Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 303


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРТӘНӘЙ
ҙанға ҡар ятһын өсөн, йылға аръяғындағы урмандан ҡоро-һары ағас ботаҡтары алып килеп, ҡар тотҡостар яһап ҡуйырға булдылар. М. Садыҡова.
ҠАР ТОТОУ (Р.: снегозадержание; И.: retention of snow on fields; T.: kar çiti kurmak) и.
Ышыҡ ҡуйып, баҫыуға ҡар туплау.
□ Снегозадержание. Шыршыны иген яландарында ҡар тотоу осон ултырталар. Я Яҡуп, билдәле булыуынса, ятып тына торған кеше тугел, эш тапты: арыш сәселгән һыртҡа ҡар тотоу уткәрергә булды. Б. Бикбай. Колхозда башҡа эштәр ҙә етерлек: ырҙында иген таҙартыу, ҡар тотоу һ. б. «Киске Өфө», № 18, 2012.
ҠАРТ ӨЛӘСӘЙ (Р: прабабушка; И.: great grandmother; T.: dede annesi) и.
Олатайҙың йәки өләсәйҙең әсәһе.
□ Прабабушка. Я Әһә, таптым, мин рәссам бит, рәсем төшөрә беләм, әсәйҙәрҙең һурәттәрен оло булмәгә әләм! Иң йәше — минең әсәй, урталыҡта — өләсәй, иң турҙә ҡарт өләсәй — бик һөйөклө өс әсәй. Г. Ситдиҡова. Олатайҙың әсәһе — ҡарт өләсәй беҙҙең менән йәшәне, ул им-томға ла һәләтле ине. «Киске Өфө», № 47, 2011.
ҠАРТТАЙн. диал. ҡар. олатай. Я Ҡарт-тайым оло инде минең, бер ни курмәй, ишетмәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРТТАРСА (Р: по-стариковски; И.: like an old man; T.: ihtiyarlara özgü) р.
Ҡарттарға хас булғанса, ҡарттар кеүек.
□ По-стариковски, как старик. Я [Малыбай:] Булмаһа, ҡарттарса һелкенеп алайым, тарт «Байыҡ»ты! М. Буранғолов, «һикһәненсе тиҫтәне тултырам инде, — тип һуҙен башланы, ҡарттарса матур йылмайып, Заһиҙә инәй, — тыуған яҡтарға йыш ҡайтып та булмай». «Йәшлек», 10 июль 2012. • Ҡарт янында ҡарттарса, йәш янында йәштәрсә бул. Мәҡәл.
ҠАРТТАР ТӘКӘҺЕ (Р: сундучок с гостинцами, привезённый сватами со стороны жениха; И.: cofferet with presents; T.: güveyin hediyeleri koyulan sandık) и. этн. диал.
Егет яғынан ҡоҙалар күстәнәс һалып алып килгән бәләкәй һандыҡ. □ Сундучок с гостинцами, привезённый сватами со стороны жениха. Ҡоҙалар ҙур ғына ҡарттар тәкәһе алып килделәр.
ҠАРТТАР ҺҮҘЕ (Р: поучения, наставления дедов, стариков; И.: sages’ word; T.: atalar sözü) и.
Ололарҙың өгөт-нәсихәте. □ Поучения, наставления дедов, стариков (предков). • Ҡарттар һуҙен ҡапҡа йый. Мәҡәл. Ҡарама ағас йыш булмай, ҡарттар һуҙе буш булмай. Әйтем. Ҡарттар һуҙен тоҡҡа һал, йәштәр һуҙен янсыҡҡа һал. Әйтем. Ҡарттар һуҙен ҡар баҫмаҫ. Әйтем. Ҡарттар һуҙе — ҡапсыҡта, йәштәрҙеке — янсыҡта. Әйтем.
ҠАРТУП (ҡартубы) [рус. картофель} и. диал. ҡар. картуф. Ҡартуп ҡурыу. Ҡартуп баҡсаһы. Ҡартуп ҡаҙыу. Эре ҡартуп.
ҠАРТҺЫНЫУ (ҡартһын-) (Р: считать старым; И.: deem somebody old; T.: ihtiyar sanmak) ҡ.
Ҡарт тип иҫәпләү, ҡартҡа һанау. □ Считать старым кого. Ҡартһынып ҡарау. Ата-әсәйҙе ҡартһыныу. Хаҡлы ялға сыҡһаң, ҡартһыналар.
ҠАРТЫЙ и. диал. ҡар. өләсәй. Ҡартый булыу. Өс ейәнле ҡартый. Ҡартый өйө. Ҡартый буләге.
ҠАРТЫ-ЙӘШЕ (Р: и стар и млад; И.: young and old alike; T.: büyük küçük herkes) и. йыйн.
Ҡарттар һәм йәштәр, бөтә кеше. □ И стар и млад. Я Иртә менән, инән-ҡанан булғас, Ташбатҡан ауылының ҡарты-йәше, олоһо-кесеһе Әхмәдиҙең урамына айыу курә килделәр. Ж. Кейекбаев. Ҡолтубә, .. халыҡтан ҡан-йәш туктереп, ҡартын-йәшен теҙ суктереп, зар илатып хөкөм йөрөтә башлаған. Әкиәттән.
ҠАРТЫҠАЙ и. диал. ҡар. өләсәй. Ҡартыкай кустәнәстәре. Ҡаршыҡай әкиәте. Ҡартыкай йыуасаһы.
ҠАРТӘНӘЙ (Р: бабушка по матери; И.: maternal grandmother; T.: anneanne) и. диал.
303