Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 361


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАУАЙ
рәһендә ҡатышып йөрөй торған, эшкә ҡатышыу ҙары сәбәпле актив тип танылған йәштәр икәнен белде. А. Таһиров.
ҠАТЫШЫП ТОРОУ (ҡатышып тор-) ҡ. ҡар. ҡатышып йөрөү. В [Муса ағай:] Мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ, кисәләрҙә йыш сығыш яһайбыҙ, юҡ сәбәпте бар итеп төрлө осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Дөйөм алғанда, һыу кеуек ҡатышып торабыҙ, татыулыҡ һәм дуҫлыҡ көслө. «Башҡортостан», 7 декабрь 2010.
ҠАТЫШЫУ I (ҡатыш-) ҡ. ҡар. ҡатнашыу I. Ҡатышып китеу. М Нуранияның барыбер йәне баҫылманы, уйынға ҡатышманы. Р. Камал. Бығаса һуҙгә ҡатышмай тып-тын ултырған Аллабирҙе шул саҡ: — Юҡ, юҡ, хөрмәтле хужабикә! — тип ҡысҡырып уҡ ебәрә. — Мин мөкиббән китеп тыңлап ултырам әле бына. «Зөһрә менән Алдар». [Үтәғол:] Юлдыбай, ташла, ҡатышма шуларға! Әйҙә, китәйек бынан. М. Буранғолов. • Белмәгән эшкә ҡатышма. Мәҡәл. Яманға яҡшы ҡатышмай булмай. Әйтем.
ҠАТЫШЫУ II (ҡатыш-) (Р.: объединяться; И.: unite; T: birleşmek) ҡ. диал.
Ҡушылыу, берләшеү. □ Объединяться. Бер колхоздың икенсегә ҡатышыуы. Бер класс икенсе класс менән ҡатышты.
ҠАТЫШЫУ III (ҡатыш-) (Р: ссориться; И.: quarrel; T: kavga etmek) ҡ. диал.
Һүҙгә килешеү, әрләшеү. □ Ссориться. Ныҡ ҡатышыу. Оҙаҡ ҡатышыу.
ҠАТЫ ЯМҒЫР (Р: ливень; И.: heavy shower; T: sağanak) и. диал.
Өҙлөкһөҙ яуған ямғыр; ҡойма ямғыр. □ Ливень. Ҡаты ямғырға эләгеу. Ҡаты ямғыр аҫтында ҡалыу. Ҡаты ямғыр башланды.
ҠАУ I (Р: труха; И.: hay dust; T.: kuru ot kırıntıları) и.
1. Кипкән бесән, һалам вағы. □ Труха./ Трухлявый (о сене, соломе). Бесән ҡауы.
2. Тамырында ултырып ҡышлаған былтырғы ҡоро үлән; ҡаулан. □ Прошлогод
няя трава (высохшая на корню). ■ Ил ҡундырҙың, Мораҙым! Ҡара һыуға ҡан ҡойҙоң — һыуҙы ҡайҙан эсерһең? Яҙғы ҡауға ут һалдың — утты ҡайҙан утларһың? «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Бесән генә сапһам, салғым утмәй, сабынымдың төбө ҡау икән. Халыҡ йырынан.
♦ Ҡау аҫтына ут төртөү кешеләр араһын аҫтыртын боҙоу. □ Разжигать страсти, смуту (исподтишка). Ҡау аҫтына ут төртөу менән шөғөлләнеу.
ҠАУ II (Р: выползок, чешуя; И.: scales; T: pullar) и.
1. Йылан-саян һымаҡ төрлө ҡорт, йәнлектәрҙең кибеп төшкән көбө. □ Выползок, чешуя, кожа (у ящериц, змей и т.п.). Ҡау һалыу. Ҡау ташлау. Ҡеҫәртке ҡауы. ■ Йыланғараҡ булһа, тилебәрән йәки йылан ҡауы менән төтәтеп бөтөрәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
2. Йәнлек, хайуандың иҫке йөнө; баҡта. □ Шерсть-линька. Ҡау ҡойоу. Һарыҡ ҡауы. Эт ҡауы.
3. диал. Ҡарындағы баланы уратып ҡаплаған яры; йөҙлөк. □ Рубашка (оболочка плода в утробе). И Бала йөҙлөк, бөркәнсек, ҡау менән тыуһа, бәхетле, тип уға Йөҙлөкәй, Йөҙөкәс, Йөҙлөкбай, Йөҙөбәк, Йөҙөкәй тигән исем ҡушҡандар. Картотека фондынан.
4. диал. ҡар. ҡауаҡ I, 1. • Ялҡауҙың башы ҡау, уҙенә яу. Әйтем.
ҠАУ III (Р: трут; И.: tinder; T.: kav) и.
Утты тоҡандырыу өсөн ағас бәшмәген киптереп, төйөп эшләнгән саҡма мамығы. □ Трут (из высушенного и размягчённого гриба-трутовика). Ҡау тоҡандырыу. Ҡау әҙер-ләу. Ҡау киптереу.
ҠАУ IV и. диал. ҡар. ҡамыл. Арыш ҡауы. Бойҙай ҡауы. Ҡау ҡалдырыу. Ҡау ҡалған баҫыу.
ҠАУ V и. анат. диал. ҡар. ҡолаҡ ярыһы. Ҡау йыртылыу. Ҡау шартларҙай тауыш.
ҠАУАЙ (Р.: вспыльчивый; И.: irascible; Т: asabi) с. диал.
361