Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 487


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОУ
возведение. Йорт ҡороу. Нигеҙ ҡороу. Келәт ҡороу. М Бер нисек тә тынғы юҡ далала, бер урында йәбешеп ятмай кусеп-ҡунып йөрөһәң дә, тотороҡло урын һайлап, нигеҙ ҡорһаң да ҡурҡыныс. К. Мәргән. • һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма. Әйтем.
4. Билдәле бер тәртиптә йыйып яһау, эшләү. □ Собирать, составлять. Оя ҡороу. Урам ҡороу. ■ Сөләймән, энеһенең иҫән-һау куҙгә куренеуенә шатланһа ла, төрлө уйға төштө: ул бит ғумер буйы беҙҙә тормаясаҡ, уҙенә оя ҡорорға ынтыласаҡ.
3. Ураҡсин. [Горатауҙа] бөркөттәр оя ҡора, планеристар осоу-кунекмә менән шөғөлләнә. Ә. Әминев. Сәукә ояһын ғына туҙҙырған әҙәм дә яуапҡа тарттырылырға тейешле. Ҡош бит кәрәкмәгәнгә оя ҡормаған. М. Кәрим. Атам-әсәм оя ҡорған ер, уҙем дә ошонда тыуғанмын, бала сағым, иң матур көндәрем ошонда уткән. Р. Солтангәрәев.
5. Өлөштәрҙән торған нәмәне эшләрлек хәлгә килтереү, йыйып көйләү. □ Собирать, составлять (из составных частей). // Сборка. Машинаны ҡороу. Радиоалғыс ҡороу.
6. Ау ҡоралын һаҡҡа ҡуйыу, тоторға, ауларға көйләү. □ Расставлять. // Расстановка. Ҡапҡан ҡороу. Тоҙаҡ ҡороу.
7. Атыу ҡоралын яһаҡлау, атырға көйләү. □ Заряжать (оружие). // Заряжание, зарядка. Мылтыҡ ҡороу. ■ Батша ғәскәрҙәре башлығы Тәфтиләу мундир төймәләрен өҙөп ташлай, асыуланып мылтыҡ ҡора ла атып ебәрә. Аҡай һыуға йығыла. Легенданан.
8. Булдырыу, барлыҡҡа килтереү, төҙөү. □ Создавать что, обзаводиться кем, чем. // Создание, обзаведение. Ғаилә ҡороу. Донъя ҡороу. Тормош ҡороу. ■ Мин байлыҡҡа ҡарап ҡорманым шул утер юлымды. Р. Ғарипов. Эх, был ҡәһәрле һуғыш, тиҙерәк бөтһә ине. .. Кәләш алып, донъя ҡороп ебәрергә, балалар уҫтерергә ине. 3. Ураҡсин. Улы өсөн төп йорттоң эргәһендә айырым донъя ҡороу сараһын да йәһәтләгәйне Арыҫлан. Ғ. Ибраһимов. [Арынбаҫаров:] «Ни бит
әле... ғаилә ҡорғас, ә уҡыу...» — тигәнерәк бер-береһенә ялғанмаған фекерһеҙ һуҙҙәр ысҡындырҙы. Д. Бүләков. [Хашимдың] әйләнеп, яңынан ғаилә ҡормауы ғына эсен бошора Барсынбикәнең. Т. Ғарипова. Донъя купмелер тынысланғас, [Алҡыш] ил һил йылдарҙа мал баҡты, йорт-ерен бөтәйтте, ғаилә ҡороп донъя көттө, ул-ҡыҙҙар уҫтерҙе. Ғ. Хөсәйенов. Тормош ҡорор өсөн иң әуәл мөхәббәт кәрәк. С. Поварисов.
9. Ойоштороу, үткәреү (кисә, туй, уйын һ. б.). □ Устраивать что. // Устройство. Байрам ҡороу. Бәхәс ҡороу. Кәңәш ҡороу. Уйын ҡороу. ■ Купме генә бәхәс ҡорһаҡ та бында хаҡлыҡты табып булмауы куренеп тора. 3. Ураҡсин. Әхмәҙиә, алыҫтан килгән был уҡымышлы кешеләр менән бәхәс ҡороп ултырыуҙы әҙәпһеҙлек куреп, ыңғайынараҡ һыпыра ине. Р. Солтангәрәев. Аҡһаҡалдар йыйылып кәңәш ҡорҙолар, илгә ҡырғын төшкәнсе, был ҡанлы һәм фажиғәле урынды ташлап китеуҙе мәслихәт курҙеләр. К. Мәргән. Ил ағалары ултырып аҡыл йыйған, йыйылып кәңәш ҡорған, ил-йорт яҙмышын хәл итер ҡарарҙар сығарған, саралар кургән. Ғ. Хөсәйенов.
10. Берәй нәмәне нигеҙ итеп алыу, нимәгәлер нигеҙләнеп ойоштороу. □ Построение. Алдыҡҡа ҡороу. Хәйләгә ҡороу. Уҡытыуҙы яңынан ҡороу. Билдәле бер сюжетҡа ҡороу. Детектив сюжетҡа ҡоролған. М Йыр текстарынан ул [ҡобайыр] эҙмә-эҙлекле сюжетҡа ҡоролоуы менән айырыла ине. К. Әхмәтйәнов.
11. Уйлап сығарыу, фекерләп билдәләү, төҙөү. □ Строить, намечать что, делать наметки чего. План ҡороу. ■ Идара бинаһы алдында уҫкән шыршы төбөнә машинаны ҡуйғас, Ғабдуллин бер аҙ уҙ урынында ултырып, нишләргә тип, план ҡорҙо. Картотека фондынан.
♦ Ау {йәки ҡапҡан, тоҙаҡ) ҡороу кемгәлер ҡарата аҫтыртын яуызлыҡ эшләү. □ Ставить ловушку. Баҙар ҡороу күмәк булып тауышланыу, сыр-сыу килеп
487