ҠОЛАҠТАР
суҡты бәйләп ҡуйыу. Ҡашмауға ҡолаҡсуҡ тегеу. Ҡолаҡсуҡҡа мәрйен тегеу.
2. миф. Күҙ тейеүҙән, алама күҙҙәрҙән һаҡлау өсөн тағылған сулпылы суҡ. □ Околоушные подвески, выполняющие обережную функцию. Куҙ тейеуҙән ҡолаҡсуҡ тағып йөрөу.
ҠОЛАҠСЫҠ (ҡолаҡсығы) и. анат. ҡар. ҡолаҡ сөйө. Ҡолаҡсыҡ һыҙлау. Ҡолаҡсыҡты ауырттырыу.
ҠОЛАҠСЫН (Р.: шапка-ушанка; И.: earflapped fur сар; T.: kulaklıklı kalpak) u.
1. Йәнлек тиреһенән осло түбәле итеп тегелгән, яурынды, ҡолаҡты, тамаҡ аҫтын ябып торған ҡолаҡсалы кәпәс. □ Шапка-ушанка. ■ Йортауай старшинаның ялан кеуек ишек алды төлкө буректәр, бәрәс, ҡуян тиреһенән әтмәләгән ҡолаҡсындар кейгән ир-ат менән тула яҙған. 3. Ураҡсин. Көслөбайҙың сослоғона, көсөнә хайран ҡалған майҙан халҡы бына ошо бер тапҡыр еңеуе өсөн генә лә уға дуртенсе буләкте — ҡара төлкө менән ҡыр-пыуланған ҡолаҡсынды — бирергә була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Сурағол урынынан торҙо, сәкмән, ҡолаҡсынын кейә һалып, урамға сыҡты. Т. Хәйбуллин. [Байгилде] кереуе булды, сәләм дә биреп тормай, ауыҙынан төкөрөк сәсеп, башындағы ҡолаҡсынын лапылдатып иҙәнгә ташланы. Ә. Хәкимов. • Яңы ҡолаҡсынға ышанып, иҫке ҡолаҡсынды утҡа яҡма. Әйтем. Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт. Әйтем.
2. Баш кейеменең ике яғынан төшөп торған өлөшө; ҡолаҡса. □ Наушники, уши (на шапке). Я Әхмәт маңлайына бәреп сыҡҡан ваҡ тир бөрсөктәрен ҡул һырты менән һөрттө, өҫтәлгә кутәреп һуҡҡан буркен алып, ҡолаҡсындарын ҡайтарып бәйләп, башына кейҙе. Н. Мусин.
3. ҡар. ҡолаҡ 5. Я Мәҙинә балам, сумаҙаныңды ҡуй, хәҙер сәй эсербеҙ, — тине Хәмдениса инәй, уҙе самауыр ҡолаҡсынына барып тотондо. Н. Мусин.
4. ҡар. ҡолаҡса 3. Ҡолаҡса һатып алыу. Радиоалғысты ҡолаҡса аша тыңлау.
ҠОЛАҠСЫН БҮРЕК (бүрке) и. ҡар. ҡолаҡсын 1. Я Ул [шофёр] байрамса кейенгән: өҫтөндә — өр-яңы бобрик пальто, башында — йылтырап торған кун ҡолаҡсын бурек, аяғында — кимерсәктәй ҡара быйма. Яр. Вәлиев. Ҡолсобай, .. өлкәһендәге йөгөн ырғытып, хәл йыйырға ултырҙы. Ҡолаҡсын буркен йомарлап, маңлайындағы тирен һөрттө. Я. Хамматов. Хәтмулла ҡарт ҡолаҡсын буркен һалып тубығына ҡуйҙы ла һаҡалын һыпырҙы.
3. Ғәлимов.
ҠОЛАҠСЫН Л АП (Р.: с наушниками; И.: with ear-flaps; T.: kulaklıkla) р.
Ҡолаҡсын (2) ҡуйып. □ С наушниками. Буректе ҡолаҡсынлап тегеу.
ҠОЛАҠСЫНЛЫ (Р: имеющий наушники; И.: having ear-flaps; T.: kulakhkh) c.
Ҡолаҡсыны (2) булған. □ Имеющий наушники. Ҡолаҡсынлы бурек. Ҡолаҡсынлы кәпәс кейеу.
ҠОЛАҠСЫН МЕНДӘР и. ҡар. ҡолаҡ мендәр. Ҡолаҡсын мендәр эшләу. Ҡолаҡсын мендәр яҫтап ятыу. Я Эңерҙән йоҡларға яратҡан Көнһылыу ҡолаҡсын мендәргә башын һалып әуен баҙарына китеп тә барған. Т. Ғарипова.
ҠОЛАҠСЫНҺЫҘ (Р: без наушников; И.: with no ear-flaps; T.: kulakhksiz) c.
Ҡолаҡсыны (2) булмаған. □ Без наушников. Ҡолаҡсынһыҙ кәпәс. Ҡолаҡсынһыҙ бурек.
ҠОЛАҠ СЫҢЛАУ (ҡолаҡ сыңла-) (Р: звенеть в ушах; И.: ring in one’s ears; T.: kulak çınlamak) ҡ.
Ҡолаҡта оҙайлы нәҙек сыңлау тауышы һиҙемләү, тойоу. □ Звенеть в ушах. Иртәнән бирле ҡолаҡтарым сыңлап тора. Я Колаҡ сыңлаһа, хәйерлегә булһын, тип әйтергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛАҠТАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
429