Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 485


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОУ
3. ҡар. бәхетһеҙ. Бер ҡоротомшоҡ булды инде. Ҡоротомшоҡ бала.
ҠОРОТОУ (ҡорот-) (Р.: вытирать насухо; И.: wipe dry; T: kurutmak) ҡ.
1. Һыуын, дымын бөтөрөп, ҡоро итеү. □ Вытирать насухо. Күҙҙәрен ҡоротоу. Иҙәнде ҡоротоу. ■ Ҡатын .. ситкә боролдо ла кескәй генә ҡулъяулыҡ менән йәштәрен ҡоротто. Д. Бүләков. Миңлегөл йоҡа шәленең осо менән битен, күҙҙәрен ҡоротто. Н. Мусин. Емеш иҙәнде һөртөп, ҡоротоп бөтөүгә .. Йәнеш ҡайтып инде. 3. Биишева.
2. Тереклек һутын бөтөрөп, үле, ҡыу итеү; ҡыуартыу. □ Уничтожать, истреблять. // Уничтожение, истребление. Урманды ҡоротоу. ■ Урманды тамырынан ҡоротоу — йыртҡыслыҡ ул, ә йыртҡыслыҡ өсөн яуапҡа тарттыралар. Н. Мусин. Ваҡ тамырҙарын ҡоротһаң, ағас та йығылмай ҡалмай. Ғ. Ибраһимов. «Ниңә күптән шуның [дегәнәктең] тамырын ҡоротмай йорт тирәһендә үҫтерәләр икән?» — тип, .. һөйөклөм күҙҙәремә һораулы ҡараны [кәләшем]. Ш. Янбаев. Ҡасандыр был инеш буйлап, тирә-яҡҡа йәм биреп, ерек ағастары үҫкәндер. Әҙәм ҡулы, мал тора-бара уларҙың да тамырын ҡоротҡан. М. Хужин.
3. һыу сығанағын, һыу ятҡылығын юҡ итеү. □ Высушить. Эҫелек йылғаны ҡоротто. Н «Йылғаны ҡоротоп, баҫманы емерегеҙ», — тип әмер биреп, тағы ла вәзирҙәрен ебәргән, ти [батша]. Был саҡта ҡыҙ менән егет ҡасып барғандар, ти. Әкиәттән.
4. һауыт эсендәге һыу йәки бүтән нәмәне бөтөрөү. □ Высушить, израсходовать досуха (о жидкости). Биҙрәләге һыуҙы ҡоротоу. М «Күлен уртлап бөтөрәм, һыу ҡалдырмай ҡоротам, .. яу булыусы Шүлгәндән бар халыҡты ҡотолтам!» — тиеп, күлде уртлаған [Урал батыр]. «Урал батыр».
5. күсм. Юҡ итеү, юҡҡа сығарыу; бөтөрөү. □ Разорить, разрушить. // Разорение, разрушение. ■ Оранһыҙ Ирәктене ул [Сәлкәй баҫҡаҡ] бер нисә йыл эсендә һутын һығып сығарған үлән шикелле ҡоротто.
К. Мәргән. • Ярлының ашын бисмилла ҡорота. Мәҡәл.
6. диал. ҡар. киптереү. Салбарҙы ҡоротоу. Йыуылған керҙе ҡоротоу. Ҡоротоп ҡуйыу. Ҡоротоп бөтөү. Ҡоротоп алыу. ■ Тотош һыу булған оҙон алама бишмәтенән сем-берләп ағып торған һыуҙы ҡулы менән һыпырып ҡороторға маташҡан Моратша: «Йә, ҡараҡай, бер эләгерһең әле!» — тип янап ҡалды. 3. Биишева.
♦ Ауыҙ һыуын ҡоротоп бик ныҡ һоҡланып, кинәнеп (һөйләгәндә). □ Наслаждаясь, с удовольствием, восхищаясь (рассказывать). Ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләү. Тамырын (ан) ҡоротоу бөтөрөү, юҡҡа сығарыу. □ Вырывать с корнем; уничтожить. ■ Тамырҙарын ҡоротмағанға иртәгеһе көнгә ул [халҡым] икеләнеүһеҙ атлай. Р. Бикбаев. Ләкин ярты донъяға хөкөм йөрөтөүсе ислам мәмләкәтенә Сыңғыҙҙың һөжүменә вә ислам хәлифәһенең тамырын ҡоротоуына сәбәп ниндәй ине? Бының сәбәбе бик күптәргә мәғлүм түгел. Р. Фәхретдинов. Теңкәне ҡоротоу ни менәндер ныҡ йонсотоу, маҙаһыҙлау. □ Выматывать (всю) душу; вытягивать кишки. И [Мәғфүрә:] «Диләфрүз, ен ботағы! Әйткәнде тыңламай, теңкәмде ҡорота, әйтәгүр», — тип ҡыҙып китте лә, йүгерә-атлап барып, ҡыҙын тотоп алды. Һ. Дәүләтшина.
ҠОРОУ I (ҡоро-) (Р: сохнуть, высыхать; И.: get dry; T: kurumak) ҡ.
1. Тейешле дымы, һыуы бөтөп, артыҡ ҡороға әйләнеү; кибеү. □ Сохнуть, высыхать. Ер ҡороу.
2. Тереклек һуты бөтөп, ҡыуға әйләнеү; ҡыуарыу. □ Сохнуть, засыхать, высыхать, увядать. // Засыхание. Ҡыуаҡлыҡ ҡороған. Я Ҡоротҡостар барында ер үҙе, донъя ҡото, тәбиғәт йәме нисек ҡоромаһын да ҡорғаҡһымаһын. М. Өмөтбаев. Ағыулы һөйрәлеүселәр туңған ер ҡатынан аҫҡараҡ 40 сантиметрҙан 2 метрға тиклем тәрәнлектә, .. ҡороған ҡыуаҡлыҡта һәм ҡая ярыҡтарында ҡышлай. «Йәшлек», 16 июль 2009.
485