ҠАРТӘСӘЙ
Әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка по матери. Ҡартәнәйгә ҡунаҡҡа барыу. Ҡартәнәй күстәнәсе. Ҡартәнәй бәлештәре.
ҠАРТӘСӘЙ и. диал. ҡар. өләсәй. ■ Ҡон яҡтыһында үҙгәреп юҡҡа сығасаҡ был сәйер төҫтө туйғансы күреп тә өлгөрмәнем, тыштан ҡартәсәйем ҡабаланып килеп инде. Ҡартәсәйем киндер тоҡсайға дарыу үләндәре һалып алды, бер нисә төрлөнән. Л. Якшыбаева.
ҠАРТӘТИ и. диал. ҡар. олатай. Ҡартәти күҙлеге. Ҡартәти бүләге.
ҠАРТӘТӘЙ и. диал. ҡар. олатай. Ҡарт-әтәй һүҙҙәре. Ҡартәтәй биргән китап. Ҡартәтәйҙең ҡул таяғы.
ҠАРУН I [ғәр. ûjjü] (Р.: очень скупой; И.: very stingy; T.: cimri) c.
Үтә ныҡ һаран; ҡомһоҙ. □ Очень скупой, жадный. ■ [Ғәйнулла:] Мин бит ҡарун түгел. Хәйер-саҙаҡамды, ғөшөр-фытырҙарымды — бөтәһен дә ваҡытында түләйем. И. Насыри. Ҡарун сауҙагәр йортонда ун биш йыл бил бөгөүен иҫәпкә алып, Шәрғиәгә лә тауыҡ кетәге ҙурлыҡ ҡына бүлмә бирҙеләр. Ә. Хәкимов.
ҠАРУН II [ғәр. o^Li] (Р: скряга; И.: miser; T.: pinti) и.
Үтә ныҡ һаран; ҡомһоҙ кеше. □ Скряга, скупой. ■ [Аҡйегет — байға:] Ҡурҡма, ҡарун, һатлыҡ йән, әле мин һиңә теймәйем, — ти икән был, бармаҡ янап. Н. Мусин. [Ситекбай — Итекбайға:] Их, ә мин һине ошо көнгә саҡлы ысын дуҫ тип йөрөнөм. Торғаны бер ҡарун икәнһең, — тип ыскындырған, ысын йөрәктән әрнегән булып ҡыланып. Ф. Яхин. • Ҡарун кеүек мал йыйғансы, яҡшы исемең ҡалһын. Мәҡәл. Ҡарун малы — ҡар һыуы. Әйтем.
ҠАРУНЛАНЫУ (ҡарунлан-) (Р. : скряжничать; И.: be niggardly; T.: pintilik etmek) ҡ.
Һаранлыҡ күрһәтеү; ҡомһоҙланыу. □ Скряжничать, скаредничать, жадничать. М [Сәүит рәйесе — Ҡарун Ғилажға:] Ҡүпме тылҡырға була һиңә? Ҡарунланып, яңғыҙ малыңа тоҙ ялатмайһың! Й. Солтанов. Бай, егеттән малын ҡыҙғанып, ҡарун
ланып, арҡанды ҡырҡып ебәрә. Егет ҡоҙоҡ төбөнә төшөп китә. Әкиәттән.
ҠАРУНЛЫҠ (ҡарунлығы) (Р: скряжничество; И.: miserliness; T.: pintilik) и.
Ҡарун кешегә хас сифат; һаранлыҡ, ҡомһоҙлоҡ. □ Скряжничество, скаредность, жадность, скупость. Я Байҙарҙың аумаҡай холҡонан, ҡарунлығынан ыҙа сигеүсе ярлы-ябаға янында уның [һабрауҙың] урыны. Ә. Хәкимов.
ҠАРУТ (Р: ворсянка; И.: teasel; T.: ta-rakotu) и. бот.
Йөнтәҫ һабаҡлы, ҡара-ҡаршы япраҡлы, тупалсаҡланып торған ваҡ өйкөм сәскәле үлән. □ Ворсянка (лат. Dipsacus). Ҡарут һымаҡтар. Ҡарут сәскәлеләр. Ҡарут үләне емештәрен туҡыу сөнәғәтендә туҡымаларҙы йөнтәҫләндереү өсөн файҙаланалар.
ҠАРҺАҠ I (Р: низкорослый; И.: undersized; T.: kısa boylu) с.
Кәүҙәгә, буйға бәләкәй; тәпәшәк. □ Низкорослый, малорослый. ■ Ҡүсте яу баҫҡайны. Ялбыр яллы, уттай йылғыр, ҡарһаҡ ҡара туры аттарға атланған .. барымтасыларҙың бер төркөмө, йылҡы көтөүен өйөрөп, Яйыҡҡа табан ҡыҫырыҡлай. Я. Хамматов. Хан улы үҙе ҡарһаҡ, үҙе аҡһаҡ, көмөрө, етмәһә, бик уҫал бер әҙәм икән, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠАРҺАҠ II (ҡарһағы) (Р: корсак; И.: corsac fox; T.: karsak) и. зоол.
Һары төҫтәге ваҡ дала төлкөһө. □ Корсак, лисица степная. / Корсачий (лат. Vulpes corsac). ■ Мин — бер арыҡ бүреләй елеп йөрөгән, ҡуян, ҡарһаҡ төлкө еҫен һиҙеп йөрөгән. М. Аҡмулла. Ҡәлғә тирәһендә ур ҡаҙған, таш ташыған эшселәр, ҡарһаҡтарҙың унан да, бынан да күҙҙәре тоноп сабып үтеүен күҙәтте. 3. Ураҡсин. Баҡса эргәһендә генә вольер бар. Унда уҡыусылар дөйә, ишәк, бүре, төлкө, ҡарһаҡ, мышы, айыуҙар һәм башҡа йәнлектәрҙе күрҙе. «һаҡмар», 14 апрель 2012.
ҠАРҺАҠ III (Р: корсачий; И.: made of corsac fox fur; T.: karsak) c.
304