ҠОЛАҠЛЫ ТЕРПЕ
Урта һәм эске ҡолаҡ ауыртҡанда, шау-шыуҙың оҙайлы тәьҫире һәм ҡартайыу арҡаһында ишетеү һәләтенең түбәнәйеүе.
□ Тугоухость. Колаҡҡа ҡатылыҡты дауалау. Ҡолаҡҡа ҡатылыҡ менән интегеү.
ҠОЛАҠ ҠАТЫУ (ҡолаҡ ҡат-) ҡ. ҡар. ҡолаҡ тоноу. Шау-шыуҙан ҡолаҡ ҡатыу.
ҠОЛАҠ ҠЫҢҒЫРАУЫ (Р.: бубенец; И.: little bell; T: çıngırak) и. диал.
Бәләкәй ҡыңғырау; шөңгөр. □ Бубенец. Ҡолаҡ ҡыңғырауы сыңы. Ҡолаҡ ҡыңғырауы эшләү.
ҠОЛАҠЛАНЫУ (ҡолаҡлан-) ҡ.
1. тош. ҡар. ҡолаҡлау. страд, от ҡо-лаҡлау.
2. Ҡолаҡ (7) барлыҡҡа килеү, ҡолаҡ яһалыу. □ Образовывать заводь, затон. Йылға ҡолаҡланып килеп күлгә ҡоя. Күлдең башы ҡолаҡланып киткән. ■ Олоғолаҡ күле .. Яңы Ҡауарҙы эргәһендә ҡолаҡланып барып бөтә. Хикәйәттән.
3. Айҙың, ҡояштың ике яғынан оҙон ҡолаҡ кеүек нур барлыҡҡа килеү. □ Образовывать венец, ореол вокруг луны, солнца. Ай бөгөн ҡолаҡланып тора. Көн ҡолаҡланған. ■ Ҡояш ҡолаҡланып сыҡһа, ямғыр булыр, һынамыш. • Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт; көн ҡолаҡланһа, ҡолағыңды нығыт. Әйтем. Ай ҡолаҡланһа, айлыҡ юлға сыҡ, көн ҡолаҡланһа, һәнәк, көрәгеңде әҙерлә. Әйтем.
ҠОЛАҠЛАТЫУ (ҡолаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡолаҡлау. понуд. от ҡолаҡлау. Ҡаҙанды ҡолаҡлатыу.
ҠОЛАҠЛАУ (ҡолаҡла-) (Р.: приделывать ушки; И.: fix lugs; T: kulp takmak) ҡ.
Ҡолаҡ (4, 5) ҡуйыу. □ Приделывать ушки (к головному убору, котлу, ведру и др.). Кәпәсте ҡолаҡлап бәйләү. Суйынды ҡолаҡлау. Биҙрәне ҡолаҡлап сығыу. Бүректе ҡолаҡлап ҡуйыу.
ҠОЛАҠЛЫ (Р: с ушами; И.: with earflaps; T: kulaklı) с.
1. Ҡолағы (2) булған, ҡолағы бар.
□ С ушами. ■ Бөркөт күкрәк, тар яңаҡ,
баҡыр күҙле, шеш ҡолаҡлы беҙҙең һылыу арғымаҡ. Ш. Бикҡол. Көндәрҙең береһендә, киләсәге тураһында өмөтләнеп, ғәмһеҙ генә йөрөп ятҡанында, Әпҡадир муллаға һыңар ҡолаҡлы бер баҫҡынсы тап булды. К. Мәргән. [Уҙаҡ] көслө табанлы, эт-ҡош танаулы, ҡолан ҡолаҡлы, болан сираҡлы бер төрлө төйөрөм бала булған, ти. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». • Ялған оҙон аяҡлы, ғәйбәт оҙон ҡолаҡлы. Мәҡәл.
2. Ҡолағы (4, 5) булған, ҡолаҡ ҡуйылған. □ С ушками, с наушниками. Ҡолаҡлы бүрек кейеү. ■ [Әхмәт] итек ҡунысынан оло гәзит сығарып, ялпылдаҡ ҡолаҡлы осло кәпәс яһаны, ялп иттереп малай башына кейҙерҙе. Й. Солтанов. Һөйәкте ике ҡолаҡлы ҙур ағас һауыт — һамарға һалып, Аптыраҡ алдына килтерҙеләр. Ғ. Ибраһимов.
ҠОЛАҠЛЫҠ (ҡолаҡлығы) и. ҡар. ҡолаҡса 3.
ҠОЛАҠЛЫ ӨКӨ (Р: сова лесная; И.: long-eared owl; T: kulaklı orman baykuşu) u. зоол.
Европала һәм Азияла йәшәгән, башында кейек ҡолаҡтарына оҡшаған ҡауырһындары булған урман ҡошо. □ Сова лесная, сова ушастая (лат. Asio otus). М Ҡолаҡлы өкө төнөн оса, бөжәктәр һәм ваҡ йәнлектәр менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ҠОЛАҠЛЫ СЫПҠАЙ (Р: красношейная поганка; И.: sort of a sheldrake; T.: kulaklı batağan) и. зоол.
Өйрәктән бәләкәй, сикәләре ҡара, муйыны, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән, һырты ҡара-көрән, түше, ҡорһағы көмөш кеүек йымылдаҡ аҡ төҫтәге ҡош. □ Красношейная поганка (лат. Podiceps auritus). ■ Ҡолаҡлы сыпҡай балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠОЛАҠЛЫ ТЕРПЕ (Р: ушастый ёж; И.: long-eared hedgehog; T.: uzun kulaklı çöl kirpisi) и. зоол.
Ҙур ҡолаҡлы сүл терпеһе. □ Ушастый ёж (лат. Hemiechinus auritus). Өй тирәһенә ҡолаҡлы терпе эйәләшкән. ■ Ҡолаҡлы терпе
427