Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 486


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОУ
3. Тереклек сифатын юғалтыу, хәрәкәтһеҙ ҡалып зәғифләнеү (тән ағзаларына ҡарата). □ Сохнуть, высыхать (о частях тела), һынғандан һуң ҡул ҡороу.
4. һыуы бөтөү, һыуһыҙ ҡалыу; кибеү (йылға, кулгә ҡарата). □ Пересыхать, высыхать. // Пересыхание, высыхание. Шишмә ҡоромай. Кул ҡороған. Ш Ерҙә мөхәббәт бөтмәгән кеуек, Кәләшкуҙе шишмәһе лә һис ҡоромай. Д. Бүләков. Ошо хәлдән һуң кулдең эйәһе ҡасҡан, куле ҡороған, тиҙәр. Легенданан. Уралтауҡай емерелмәһә, Ағиҙел, Һаҡмарҙар ҡоромаһа, илен, иркен, уҙ һиммәтен һаҡлар аҫыл улдарын тыуҙыра, уҫтерә торор башҡорт халҡы ғумер-ғумергә. Ғ. Хөсәйенов. [Ғәбиттең өләсәһенең] хәтере — һыуы ҡоромаҫ ҡойо, аҙағы булмаған китап. Ә. Әминев. • Ҡоромаған ҡойо булмаҫ. Әйтем.
5. кусм. Юҡҡа сығыу, юҡ булыу; бөтөү. □ Вымирать, исчезать; выводиться. // Вымирание, исчезновение. Нәҫел ҡороу. Тоҡомо ҡороған. ■ [Шәрғиәнең] таланы бөтмәгән, бәхет шишмәләре ҡоромаған икән әле. Ә. Хәкимов. Ер байлығы, белеп тотонһаң, бөтөнләйгә ҡоромай ул, кешегә кәсеп тә табыла. Н. Мусин. Ҡороған Балабәшнәк ырыуының ярсығы шулай Урта Уралда япа-яңғыҙ ҡала. Ҡобайырҙан.
♦ Аҡ мәзәл ҡороу ныҡ арыуҙан сарсап һыуһау, тамаҡ кибеү. □ Сохнуть во рту (от усталости)', выбиться из сил. Ауыҙ һыуы ҡороу берәй нәмәгә һоҡланып, ымһыныу менән һөйләү (ғәйепләбе-рәк әйтелә). □ Рассказывать со смаком. ■ [Тарифтың] ауыҙ һыуы ҡороп һөйләй торған ҡалаһы ошо икән!.. М. Ғафури. Ҡурше-кулән ауыҙ һыуы ҡороп: «Себерҙә ат арзан икән...», — тип һөйләй. Б. Бикбай. Дуҫ-иш бик кубәйеп китте, ти, бының, барыһы ла ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтайҙар. Әкиәттән. Бәғер ҡороу йөрәк һыҙлау, йән әсеү; бик ныҡ ҡайғырыу. □ Душа разрывается. ■ Тәҡәтем юҡ, бәғер ҡорой, етем ҡалған балаға. Бәйеттән. Йән ҡороу
ҡаты күңеллегә әйләнеү. □ Очерстветь, относиться сухо; душа не лежит к кому, чему. ■ Элек-электән ағаһына йәне ҡороғайны инде уның [Тимерҡаҙыҡтың]. Ғ. Ибраһимов. Иҫ-аҡыл ҡороу бик ныҡ аптырау, хайран ҡалыу. □ Диву даваться. Иҫен, ҡороғор нимәнелер онотоп торғанда, үртәнгәндә әйтелә. □ Чтобы память пропала. Ҡо-роғор(о) йәки ҡороп киткер ҡарғағанда әйтелә. □ Пропади он пропадом! (зложе-лание). ■ «Ҡороғор» тигән һайын етмеш тамырыңдың береһе ҡорой. 3. Ураҡсин. Наһыр ҡороу нимәнәндер һүрелеү, күңел ҡайтыу. □ Потерять надежду. Тамыры ҡороу бөтөнләй юҡҡа сығыу. □ Исчезнуть, ликвидировать. доел. Корень высохнет. Теңкә ҡороу бик ныҡ йөҙәү, йонсоу. □ Надоедать, изводиться.
ҠОРОУ II (ҡор-) (Р.: завешивать, занавешивать; И.: curtain off; T.: perdelemek) ҡ.
1. Ҡаплау, ябыу өсөн элеү. □ Завешивать, занавешивать. // Завешивание, занавешивание. Корма ҡороу. Шаршау ҡороу. К Дурткел дә дурткел ҡорамышты ҡораһым да килмәй, инәкәй. Сеңләүҙән. • Елгә шаршау ҡормайҙар. Мәҡәл.
2. Өҫтән ябып яһау, ултыртыу. □ Разбивать, ставить, раскидывать. // Разбивка. Лагерь ҡороу. Тирмә ҡороу. Сатыр ҡороу. ■ һәр кантон икешәр-өсәр тирмә ҡора, шунда йорт-йыһаз нәмәләрен ҡуя. 3. Ураҡсин. Урҙа ғәскәре туңәрәк аҡ уба итәгендә ун биш-егерме тирмә ҡороп, усаҡ төтәтергә керешкән. Ә. Хәкимов. Бер заман Байым бабай уҙенең Тугелмә битләуендәге биләмәһендә тирмә ҡороп йәйләп ятҡан. М. Ямалетдинов. Ҡаланан биш саҡрымдар самаһында бер ауылдың эргәһенә туҡтап, бәләкәй палаткаларҙан лагерь ҡора башланыҡ. А. Таһиров. Аҡ тирмәләр ҡороп, ат уйнатып, йәйләп йөрөнөк Урал буйҙарын. Халыҡ йырынан.
3. Төҙөү, һалыу (торлаҡ, бина һ. б.). □ Строить, сооружать, воздвигать, возводить. // Построение, постройка, сооружение,
486