ҠОРТ ҠУНДЫРЫУ
теште шул һыу менән сайҡаталар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРТ ЕЛЕМЕ (Р.: прополис; И.: propolis, bee-glue; T.: balmumu) и. умарт.
Бал йыйыусы ҡорттар эшләп сығарған, умарта эсендәге ектәрҙе һәм бал менән тулған күҙәнәктәрҙе һылап ҡуя торған ыҫмала һымаҡ йәбешкәк матдә. □ Прополис. Ҡорт елеме ҡулланыу. Ҡорт елемен йыйыу. Ҡорт елеме кеуек матдәләр.
ҠОРТЕШ (Р: волчий зуб (у лошади)] И.: fang; T.: azıdiş) и. диал.
Йылҡы малының бүре теше. □ Волчий зуб (у лошади). Ҡортешһеҙ am.
ҠОРТ ИЛӘҮЕ и. умарт. ҡар. ҡорт күсе. Ҡорт иләуен айырыу. Көслө ҡорт иләуе. ■ [Сәмиғулла:] Әҙәм иләуҙәренә ҡарағанда миңә ҡорт иләуҙәре менән йәшәу куңеллерәк. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОРТ ИНӘҺЕ (Р: пчелиная матка; И.: queen bee; T.: anaan) и. умарт.
Умарталағы ҡорттарҙың инәһе. □ Пчелиная матка. Ҡорт инәһе һөтө. М Уҡып ҡайтҡан умартасылар .. әреһен — әрегә, ҡорт инәһен уҙен башҡа айырып, әллә ниндәй американ, кавказ бал ҡорттары менән аталандырып, ҡорт туйҙарын уҙҙәренсә итмәксе булып ҡарағандар. М. Өмөтбаев. • Ҡорт инәһе ҡайҙа ҡунһа, балаһы шунда һарыр. Әйтем. Бер ҡорт инәһен тотҡан тотош кусен тотор. Әйтем.
ҠОРТ ЙӘТТӘҺЕ (Р: обножка; И.: pollen load; pollen pellet; T.: polen küreciği) и. умарт.
Эшсе ҡорттарҙың артҡы өсөнсө пар аяҡтарындағы ҡалтаһына, кәрзиненә йыйып тултырған сәскә һеркәләре. □ Обножка. Бал менән һылап ҡуйылған ҡорт йәттәһе. Бал ҡортоноң шайығы менән эшкәртелгән ҡорт йәттәһе. Ҡорт йәттәһендәге файҙалы элементтар. Ҡорт йәттәһенең файҙаһы.
ҠОРТ КҮСЕ (Р: пчелиный рой; И.: swarm of bees; T: oğul) и. умарт.
Бер инә, бер нисә тиҫтә мең эшсе, бер нисә йөҙ әре ҡорттан торған бал ҡорттары ғаиләһе. □ Пчелиный рой. Көслө ҡорт
кусе. Ҡорт кусенең гөжләуе. Ҡорт кусенең айырылыу ы. Хужалыҡта иҫәпләнгән ҡорт кусе. ■ [Яуымбай] яҙ көнө иһә ағасты һаҡ ҡына йыҡты ла ҡорт кусе уҙенә төйәк иткән тәңгәлде аҫлы-өҫлө бысып, тумәр умарта рәуешле тейәп алды ла ҡайтты. Н. Мусин. Аҡназар Мөҙәрисе ҡорт кусе осоп барғанды куреп ҡалған да артынан төшкән. Халыҡ ижадынан.
ҠОРТҠА и. диал.
1. ҡар. әбей. Ҡарт менән ҡортҡа. Ҡортҡалар менән әңгәмә. Имсе ҡортҡа. V Тәҡдим урынһыҙ булһа ла, ҡортҡа ыңшаңлап кунде. И. Насыри. [Ситек-галошлы кеше — һалдатҡа:] Ҡортҡа ҡунып ҡайтырһың тигәйне лә, эш булырлыҡ булмағас, ни эшләп ятайым унда. А. Таһиров. Ҡөҙгө елдең тыштан тәҙрә ҡарындыҡтарына һуғылып зыйлау ы .. Һылыу ҡортҡаның ҡарт куңеленә әллә ниндәй шомло «әхирәт» тормошон, «сур» өрөлөу көндәрен һала ине. Т. Йәнәби.
2. Хакимә ҡатын-ҡыҙ. □ Женщина-правитель. Ҡортҡалар хакимиәт иткән осор. ■ Арҙаҡлы ҡатындар араһынан кутәрел-гән ана шул ҡортҡалар хакимиәт иткән дә-уер хаҡында уның бер китапта уҡығаны бар ине [Арыҫландың].
ҠОРТҠАЛАР СЫУАҒЫ и. диал. ҡар. әбеиҙәр сыуағы. Ҡортҡалар сыуағы етә. Йәйҙең һуңғы балҡыуы — ҡортҡалар сыуағы. Ҡортҡалар сыуағы тамамлана. Ҡортҡалар сыуағын көтәбеҙ. ■ Ҡортҡалар сыуағы сентябрь айында, бәрәңге алғас, ҡояшлы, йылы мәлдә була. Халыҡ ижадынан.
ҠОРТ ҠАЛТАҺЫ (Р: корзиночка; И.: pollen basket; T: polen sepeti) и. анат.
Эшсе ҡорттоң арт аяғына кеҫә рәүешендә ҡатлансыҡ булып йәбешеп үҫкән ағза. □ Корзиночка. Ҡорт ҡалтаһындағы ҡорт йәттәһе. Сәскә һеркәләре тултырылған ҡорт ҡалтаһы. Инә ҡорттоң ҡорт ҡалтаһы булмай.
ҠОРТ ҠУНДЫРЫУ (Р: приготовление ульев для бродячих пчёл; И.: honey trap; T.: oğulları tutmak) и. умарт. диал.
493