ҠОРТАНАҺЫ
Көрән айыу. □ Бурый медведь (лат. Ursus arctos). Ҡорт айыуына һунар итеу. М Тик уның шул тирәгә эйәләгән, уҙем былтыр кургән эттән саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡорт айыуы булыуы ихтимал. Н. Мусин.
ҠОРТ АНАҺЫ и. умарт. диал. ҡар. ҡорт инәһе. Ҡорт анаһы ағыуы. Ҡорт анаһы homo. Ҡустән айырылған ана ҡорт. Ана ҡорт ҡайҙа ҡуна, кусе шунда ҡуна.
ҠОРТАҢЛАУ (ҡортаңла-) ҡ. диал. ҡыйпысыҡланыу. Ҡортаңлап йөрөу. Ҡортаң-лаған ҡатын.
ҠОРТАРА и. умарт. диал. ҡар. умарталыҡ. Ҡортара ере. Ҡортара эргәһенә килеу. Ҡортара куренә.
ҠОРТ АРБАУ (ҡорт арба-) (Р.: заговаривать червей; И.: spell against helminths; T.: büyü ile tedavi etme usulü) ҡ. миф.
Мал ҡорттарын имләү. □ Заговаривать червей. М Һыйырҙың берәй ере ҡортлаһа, ҡортто арбап сығара ине [имсе]. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРТ АРБАУЫ (Р.: заговор червя; И.: kind of exorcism; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Ҡорттарға ҡаршы им-том. □ Заговор червя. Ҡорт арбауын белеу. Ҡорт арбауын уҡыу. Ҡорт арбауы менән имләу.
ҠОРТ АУЫРЫУҘАРЫ (Р: болезни пчёл; И.: honey bee diseases; T.: arı hastalıkları) и. вет.
Аҙыҡ етешмәүҙән, күсте дөрөҫ тәрбиәләмәүҙән, төрлө талпандарҙан барлыҡҡа килгән йоғошһоҙ; бактериялар, бәшмәктәр, вирустар, микробтар аша барлыҡҡа килгән йоғошло ауырыуҙар. □ Болезни пчёл. Йоғошло ҡорт ауырыуҙары. Йоғошһоҙ ҡорт ауырыуҙары. Умарталыҡҡа таралған ҡорт ауырыуҙары.
ҠОРТ БАҘЫ (Р: зимовник; И.: beehouse; T.: ап kovanlarını içerde kışlatma yeri) и. умарт.
Ҡышын умарта ҡуя торған махсус урын. □ Зимовник, омшаник. Ҡорт баҙын әҙерләу.
Ҡорт баҙын елләтеу. Ҡорт баҙын төтәҫләу. Ҡорт баҙында ҡышлаған умарта.
ҠОРТ БАҠСАҺЫ I и. умарт. диал. ҡар. умарта. Ҡорт баҡсаһындағы кус. Ҡорт баҡсаһы тотоу.
ҠОРТ БАҠСАҺЫ II и. умарт. диал. ҡар. умарталыҡ. Ҡорт баҡсаһындағы умарта. М Ҡурәһең, быныһы ҡорт баҡсаһылыр, унда байтаҡ умарта куренә. Н. Мусин.
ҠОРТ БАЛЫ и. ҡар. бал I. Ҡорт балының еҫе. Ҡорт балының дауаһы. Ҡорт балын айыртыу. Ҡорт балының сифаты. Ҡорт балының медицинала ҡулланылышы.
ҠОРТБАШ (Р: раковина ужовки; И.: kind of a sea-shell; T.: yumuşakça kavkısı) и. этн.
1. Биҙәү әйбере итеп ҡулланылған ваҡ ҡына аҡ диңгеҙ ҡабырсағы. □ Раковина ужовки. Ҡортбаш тағыу. Ҡортбаш теҙеп яһау. ■ [Кинйәнең улы] батыр булһын тип, сәңгелдәк бауына буре, бөркөт тырнаҡтары аҫҡандар, куҙ теймәҫ өсөн башлығына ҡортбаштар таҡҡандар. Ғ. Ибраһимов. Мәғфурә ҡыҙының ҡалай тәңкәләрҙән ситенә ҡортбаш теҙеп яһалған быҙау телендәй генә иҙеусәһен уға һалындырғас, Хаят та ҡыҙыҡты. Һ. Дәүләтшина.
2. миф. һаҡлау көсөнә эйә әйбер. □ Раковина ужовки, выполняющая обережную функцию. ■ Ауырға ҡалған ҡатынды кеше куҙенән, убыр куңеленән, ен-пәрей зәхмәтенән һаҡлау өсөн уға бетеу, ҡортбаш, ҡаҙ өлтөгө таҡҡандар, биҙәнеу әйберҙәре (һырға, сулпы, яға, йөҙөк һ. б.) кейҙергәндәр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠОРТ БОЛАУ (ҡорт бола-) (Р: роиться (о пчёлах); И.: swarm(ing); T.: oğul çıkması) ҡ. умарт. диал.
Бал ҡортоноң күс айырыу ы. □ Роиться (о пчёлах). Ҡорт болай башлау. Ҡорт болау осоро.
ҠОРТ ДОҒАҺЫ и. миф. ҡар. ҡорт арбауы. Ҡорт доғаһын әйтеп имләу. В Тилебәрән бешергән һыуға ҡорт доғаһы уҡып, һыҙлаған
492