡарашы аҫтына барып инде. 3. Биишева. Ике яғынан ике һыбайлы ҡыҫырыҡлап алып килгән ят кейемле тотҡондо ҡарарға ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тирмәләре алдына йыйылды. 3. Ураҡсин. [Нияз:] Йәнбирҙе, һин теге, Ҡараһаҡалды ҡаршы алабыҙ, тигән халыҡ янына бар. Ҡарт-ҡороларын ебәр, аш-һыу менән ҡаршы алһындар. М. Буранғолов.
ҠАРТ-ҠУРА с. диал. ҡар. ҡарт I, 1. Ҡарт-кура ғына ҡарсыҡ. Ҡарт-кура булыу.
ҠАРТ ҠЫҘ (Р.: старая дева; И.: spinster; T.: terike) и.
Кейәүгә сыҡмаған, йәше үткән ҡыҙ; ултырған ҡыҙ. □ Старая дева. М Сәмәй ҡортҡа, йәшлеге һуғыш йылдарына тап килеп, кейәу сыҡмай ҡыуарған ҡарт ҡыҙҙарҙың береһе икән. Г. Яҡупова. • Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, улгән кеше ер һайламаҫ. Мәҡәл. Һәр кемдә уҙ ҡайғыһы, ҡарт ҡыҙҙа ир ҡайғыһы. Мәҡәл.
ҠАРТЛАС (Р.: старина; И.: (dear) old man; T.: ihtiyar) и.
Йәштәргә хасыраҡ ҡылыҡ күрһәткән оло кешегә шаяртып әйтелә. □ Старина, старик. / Старый. ■ Ғәлимә менән уртаҡ «эштәре» байтаҡ булғанғамылыр, ҡартлас, ҡото алынып, Ғәлимәгә йугереп килде. Т. Ғарипова. Руль артында ултырған Насиров, әлеге куренеште куреп, йылмайып ебәрҙе: «Ҡарәле, Әлфиә, беҙҙең ҡартлас дачаһында нимә менән шөғөлләнә!» Д. Бүләков.
ҠАРТЛЫҠ (ҡартлығы) (Р: старость; И.: old age; T.: ihtiyarlık) и.
Ғүмерҙең оло йәшкә еткән осоро, оло булған хәл; киреһе — йәшлек. □ Старость; пре
клонный возраст. / Старческий. ■ Әхмәҙиә инде эше өсөн дә, аҡсаһы өсөн дә йөрөгәндәй тугел, икәуһенә инде ҡартлыҡ пенсияһы ла еткән. Р. Солтангәрәев. һиҙҙермәй генә килде уға [Ғәлимәгә] ҡартлыҡ. Т. Ғарипова. Перовскийҙың донъяға ҡарата мөнәсәбәте уҙгәреуен ҡартлыҡ бәләһе икән тип уйлап, уны Падуров та ихлас йәлләне. Я. Хамматов. • Ваҡыт утә тора, ҡартлыҡ етә тора. Әйтем. Йәшлегең тырыш булһа, ҡартлығың тыныс булыр. Мәҡәл. Ҡартлыҡ — тугел икән шатлыҡ. Әйтем. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта. Мәҡәл.
ҠАРТМА (Р.: головной убор; И.: head gear; T.: ihtiyar kadınların başlığı) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙың осло итеп, эсләп тегелгән, ҡашмау һымаҡ ынйы-мәрйен, тәң-кә-көмбәҙ менән биҙәлгән боронғо баш кейеме. □ Высокий женский головной убор, украшенный монетами, кораллами. Ҡартма йөрөтөу. Ҡартма тегеу. Ҡартма буләк итеу. Ҡартма кейеу.
ҠАРТМӘКӘШ и. диал. ҡар. ҡартлас. Ҡара һин уны, ҡартмәкәш, ҡыҙҙар куҙләгән була!
ҠАРТНӘЙ и. диал. ҡар. өләсәй. Ҡәртнәй йорто. Ҡәртнәй бешергән ҡоймаҡ. Ҡәртнәй иҫтәлеге.
ҠАРТ НӘНӘЙ и. диал. ҡар. ҡарт өләсәй. Ҡарт нәнәй бәлештәре. Ҡарт нәнәйгә ҡунаҡҡа барыу.
ҠАРТ ОЛАТАЙ (Р: прадед; И.: great grandfather; T.: dede babası) и.
Олатайҙың йәки өләсәйҙең атаһы.
□ Прадед. ■ Борон йола мотлаҡ утәлгән, Абдулла ҡарт олатайҙың да, Ғәйшә ҡарт өләсәйҙең дә нәҫел ебе етенсе быуында тоташа. «Урал», 27 сентябрь 2010. Ҡаһарман яугирҙың буләһе бәләкәс кенә ҡулдары менән хәрефтәрҙе һыйпап сыҡты: «Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай!..» Г. Ситдикова.
ҠАР ТОТҠОС (Р: снегозащитное заграждение; И.: snow fence / screen; snowbreak; T.: kar çiti) и. махе.
Ҡар тотоу өсөн ҡуйыла торған кәртә.
□ Снегозащитное заграждение. ■ Май
302