ҠАУАҠ
Ҡыҙыу ҡанлы. □ Вспыльчивый. Ҡауай булыу. Ҡауай кеше. Ҡауай ир. Бик ныҡ ҡауай.
ҠАЖҠ I (ҡауағы) (Р.: перхоть; И.: dandruff; T.: kepek) и.
1. Баш тиреһенең кибеп ҡойолоп төшөп торған тире күҙәнәктәре. □ Перхоть. Ҡауаҡ ҡойолоу. Ҡауаҡты бөтөрөү. ■ Шампундәр сәстәрҙе матур итеп тәрбиәләй, ҡойолоуҙан, насар һауа шарттарынан һаҡлай, ҡауаҡ барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә. «Башҡортостан», 27 декабрь 2011.
2. диал. Ашлыҡты тарттырғандан һуң ҡалған ҡабыҡ; көрпә. □ Отруби, высевки. Малға ҡауаҡ ашатыу.
ҠАЖҠ II (ҡауағы) и. диал. ҡар. ҡау 1,1. ■ Ғөбәйҙә инәйҙең йән тиргә төшкән бите, муйыны, беләктәре бесән ҡауағына буялған, эскә батҡан күҙҙәре генә тоноҡ йылтырай. Н. Мусин.
ҠАЖҠЛАНЫУ (ҡауаҡлан-) ҡ. ҡар. ҡауаҡлау. Ҡауаҡланған сәс. ■ Баш тиреһенең ҡауаҡланыуы тәбиғи күренеш, әммә уның аҙналар буйы юғалмауы һәм уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуыла бар. «Башҡортостан», 13 май 2012. Тимрәү — тирелә ҡытыршыланып йәки ҡауаҡланып сыҡҡан дерматоздарҙың дөйөм атамаһы. Интернет селтәренән.
ҠАЖҠЛАУ (ҡауаҡла-) (Р.: покрываться перхотью; И.: get covered with dandruff; T.: kepeklenmek) ҡ.
1. Ҡауаҡ (1,1) барлыҡҡа килеү, ҡауаҡлы булыу. □ Покрываться перхотью. Ҡауаҡлаған баш.
2. Ҡауаҡланып һыҙырылыу, ҡойолоп төшөү (тән тиреһенә ҡарата). □ Шелушиться. Бит тиреһе ҡауаҡлай. Ҡулым өшөүҙән ҡауаҡлай.
ҠАЖҠЛЫ (Р: с перхотью; И.: with dandruff; T.: kepekli) с.
1. Ҡауағы күп, ҡауағы бар. □ С перхотью. Ҡауаҡлы себорея. ■ Баш тиреһе майлы, ҡауаҡлы булғанда һәм сәс ҡойолғанда, йыуылған сәстәрҙе таҫтамал менән киптергәс, баш тиреһенә кесерткән төнәтмәһе һөртөгөҙ. Р. Ураҙғолов.
2. Ҡубып торған, ҡойолған. □ Шелушащийся. Силсәнең ҡауаҡлы таптары. ■ Һыйыр малының ҡолаҡ араларында, күҙ тирәһендә, кәүҙәһендә трихофития тимгелдәре күренгеләй. Малҡайҙарҙың тиреһендә ҡутырлап торған эре ҡауаҡлы таптар хасил була. «Йәншишмә», 19 декабрь 2012.
ҠАЖН и. бот. диал. ҡар. бүтәгә I, 1. Ҡауан үлән. Һутлы ҡауан. Ҡауан үҫкән ер.
ҠАЖП ТӨШӨҮ (ҡауап төш-) ҡ. диал. ҡар. ҡауау 3. Эттең йөнө ҡауап төшкән.
ҠАЖУ (ҡауа-) (Р: шелушиться (о коже)’, И.: peel off; T.: pul pul dökülmek) ҡ. һөйл.
1. Ҡубып ҡойолоу, һыҙырылып тороу (тирегә ҡарата). □ Шелушиться (о коже). // Шелушение. Бит ҡауай. Ҡул тиреһе ҡауап тора.
2. Йөндөң, сәстең ҡойолоуы. □ Лезть, выпадать (о волосах, шерсти). Йөн ҡауай. Сәсем ныҡ ҡауай. Бесәй йөнө ҡауай.
3. Йөнө, баҡтаһы ҡойолоу. □ Линять (о животных). Эштәрҙең йөнө ҡауай. Баҡтаһы ҡауай. Яҙ көнө ҡырҡылмаған һарыҡтарҙың йөндәре бөтөнләй ҡауап төшкән.
ҠАУҒА I [фарс. и. ҡар. ғауға. Я [Атанғол:] Әсәй, энә әпкилдем — тыйманың, кәзә урланым — тыйманың, ат урланым — тыйманың. Хәҙер килеп, ошондай көнгә төштөм, ауылыма ҡауға һалдым. Легенданан. Шау-шыу, ҡысҡырыш, саң да уйнай, эттәр ҙә абалап өрөшәләр, әйтерһең, илгә әллә ниндәй бәлә, ҡауға, сыр-сыу төшкән. Т. Хәйбуллин. Алпамыша батыр ултырған килеш кенә йоҡлап китә. Теге аждаһа, ер тетрәтеп, ҡауға ҡуптарып, ҡара буран туҙҙырып килгән була. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». • Бер ҡашыҡ ашым, ҡауғаһыҙ башым. Әйтем.
ҠАУҒА II (Р: кожаное ведро, сшитое из бычьей шкуры; И.: leather bucket made from oxhide; T.: deri kova) и. этн.
Үгеҙ тиреһенән тегелгән биҙрә. □ Кожаное ведро, сшитое из бычьей шкуры. Ҡауғаға ҡойоу. Ҡауға тегеү. ■ Мәжлесенә ҡарай ғына ғауғабыҙ бар, ҡоҙоғона ҡарай ғына
362