ҠОЛАҠ АЛҠА
ҠОЛАҠ АЛҠА и. диал. ҡар. һырға. Ҡолаҡ алҡа һатып алыу. Ҡолаҡ алҡа тағыу. Колаҡ алҡа буләк итеу.
ҠОЛАҠ АППАРАТЫ (Р.: слуховой аппарат; И.: hearing aid; T.: işitme aygıtı) и. махе.
Насар ишеткәндә ҡолаҡ артына кейелә торған, тауышты көсәйтеүсе прибор. □ Слуховой аппарат. Ҡолаҡ аппараты һатып алыу. Ҡолаҡ аппараты кейеу. М [Ҡатын — ире тураһында:] Икебеҙ араһында бәхәс сығып, уҙемдең хаҡлы булыуымды иҫбат итә башлаһам, ул уҙенең ҡолаҡ аппаратын һун-дерәлә ҡуя. «Йәшлек», 23 апрель 2009.
ҠОЛАҠ АСЫЛЫУ (ҡолаҡ асыл-) (Р.: прочиститься (об ухе)\ И.: improve (of hearing)', T.: kulak açmak) ҡ.
Тоноп торғандан һуң ишетә башлау. □ Прочиститься (об ухе). ■ Көслө шартлауҙан ҡапыл ер һелкенде. Куҙ алды ҡараңғыланды. Бер аҙ ваҡыттан һуң ғына ҡолаҡ асылғандай булды. Д. Юлтый.
ҠОЛАҠ БАРАБАНЫ и. анат. ҡар. ҡолаҡ ярыһы. ■ Көслө шартлауҙан ер тетрәне,.. ҡолаҡ барабандары тығылдылар. Б. Дим.
ҠОЛАҠБАУ I (Р: гуж; И.: tug; T: kayış) и.
Ҡамыттың тәртә менән дуға башына эләктерә торған ике яҡ бауы. □ Гуж. Дуғаны ҡолаҡбауға беркетеу. Колаҡбау бушау. Колаҡбау өҙөлөу. ■ Шакир, бер аяғы менән ҡамыттың мөйәтен тибеп ҡыҫып, ҡыҙарынып тартып, ҡолаҡбауын бәйләй ине. Һ. Дәүләтшина. Ул [Мәғәфур] уҙенең арбаһынан балтаһын бара һалып алды ла Талха арбаһының икенсе тәзеһен, ҡолаҡбауын, арҡалығын сапҡылай башланы. Ж. Кейекбаев. Ашап бөтөу менән, Нажар бабай аттарҙы ҡамытланы, ҡамыттың ҡолаҡбауына оҙон кубә арҡаны таҡты, аттарҙы уңлекләп, төшмәһен өсөн, уларҙы арҡалыҡ ҡайышы менән тарттырып бәйләне. Н. Мусин.
ҠОЛАҠБАУ II (Р: паротит; И.: parotitis, mumps; T.: kabakulak) и. мед. диал.
1. мед. Ҡолаҡ (2) артына сыҡҡан шешек. □ Паротит; свинка. Колаҡбауҙы дауалау.
2. миф. Ҡолаҡ ауырыуы эйәһе. □ Дух болезни ушей. ■ Колаҡбауҙан ҡотолоу өсөн ағасҡа ҡара таҫма бәйләгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛАҠБАУ III (Р: серьги из бусинок; И.: ear-ring made of beads; T.: boncuk küpe) и. диал.
Мәрйен алҡа. □ Серьги из бусинок. Колаҡбау һатып алыу. Колаҡбау тағыу.
ҠОЛАҠ БӘБӘЙЕ и. анат. диал. ҡар. ҡолаҡ йомшағы. Колаҡ бәбәйен тиштереу.
ҠОЛАҠ БӘБӘНӘГЕ и. анат. диал. ҡар. ҡолаҡ йомшағы.
ҠОЛАҠ БӘЛЕШ(Е) (Р.: вареники; И.: curdle dumplings; T.: varenyky (bir tür mantı) и. кул. диал.
1. Эремсек билмәне; сүсбәрә. □ Вареники. Колаҡ бәлеш бешереу. Колаҡ бәлешкә эремсек әҙерләу.
2. Еләкле бәлеш. □ Пирожок с ягодной начинкой. Ер еләгенән ҡолаҡ бәлеше әҙерләу. Курай еләгенән ҡолаҡ бәлеше бигерәк тә тәмле була.
ҠОЛАҠ ИТЕ и. ҡар. ҡолаҡ йомшағы.
Колаҡ итен тишеу.
ҠОЛАҠ ЙОМШАҒЫ (Р: мочка уха; И.: lobe; T.: kulak memesi) и.
Ҡолаҡтың аҫҡы, кимерсәкһеҙ өлөшө; йәрпесәк. □ Мочка уха. Колаҡ йомшағын тишеп алҡа тағыу.
ҠОЛАҠ КӘПӘСЕ и. диал. ҡар. ҡолаҡсын 1. Колаҡ кәпәсе һатып алыу. Колаҡ кәпәсе кейеу.
ҠОЛАҠ ҠАБЫРСАҒЫ (Р: ушная раковина; И.: helix; concha; T.: kulak kepçesi) и.
Ишетеү ағзаһының тышҡы кимерсәк өлөшө. □ Ушная раковина. Колаҡ ҡабырсағына пластик операция яһау.
ҠОЛАҠҠА ҠАТЫЛЫҠ (ҡатылығы) (Р: тугоухость; И.: hardness of hearing; T.: kulağı ağır işiten) u.
426