Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 360


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫШ
Төрлө минерал тоҙҙар ҡатыш татырлы һыу. □ Жёсткая вода. Ҡул каты һыулы, тоҙло. Ҡоҙоғобоҙ ҡаты һыулы. Ҡаты һыуҙан сәйнуккә юшҡын ултыра.
ҠАТЫШ I (Р.: смешанный; И.: mixed; Т: karma) с.
Төрлө нәмә үҙ-ара ҡушылған; аралаш, ҡатнаш. □ Смешанный, перемешанный. Ҡайын ҡатыш ҡарағай, һыу ҡатыш ҡом. Һағыш ҡатыш әрнеу. ■ Бына көҙ ҙә етеп, ҡар ҡатыш ямғырҙар яуа башланы, ти. Ҡусәр хан бөтә малдарын саңдауға алып ҡайтырға ҡушты, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Туҙан ҡатыш төтөн болотон йырып, аттар йән-фарман алға сапты. Ә. Хәкимов. Тоҙ соҡоусылар йәшәгән барактар ҡатҡан һары балсыҡтан һалынған, тубәһе ялпаҡ, ҡамыш ҡатыш балсыҡ менән ябылған, иҙәне лә балсыҡ, шымалап, ялтыратып ҡуйылған. 3. Ураҡсин. Өй алдына ваҡ таш ҡатыш ҡом һибелгән. М. Кәрим. Салауат менән Фёдор Пьянковтың өҫтөнә нефть ҡатыш һыу ҡойола. Р. Солтангәрәев.
ҠАТЫШ II (Р: вперемежку; И.: pell-mell; T: karışık) р.
Ҡушып, аралаштырып. □ Вперемежку. ■ Башын өҫтәлгә һалып сеңләп-сеңләп илаған куршеһен йәлләу ҡатыш ытырғанып ку-ҙәтте Шәрғиә. Ә. Хәкимов. Арыҫлан Рәхмә-туллович сәй эскәндә лә был турала ләм-мим өндәшмәне, киреһенсә, куңелле булырға тырышып, шаяртыу ҡатыш хәбәр һалды. Д. Бүләков.
ҠАТЫШ III (Р: отношение; И.: relation; T: ilişik) и.
Ниндәйҙер эшкә туранан-тура бәйләнеш; ҡағылыш, ҡыҫылыш. □ Отношение, касательство, причастность. Тура ҡатышы бар. Ҡатышы булмаған. Я Йөрәк утым кәмей барған һайын, ҡатышы юҡ бында йәшемдең. Мин ул утты, яҙғы йәшен итеп, шиғыр юлдарына йәшерҙем. М. Кәримов. Һаҡмарҙың аръяғына беҙҙең башҡорт ауылының бер ҡатышы ла юҡ ине. Ул ваҡытта улар каза
чий исемендә йөрөй торғайнылар. Й. Солтанов.
ҠАТЫШМА (Р: смесь; И.: mixture; Т: karışım) и.
Бер нәмә икенсе нәмәгә ҡушылғандан барлыҡҡа килгән берләшмә. □ Смесь, примесь. Аҙыҡ ҡатышмаһы. Яндыра торған бензинлы ҡатышма. ■ Башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр һөйләштә куп һуҙҙәрҙе ғәрәптеке һәм фарсыныҡы менән алмаштырғандар. М. Өмөтбаев.
ҠАТЫШМАҠЛЫ (Р: общительный; И.: sociable; T: munis) с. һөйл.
1. Кеше менән аралашырға яратыусан, кешегә ҡатнашыусан. □ Общительный. Ҡатышмаҡлы кеше булыу. ■ Әбу бәкер кеше менән ҡатышмаҡлы, уйынсан, уҙе тура һуҙле батыр кеше булған. Легенданан.
2. Хыялыйыраҡ, тилерәк. □ Слегка помешанный. Ҡатышмаҡлы ҡыҙ. Ул әҙерәк ҡатышмаҡлы. Ҡатышмаклылар менән аралашмау.
ҠАТЫШМ АҠҺЫҘ (Р: необщительный; И.: unsociable; T: içine kapanık) с. һөйл.
Кеше менән аралашырға яратмаған; ҡырыҫ. □ Необщительный, замкнутый. Ҡа-тышмаҡһыҙ килен. Ҡатышмакһыҙ булыу. Ҡатышмакһыҙ ғаилә.
ҠАТЫШТЫРЫУ (ҡатыштыр-) ҡ. ҡар. ҡатнаштырыу. Ҡурше-куләнгә ҡатыштырыу. Эшкә ҡатыштырыу. Ҡатыштыра төшөу. Ҡатыштырып тороу. М Әлморон сәскәһе, ҡарағат япрағы ҡатыштырып бешергән хуш еҫле сәй, кипкән тамаҡты ебетеп, сыныҡҡан тәнде иретеп ебәр[ҙе]. 3. Биишева.
ҠАТЫШЫП ЙӨРӨҮ (ҡатышып йөр-) (Р: общаться (в настоящее время)', И.: socialize, be mixing with smb', T.: görüşmek) ҡ.
Ҡемдер менән ҡатнашыу, аралашыу (хәҙерге ваҡытта). □ Общаться (в настоящее время). Йәш ғаиләләр бер-береһе менән ҡатышып йөрөйҙәр. ■ Баһау уларҙың «беҙ генә» тигән тауыштарынан комсомол ти
360