Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 363


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАУҘЫН
ҡауғабыҙ бар. Эрбет менән Мәкәрйәгә сама ҡайҙа — баҙарына ҡарай ғына сауҙабыҙ бар. М. Аҡмулла.
ҠАУҒА III и. диал. ҡар. ҡау II, 2. Эт ҡауғаһы. Ҡауғаһын ҡойоу. Оҙон ҡауға.
ҠАУҒАҘАУ (ҡауғаҙа-) (Р.: покрыться коростой; И.: get covered with scab; T.: kabuklanmak) ҡ. диал.
1. Ҡутырға әйләнеү, ҡутырлау. □ Покрыться коростой. Ҡулдары ҡауғаҙаған.
2. ҡар. ҡауаҡлау 2. Башы ҡауғаҙаған.
ҠАУҒАҠ с. диал. ҡар. кәүгәсел. Ҡауғаҡ кеше. М Таймас ул көндө кискәрәк кенә килде Шәйхисламға. Ҡауғараҡ холоҡло был туғанын һирәк курһә лә, Шәйхисламда уның ки-леуе ниндәйҙер ғорурлыҡ уятты. «Ағиҙел», №4, 2010.
ҠАУҒАЛАУ (ҡауғала-) ҡ. ҡар. ғауғалау I. ■ [Һабрау йыраусы:] Сатмыр уға [Иҙеукәйгә] ҡул бирер, теләгенә юл бирер. Ас арыҫландай, укереп, ҡауғалап, һөрән һалыр ул, был нуғайлы ауыр йорт. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАУҒАЛАШЫУ (ҡауғалаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡауғалау, взаимн. от ҡауғалау. ■ Мө-хәммәтсәлим, ҡурҡҡан халыҡты тынысландырырға тырышып, бер ук һуҙҙе ныҡы-ны: «Ағай-эне, зинһар, ҡауғалашмағыҙ!» Я. Хамматов.
ҠАУҒАСЫЛ с. ҡар. ғауғасыл. М [Фәй-руш:] Әхтәм ул бик ҡауғасыл кеше, хәҙер килеп етер. Ҡ. Даян.
ҠАУҘАЙЫУ (ҡауҙай-, ҡауҙая) ҡ. диал. ҡар. ҡапрайыу 1. Кеҫәһе ҡауҙайып тора. Сәстәре ҡауҙайған.
ҠАУҘАЛАУ I (ҡауҙала-) (Р: шелушиться (о коросте)', И.: scale off; T.: pul pul dökülmek) к.
Кибеп, ҡубып ҡойолоу (ҡутыр, ҡысыу һымаҡ нәмәләргә ҡарата). □ Шелушиться (о коросте). Ҡул тиреһе ҡауҙалап тора. Битем ҡауҙалаған.
ҠАУҘАЛАУ II (ҡауҙала-) ҡ. диал. ҡар. ҡауҙау I. М [Таиба әбей:] Әлдә сысҡандар һандыҡҡа инә алмаған .. ҡолонсағымдың ки
таптарын ҡауҙаламағандар икән әле. 3. Биишева.
ҠАУҘАН Ти . диал. ҡар. ҡамыл 1. Ҡауҙаны ултырып ҡалған баҫыу. Ҡауҙан һөрөу.
ҠАУҘАН II и. диал. ҡар. ҡау II, 2.
ҠАУҘАНЛАУ (ҡауҙанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡауау 3. һарыҡтар ҡауҙанлай башлаған.
ҠАУҘАУ I (ҡауҙа-) (Р: измельчить; И.: grind; pound; T.: ufalamak) ҡ. диал.
Кимереп ашағанда ваҡлап, сүпкә, кәүәккә әйләндерел бөтөрөү (сысҡан кеуек кимереу-селәргә ҡарата). □ Измельчить, поедать зерно, семя; превращать в труху. Игенде сыскан ҡауҙап бөткән.
ҠАУҘАУ II (Р: парша; И.: tetter; T: kel) и. диал.
Баш тиреһенә сыға торған йоғошло ҡысыу; таҙ. □ Парша. Ҡауҙау йоҡтороу. Ҡауҙау сығыу. Башына ҡауҙау төшкән.
ҠАУҘЫ (Р.: аист; И.: stork; T.: leylek) и. зоол.
1. Оҙон төҙ суҡышлы, оҙон аяҡлы аҡ йәки ҡара төҫтәге эре күсмә ҡош. □ Аист (лат. Ciconia). Ҡауҙы ояһы. Ҡауҙы балаһы. Инә ҡауҙы. ■ Һандуғасы ултыра һайрап, буҙ турғайы оса сырылдап, тартайы йөрөй тартылдап, ҡаҙы йөҙә ҡаңғылдап, ҡауҙыһы йөрөй һуҡылдап .., — ҡыҫҡаһы, барыһы, барыһы эштә, ҡуҙғалышта. Ғ. Дәүләтшин. Куҙ алдына матур куренеш килеп баҫты: сәскәләр аллеяһы. Бына — быуа. Эргәһендәге ағастар тирә-яҡҡа йәм бирә. Бәләкәй генә ел тирмәне лә бар. Ҡауҙы осоп килеп ултырған. «Йәншишмә», 22 июнь 2012.
2. этн. Ҡатай ырыуының тотем ҡошо. □ Аист (тотемная птица у башкир-китайцев). ■ [Кағинжар уғлы — Ҡатай бейгә:] «Ағасы — артыш, ҡошо — ҡауҙы, ораны — тайлаҡ, тамғаһы һепертке булһын», — тине. Ғ. Кейеков.
ҠАУҘЫН с. диал. ҡар. ҡауҙыр. ■ Характерҙар төрлө беҙҙең: мин ҡауҙын, ул баҫынҡы; минең эсемдәге — тышта, ә Нуретдин аҫтыртын. Ғ. Әмири.
363