ҠОРТ АЙЫУЫ
2) ер эшенә бик бирелеп эшләгән кешегә әйтелә. □ Любитель земледельческих работ. ■ Киләсәктә агроном булып эшләргә уйым юҡ, минән башҡа ла ер ҡорттары бөтмәгән. Н. Мусин. Көплө ҡорт йылы ваҡытта ла ҡалын итеп кейенеп алған, өҫтөн һалмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Мерзляк (о зябком человеке). Күҙ ҡорто көнләшерлек әйбер. □ Что-л., вызывающее зависть. Күңелгә ҡорт төшөү шикләнеү. □ Сомневаться. Ҡортон ҡоҫтороу 1) кеше алдында фашлау, ғәйебен асыу. □ Разоблачить, уличить. ■ Ун минут та утмәгәндер, башлыҡтары Турыйән килеп етте. Уға ҡапҡас, уҙең беләһең, ҡортоңдо ҡоҫтора, йәнеңде алмай ҡуймай. И. Ғиззәтуллин; 2) аҡылға ултыртыу, кәрә-ген биреү. □ Дать как следует; наказать за что. ■ [Ғаяз — Зөләйхаса:] Ғибат менән уҙе-беҙ һөйләшербеҙ. Ҡортон ҡоҫторорға ғына ҡулдан килер. Н. Мусин.
ҠОРТ II (Р: пчела; И.: bee; Т.: ап) и. зоол.
Яры ҡанатлылар төркөмөнә ҡараған, нәҙек билле бал йыя торған бөжәк; бал ҡорто. □ Пчела (лат. Apis). Ҡыр ҡорто. Ҡорт ҡаяуы. Ҡорт сағыуы. Инә ҡорт. Әре ҡорт. Эшсе ҡорт. ■ [Арыҫлан батыр] .. ағасҡа менер өсөн ҡурыстан яһалған кирәмен тотҡан, ҡорт саҡмаһын тип кейә торған иләксәһе бар. Ғ. Ибраһимов. Тик кук ябып осҡан егәрле ҡорттар безелдәшкәнен тыңлап ята торғас, бал еҫенә иҫерәһең, урыныңдан торҙоңмо — ағастарҙы ҡосаҡлағы, йырлағы, хәтфә уләндәргә ятып аунағы килә. Н. Мусин. [Тимашев — Жирновҡа:] Урман ҡырҡыусыларҙы кире Көплө буйына кусер, ҡырағай ҡорт тотҡан ағастарын да ҡыйратһындар. 3. Ураҡсин. Көн сыуағында ҡорттарҙың һирәк-һаяҡ осҡан геуе ҡолаҡҡа салына. Ғ. Хөсәйенов. Беҙҙең ҡорт ҡарағанды әллә ҡайҙан белеп, ишек алдына бала-саға йыйылып китә. Ш. Янбаев. Ҡорттар төтөндән ҡурҡып, умартанан туҙып сыҡтылар ҙа балдарын — уҙҙәрнең аҙыҡтарын талаусыға һөжум итергә булдылар. Ғ. Хәйри. Бабай менән әбей, ҡымыҙ
эсеп, ҡорт аҫрап, һунарға йөрөп йәшәп ятҡандар. Халыҡ ижадынан. • Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән ир мал табыр. Әйтем. Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ, бал йыйһа ла, мул йыймаҫ. Әйтем. Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр. Әйтем.
♦ Ҡорт саҡҡан кеүек (шикелле) ығы-зығы килеп, сәбәләнеп тегеләй-былай са-быулау. □ Как {будто, словно, точно) ужаленный. Ҡорт саҡҡан кеуек йугерекләу.
ҠОРТ III и. иҫк. ҡар. бүре. Кортҡа һунар итеу. F Кирегә йунәлһәң, ҡорт-буренән уҫал дошман яуы, алда — дәһшәтле тауҙар. Ә. Хәкимов. «Буреле йылғаһы» исемле легендала ҡәберҙән сыҡҡан ҡорттоң (буренең) кешеләрҙе «йылға башланған урынға, урман араһына» эйәртеп алып килеп төйәкләндереуе бер ҙә осраҡлы тугел. Ф. Нәҙершина.
ҠОРТ IV и. ҡар. башлыҡ I. Ырыу ҡорто. V Нисәмә тапҡыр ышаныслы илселәр аша ғәйнә, юрматыларҙың, уларынан да бигерәк уҫәргән, ҡыпсаҡ, туңгәуер ҡәбиләләренең бейҙәрен, ырыу ҡорттарын — башлыҡтарын кәңәшкә саҡырып килтерә алмағайны сардар. Ә. Хәкимов.
ҠОРТ АҒЫУЫ (Р: пчелиный яд; И.: bee venom; T.: ап zehiri) и. умарт.
Бал ҡортоноң махсус биҙҙәре бүлеп сығарған ағыу. □ Пчелиный яд. Ҡорт ағыуы кеуек продукциялар. Ҡорт ағыуының шифаһы. Ҡорт ағыуы менән дауаланыу.
ҠОРТ АЙЫРЫУ (ҡорт айыр-) (Р: роиться (о пчёлах)', И.: swarm(ing); T.: oğul çıkması) ҡ.
Күстең бер өлөшөнөң инә ҡорт менән бергә бүленеп сығыуы. □ Роиться (о пчёлах). // Роение пчёл. Ҡорт айырыу осоро. Ҡорт айыра башлау. Ҡорт айырған саҡта. ■ Ҡояш тубәнләй башлағас, Байгилде, ҡорт айырмаҫ инде хәҙер, кис булды, тип ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев.
ҠОРТ АЙЫУЫ (Р: бурый медведь; И.: brown bear; T.: boz ayı) и. зоол.
491