Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 364


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАУҘЫР
ҠАУҘЫР (Р.: горячий (о характере)', И.: hot-tempered; T.: öfkeci) с. диал.
Ҡыҙыу, түҙемһеҙ. □ Горячий, нетерпеливый (о характере). ■ [Зөлҡәғиҙә — Ирназарға:] Үҫкән һайын атайың мәрхүмгә нығыраҡ оҡшап бараһың. Ул да шулай ҡауҙыр холоҡло була торғайны. Ә. Хәкимов. • Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр. Мәҡәл.
ҠАУҘЫРАУ (ҡауҙыра-) (Р.: струсить;
И.: be in a (blue) funk; T: korkmak) ҡ. диал.
Баҙап ҡалыу, ҡурҡыу. □ Струсить. Ҡау-ҙырап ҡалыу. Ныҡ ҡауҙырау. Имтихандан ҡауҙырау.
ҠАУҘЫРЛАНЫУ (ҡауҙырлан ) (Р: горячиться; И.: get angry; T.: heyecanlanmak) ҡ. диал.
Ҡапыл ҡыҙып китеү. □ Горячиться.
■ [Ҡорбан:] Берәр көсөң етмәгән нәмәне күтәрә алмай торһаң, көсһөҙ, тиҙәр. Уңға-ныраҡ тотона башлаһаң, ҡабаланма, ҡау-ҙырланма, емерергә итәһеңме ни, тиҙәр. С. Ҡудаш.
ҠАУҘЫ ҮЛӘНЕ (Р: аистник; И.: его-dium; T.: turnagagası) и. бот.
Сәскәлеге сатырлы, емеше ҡауҙы башына оҡшаған ҡый үләне. □ Аистник (лат. Erodium cicutarium). Ҡауҙы үләнен йыйыу. Ҡауҙы үләнен киптереү. Ҡауҙы үләненән төнәтмә яһау.
ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР (Р: аистообразные; И.: Ciconiiformes; T.: leyleksiler) и. зоол.
Уртаса һәм йылы бүлкәттәрҙә йәшәй торған селән, ҡауҙы кеүек ҡоштарҙы үҙ эсенә алған ҡоштар отряды. □ Аистообразные (лат. Ciconiiformes). М Ҡауҙы һымаҡтар отряды алты ғаиләне берләштерә. [Ҡауҙы һымаҡтар] оҙон аяҡлы ҡоштар, ерҙә йәки яр буйлап әкрен генә атлап йөрөйҙәр, табыштарын һыуҙа эҙләйҙәр. Интернет селтәренән.
ҠАУЖАУ (Р: щупленький; И.: very puny; T.: cılız) с. диал.
Ябыҡ, кәрһеҙ, бәләкәй кәүҙәле. □ Щупленький. Ҡаужау кеше. Ҡаужау булыу. Ҡаужау ғына ир.
ҠАУЖЫТЫУ (ҡаужыт-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡшатыу 3. Ҡартлыҡ ҡаужытты. Ауыр эш ҡаужыта.
ҠАУЖЫУ (ҡаужы-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡшау I, 3. ■ Ҡартайҙы, ҡаужыны һөйәрбикә әбей. Эскә соҡорайып батҡан урты эсендә хәҙер ни бары тырым-тырағай ултырған биш-алты бөртөк кенә теше тороп ҡалды. Р. Өмөтбаев.
ҠАУ ИТЕҮ (ҡау ит-) (Р.: пугать; И.: frighten; T.: korkutmak) ҡ.
Ҡурҡыу хәленә төшөрөү. □ Пугать, страшить, устрашать, запугивать, отпугивать. // Устрашение, запугивание. ■ Арҡаландың, Мораҙым, арҡаландың, Мораҙым. Ҡара ыласын ҡау иттең, ҡара ыласын ҡау иттең, ҡошто ҡайҙан сөйөрһөң? Ҡошто ҡайҙан сөйөрһөң? «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАУҠАЛАУ I (ҡауҡала-) ҡ. диал. ҡар. ҡауаҡлау 2. Ҡул тиреһе ҡауҡалаған. Бит ҡауҡалаған.
ҠАУҠАЛАУ II (ҡауҡала-) ҡ. диал. ҡар. ғауғалау. Ҡауҡалап килеп инеү. Ҡауҡалап йөрөү. Күрше ҡатын бер ни булһа ҡауҡалай ҙа йөрөй.
ҠАУҠАУ (ҡауҡа-) ҡ. диал. ҡар. ҡауҡа-лау I. Ҡауҡаған тире. Ҡутыр ҡауҡаған.
ҠАУҠ-ҠАУҠ (Р.: подражание клёкоту хищных птиц; И.: squawk!; T.: cıyak) оҡш.
Йыртҡыс ҡоштарҙың яңғырауыҡлы ҡалын тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание клёкоту хищных птиц. Төйлөгән ҡауҡ-ҡауҡ тип ҡысҡыра.
ҠАУҠЫЛДАУ (ҡауҡылда-) (Р: клекотать; И.: squawk; T.: ciyaklamak) ҡ.
1. Яңғырауыҡлы ҡалын тауыш сығырып ҡысҡырыу (йыртҡыс ҡоштарға ҡарата). □ Клекотать (о хищных птицах). Ҡоштар ҡауҡылдауы. Ҡауҡылдау ишетеү.
2. күсм. Ҡысҡырып һөйләшеү. □ Разговаривать громогласно. Ҡауҡылдамай тороғоҙ, бер ни ҙә ишетелмәй!
ҠАУЛАН I (Р: прошлогодняя трава (высохшая на корню)', И.: wintered grass; T.: geçen yılki ot) u.
364