Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 428


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛАҠЛЫ ТЮЛЕНДӘР
ләрҙең ҡолағы энә менән ҡапланмаған. Интернет селтәренән.
ҠОЛАҠЛЫ ТЮЛЕНДӘР (Р.: ушастые тюлени; И.: eared seals; T.: deniz ayısı) и. зоол.
Тымыҡ океанда һәм көньяҡ ҡотоп диңгеҙҙәрендә йәшәй торған һөтимәр диңгеҙ хайуандары. □ Ушастые тюлени (лат. Otariidae). Ҡолаҡлы тюлендәрҙе тикшереү. М Ҡолаҡлы тюлендәргә диңгеҙ бесәйҙәре, диңгеҙ арыҫландары һ. б. инә. Интернет селтәренән.
ҠОЛАҠЛЫ ЯБАЛАҠ (ябалағы) и.зоол. диал. ҡар. ҡолаҡлы өкө. Ҡолаҡлы ябалаҡ тәнен оса.
ҠОЛАҠ МЕНДӘРЕ (Р.: думка; И.: small cushion; T: küçük yastık) и.
Бәләкәй генә мендәр. □ Думка, подушечка. Ҡолаҡ мендәре тегеү. Ҡолаҡ мендәре һатып алыу. Н [Булат:] Мендәр тышына йөндөң вағын ғына сүпләп тултырҙыҡ, .. ҡолаҡ мендәренән дәүерәк мендәр килеп сыҡты. К. Кинйәбулатова.
ҠОЛАҠ ПӘРҘӘҺЕ и. анат. ҡар. ҡолаҡ ярыһы. Ҡолаҡ пәрҙәһе шартлау.
ҠОЛАҠСА (Р: наушники; И.: earflaps; Т: kulakçın) и.
1. Баш кейеменең ике яғынан төшөп торған өлөшө. □ Наушники, уши (на шапке). Ҡолаҡсаны тартып кейеү. Ҡолаҡсаны күтәреп ҡуйыу.
2. этн. Ҡашмауҙың ике яғындағы сулпылары; ҡолаҡсуҡ. □ Околоушные подвески. Ҡашмауға ҡолаҡса тегеү.
3. Ҡолаҡҡа ҡуйып тыңлау өсөн ҡуш аппараттан торған яйланма. □ Наушник. * Ҡис менән инде радио индерелгән өйҙәрҙәге кешеләр ҡолаҡсаларҙы ҡолаҡтарына ҡуйғайнылар. Ғ. Хәйри.
4. ҡар. ҡолаҡ 5. М [Сәйҙеямал] самауырҙың ҡолаҡса эргәһенән һыу аҡҡан урынына ҡара ыҫмала йәбештереп ҡуйғайны, өҫкө яғынан тағы ла һыу сыбырлап аға башланы. Я. Хамматов.
5. диал. Өй бураһының өҫтөнән ике яҡлап һалынған оҙон бүрәнәләр. □ Верхние
длинные боковые брёвна сруба. Бураның ҡолаҡсаһын һалыу.
ҠОЛАҠСАЛАУ (ҡолаҡсала-) (Р: рубить «в лапу»; И.: peculiar way to build a log house; T: tomruktan bir ev yapmak) ҡ.
Өйҙө ҡолаҡса (5) сығарып бурау. □ Рубить «в лапу», в угол. Ҡолаҡсалап өй төҙөү.
ҠОЛАҠСАЛЫ (Р.: рубленный «в лапу»; И.: built in a special way (of a log house); T.: tomruktan yapılan) с.
Ҡолаҡса (5) сығарып буралған (өйгә ҡарата). □ Рубленный «в лапу». Ҡолаҡсалы өй.
ҠОЛАҠ САРПЫУЫ и. диал. ҡар. ҡолаҡбау II. Ҡолаҡ сарпыуы ҡағылыу.
ҠОЛАҠ СЕҢЛӘҮ (ҡолаҡ сеңлә-) ҡ. ҡар. ҡолаҡ сыңлау. ■ Гөлйөҙөм үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын да һиҙә алманы, тик думбыған башы шаулай, ҡолаҡтары сеңләй ине. һ. Дәүләтшина, һул ҡолаҡ сеңләһә — насарлап һөйләйҙәр, уңы сецләһә, яҡшылығыңды һөйләйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛАҠ СОҠОҒОС (Р: палочки для чистки ушей; И.: ear pick; T: kulak temizleyecek alet) u.
Ҡолаҡ эсен таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән нәҙек оҙон таяҡ формаһындағы яйланма. □ Палочки для чистки ушей. Ҡолаҡ соҡоғос һатып алыу. Ҡолаҡ соҡоғос менән ҡолаҡ таҙартыу.
ҠОЛАҠ СӨЙӨ (Р: козелок; И.: trestle; Т.: dış kulak yolunun üzerindeki küçük kıkırdak çıkıntı) и. анат.
Ҡолаҡ тишегенең ал яғында сығып торған бәләкәй генә кимерсәк. □ Козелок, козе-лочек. Ярғанаттарҙың ҡолаҡ сөйө ныҡ үҫешкән була.
ҠОЛАҠСУҠ (ҡолаҡсуғы) (Р.: околоушные подвески; И.: periotic pendants; T.: sallantılı süs) и.
1. этн. Ҡашмау һәм ҡушъяулыҡтың ике сикәһенә тағылған мәрйенле, сулпылы суҡ. □ Околоушные подвески. Ҡолак-
428