ҠОРСАҢҒЫЛАУ
китмәгәндер әле. М. Кәрим. [Ямсы йөҙ-башы:] «Һинең ҡорсаңғы алашаңа етеп ашҡан!» — тип, таланған хужаға ике-өс баҡыр тәңкә һоноп мыҫҡыл итә. Ә. Хәкимов. «Арыҡ ҡорсаңғыларҙы менгем килмәй», — тип мөңгөрләне Фәрит. Т. Ғиниәтуллин. • Ҡорсаңғы ат эйәр һалдырмаҫ. Мәҡәл. Ҡорсаңғы атты себен дә талай. Әйтем.
3. кусм. Эреләнеп йөрөгән, ҡулынан эш килмәгән, маҡтансыҡ кешегә мыҫҡыллап әйтелә. □ Паршивый. ■ Эреләнеп йөрө-уен табыш итеп алған булған ҡорсаңғы. Ж. Кейекбаев. [Илһам — Шакирға:] һинең ҡыҫылышың юҡ унда, ҡорсаңғы! Н. Мусин.
ҠОРСАҢҒЫЛАУ (ҡорсаңғыла-) (Р.: заражаться, болеть чесоткой; И.: catch scabies; T.: uyuza tutulmak) ҡ.
Ҡорсаңғы йоҡтороу, ҡорсаңғыға әйләнеү, ҡорсаңғы булыу. □ Заражаться, болеть чесоткой. Ҡорсаңғылап йөрөу. Ҡорсаңғылап китеу.
ҠОРСОЙ I и.
1. диал. ҡар. ҡорсаңғы 1. Ҡорсой аттар. ■ Ҡондоҙ уларҙан [Буҙйегет менән Дәминдәрҙән] утын ҡырҡтырып, йөкмәтеп ташытҡан, кис менән ҡорсой аттың арҡаһын тырната икән. Халыҡ ижадынан.
2. кусм. ҡар. ҡорсаңғы 2. Ҡорсой булыу. Ҡорсой куршеләр.
ҠОРСОЙ II (Р.: чесоточный; И.: scabies; T.: uyuz) с. диал.
Ҡорсаңғылы, ҡорсаңғы йоҡторған. □ Чесоточный. Ҡорсой бесәй. Ҡорсой эт.
ҠОРСОТОУ (ҡорсот-) (Р.: раззадоривать кого; возбуждать интерес у кого; И.: provoke; T.: kızıştırmak) ҡ.
Нимәгәлер теләк уятыу, ҡуҙғытыу, ҡотортоу. □ Раззадоривать кого; возбуждать интерес у кого. Йәнде ҡорсотоу. Балаларҙы ҡорсотоу. ■ Ҡаялар, йәнде ҡорсотоп, һөңгөһөн тарбайталар. Ш. Бикҡол. Әллә башына төшкән мең бәләгә ус итеп, әллә ғорур тәбиғәте ҡорсотоуҙан — .. [Ҡәҙриә]нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Ә. Хәкимов.
ҠОРСОУ (ҡорсо-) (Р: раззадориваться; И.: show spirit; T.: coşmak) ҡ.
Ниҙелер эшләргә ҡыҙышыу; ярһыу. □ Раззадориваться. Бушҡа ҡорсоу. Сәбәпһеҙгә ҡорсоу. ■ [Әйуп — Мәликәгә:] Йә шул бушҡа ҡорсоп йөрөйһөңдөр тинем дә. Т. Ғарипова.
ҠОРТ I (Р: червь, червяк; И.: worm; T.: kurt) и.
1. зоол. Ҡанатһыҙ һәм күпселеге аяҡһыҙ төрлө бөжәктәрҙең дөйөм исеме. □ Червь, червяк (лат. Vermes). Тиҙәклектәге ҡорттар. Ҡортҡа балыҡ тотоу. ■ Ҡаты таш эсендә лә ҡорт ғумер итә, кубәләк уҙе улеп булһа ла, яңынан тормош бирә. Ә. Чаныш.
2. зоол. Бөжәктең йомортҡанан сыҡҡан селәүсен һымағыраҡ балаһы; ҡарышлауыҡ. □ Червь, червяк. / Червяковый, червячный. Алмаға төшкән ҡорт. ■ Ә тейен һайлай, ул ҡорт ашаған сәтләуектәрҙе алмай. А. Карнай. Алтын Урҙа дәуләте хәҙер ҡорт төшкән ағасты хәтерләтә. Ә ҡорт уҫергә һәләтле көслө ботаҡ-ҡабаҡты ғына тугел, тамырҙарҙы ла кимерә. Ә. Хәкимов. • Алманың аҫылын ҡорт ашай. Әйтем. Йомшаҡ ағасты ҡорт баҫа. Әйтем. Тымыҡ кулдә ҡорт уйнар. Мәҡәл.
3. кусм. Нимәгәлер тас йәбешеп йәшәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Червяк, червь. Китап ҡорто. Кабинет ҡорто. Бәлеш ҡорттары. ■ Ул [Ишмәмәт] муллалар тураһында «бәлеш ҡорттары» йәки «ғөшөр ҡарғалары» кеуегерәк сәнскеле һуҙҙәр ысҡындырғылай. А. Карнай. [Әхәт:] Солтанов иптәш, мин ни ҡушһам, шуны утә, кабинет ҡорто булып ултырырға бында наркомат юҡ. Н. Мусин.
4. кусм. Бысраҡ күңелле кешегә ҡарата әйтелә. □ Подлец. ■ Был әҙәм шулай йомшаҡ һөйләшеп кенә маташа. Эсе тулы — ҡорт. Д. Бүләков.
♦ Ер ҡорто 1) тик тормаған, үткер, сая балаға әйтелә. □ Бойкий, проворный. Ер ҡорто шикелле малай. ■ [Хәсәндең] ауыҙы-мороно майға буялып бөтә. Әммә уҙе илай белмәй инде, ер ҡорто. Ф. Әсәнов;
490