Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 488


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОУ
һөйләшеү. □ Шуметь, галдеть; устраивать базар. Урам уртаһында баҙар ҡороу.
ҠОРОУ III и. диал. ҡар. ҡырау I. Көҙгө ҡороу. Йәйге ҡороу.
ҠОРОУЛЫ (Р.: собранный; И.: assembled; T.: toplanan) с.
1. Ҡороп, эшләрлек хәлгә килтерелгән, йыйылған (төрлө ҡорал, машина кеуек нәмәләргә ҡарата). □ Собранный. Ҡороулы техника. • Ултырған ҡыҙ урынлы, урын-ере ҡороулы. Әйтем.
2. Яһап ҡуйылған, ҡоролған (атыу ҡоралына ҡарата). □ Заряженный. Ҡороулы тотоу. Ҡороулы автомат. М Ҡайһы саҡта яһауһыҙ мылтыҡ та атып ебәрә, ә тол һәр ваҡыт ҡороулы. Ә. Хәкимов. Йыртҡысҡа ышанырға ярамай, .. уның эргәһенә ҡороулы мылтыҡ менән барырға кәрәк. Н. Мусин. Ни ғәжәп: ҡороулы мылтыҡ атмай ҙа ҡуя. «Киске Өфө», № 22, 2012.
ҠОРО ҮҢӘС и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡоро уңәс һыҙлауы. Ҡоро уңәс шеше.
ҠОРОХТАН (Р.: турухтан; И.: ruff; reeve; T.: dövüşken kuş) и. зоол.
Көйөлдөләр отрядына ҡараған һаҙ ҡошо; күркәбаш. □ Турухтан (лат. Philomachus pugnax). Инә ҡорохтан. Йәш ҡорохтан. Ҡорохтан ояһы.
ҠОРО-ҺАРЫ (Р.: хворост; И.: brushwood; T: çırpı) и. йыйн.
1. Кипкән сыбыҡ-сабыҡ; сытыр. □ Хворост. Ҡоро-Һары тушәу. Ҡоро-Һары тоҡандырыу. Ҡоро-Һарынан ут яғыу. Ҡоро-Һары ботаҡтар. ■ Усаҡҡа ҡоро-һары өҫтәп торорға кәрәк булған кеуек, хыял да аҙыҡҡа мохтаж. Ә. Хәкимов. Ғәлиә йәһәтләп ҡоро-һары йыйып алды, ут яғып ебәрҙе. Н. Мусин. Сергей Лоҡман менән йылға буйындағы туғайҙан ҡоро-һары эҙләргә китте. А. Абдуллин. Барсынбикә усаҡтағы ҡапыл гөлт итеп тоҡанған ҡоро-һарыға ҡараны. Т. Ғарипова.
2. Шыйыҡ булмаған ҡоро аҙыҡ. □ Сухомятка. Ҡоро-Һары ашау. М Сырым батыр .. ҡаҙан аҫмаҫҡа, ҡоро-һары менән хушһынып
ятырға ла иртәнге эңерҙә ук юлға атланырға әмер бирҙе. Ә. Хәкимов.
ҠОРО ҺЫҘЛАУ и. мед. диал. ҡар. ыуа. Ҡоро һыҙлау менән яфаланыу. Ҡоро һыҙлауҙы дауалау.
ҠОРОШҠАҠ (ҡорошҡағы) (Р: судорога; И.: cramp; T: kramp) и.
1. Тәндең, мускулдың ныҡ өшөүҙән, берәй сирҙән йәки башҡа сәбәптән тартышып ҡатыуы. □ Судорога, конвульсия; корча. / Судорожный. ■ «Өс аршын» тип йөрөтөлгән, ҡарағай ҡайыраһы кеуек ҡорошҡаҡ, һонтор ҡартты әйтә инде Искәндәр. Ә. Хәкимов.
2. миф. Ҡорошҡаҡ эйәһе. □ Дух судороги. Ҡорошҡаҡты ҡыуыу.
ҠОРОШҠАҠ ТОТОУ (ҡорошҡаҡ тот-) (Р: сводить судорогой; И.: get a cramp; T: kramp girmek) ҡ.
Тән, мускул тартышып ҡатыу, ҡорошоу; көҙән йыйырыу. □ Сводить судорогой. Ҡапыл ҡорошҡаҡ тотоу. Аяғын ҡорошҡаҡ тотҡан. М Йома кис халыҡ купләп ҡорошҡаҡ тотоуҙан, уҡшыуҙан йонсой башлай. Икенсе көнгә ҡорбандар ҙа була. «Йәшлек», 23 август 2011.
ҠОРОШОУ I (ҡорош-) (Р.: съёживаться; И.: shrink; shrivel; T: kıvranmak) ҡ.
1. Йыйырылып, ҡыҫылып бәләкәсәйеү; бөрөшөү. □ Съёживаться, сжиматься. Ҡорошҡан ҡауын. ■ [Ҡылыстың] тамаҡтан яҙып, ҡурай кеуек ҡорошоуы, тушәктән тора алмай һыҙланып ятыуы ниндәй аяныс, ниндәй шомло. Ә. Хәкимов. Ул [Гөлзифа], ҡорошоп, ҡобараһы осҡан ҡош балаһы кеуек көжрәйеп, брошкаға ҡарап ҡатты. Ш. Бикҡол.
2. Өшөп, ҡалтырап бөршәйеү. □ Корчиться. ■ Тотҡондар .. аслыҡтан, һыуыҡтан миктәп ҡорошҡан. Ғ. Хөсәйенов. Тик әлегә һалҡындарҙан ҡояш ҡорошҡан. Т. Йосопов. Гуйә, тәбиғәт тә Иштуған менән бергә ауыр уйҙарҙан өшөп, ҡорошоп, ҡалтырап бара ине.
3. Биишева.
488