ҠОРТ-ҠУҢЫҘ
Айырылып осоп киткән ҡортто тотоу өсөн умарта ҡуйыу. □ Приготовление ульев для бродячих пчёл. Ҡорт ҡундырыу осоро. Ҡорт ҡундыра белеу.
ҠОРТ-ҠУҢЫҘ (Р.: насекомые; И.: vermin; T.: böcekler) и. йыйн.
Төрлө ҡорт һәм ҡуңыҙ. □ Насекомые. Ҡорт-ҡуңыҙҙарға ҡаршы корәш. Ҡорт-ҡуңыҙҙарҙы өйрәнеу. ■ Арҙаҡлап көткән аҡ тәнең ҡорт-ҡуңыҙға ем булыр. Ҡобайырҙан.
ҠОРТЛАМБЫЙ с. диал. ҡар. ҡылансыҡ.
Ҡортламбый ҡыҙҙар.
ҠОРТЛАНЫУ (ҡортлан-) (Р.: манерничать, жеманиться; И.: behave affectedly; T.: nazlanmak) ҡ.
Төрлөсә ҡыланыу; ҡылансыҡланыу.
□ Манерничать, жеманиться. Ҡыҙҙар ҡортлана. Ҡортланып бейеу. Ҡортланып китеу. Ҡортланып тора.
ҠОРТЛАС (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенең тәтегәс ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме.
□ Название родового подразделения башкир. Ҡортлас араһының аҡһаҡалы. Ҡортлас араһының башлығы.
ҠОРТЛАТЫУ (ҡортлат-) (Р: позволить червиветь; И.: let become worm-eaten; T: kurtlandırmak) ҡ.
Ҡортлоға әйләндереү, ҡортло итеү. □ Позволить червиветь. Балыҡты ҡортлатыу. Итте ҡортлатыу. Ҡортлата торған себен.
ҠОРТЛАУ (ҡортла-) (Р: червиветь, становиться червивым; И.: become worm-eaten; T: kurtlanmak) ҡ.
1. Ҡортлоға әйләнеү, ҡортло булыу.
□ Червиветь, становиться червивым. Ҡортлап китеу. Ҡортлап бөтөу. ■ [Ғимай һунарсыға:] Таҙартып тотмаһаң, этең бер айҙа ҡортлап улер. Хәҙер һыу ҡорто баҫа ла китә уны. И. Насыри. Яраны .. йыуып таҙартмаһаң, эренләп, ҡортлап, хайуандың эшлектән сығыуы бар. Н. Мусин. Һыйырҙың берәй ере ҡортлаһа, шуны ла арбап сығара
ине [инәйем]. Халыҡ ижадынан. Малдың ҡортлаған ерен дауалағанда, йәшел һәңгәр һалалар, дегәнәк япрағы төйөп бәйләйҙәр. Экспедиция материалдарынан. • Ит уҙенән-уҙе ҡортлай. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. ҡорҡолдау. Тауыҡ ҡортлай.
♦ Эт аяғы ҡортлаған ер халыҡ ҡайнап торған ер. □ Многолюдное место. Эт аяғы ҡортлаған саҡ халыҡ ҡайнап торған саҡ. □ Многолюдное время. Эт ҡолағы ҡортлаған саҡ бик эҫе саҡ. □ Зной, жара.
ҠОРТЛО (Р: червивый, с червоточиной; И.: wormy; worm-eaten; T: kurtlu) с.
1. Ҡорто булған, ҡорт төшкән. □ Червивый, с червоточиной. Ҡортло алма. Ҡортло ағас. Ҡарт бәшмәк ҡортло була. ■ Ҡортло ағастың да һау ботаҡтары ҡала, ә тотош бер милләттең сереуе мөмкин тугел. Ә. Хәкимов.
2. Бал ҡорто булған. □ Пчелиный. Ҡортло умарта. Ҡортло ағас. ■ Йорт хужаһы Баһау менән Шаһиәхмәткә мираҫ булгәндә нисәшәр баш мал, нисәшәр баш ҡортло умарта тейгәнен бармағы менән һанап ултырҙы. Ж. Кейекбаев. [Гибадулла] ҡортло ағасты йығайым тип, балтаһын бер сабыуы була, яҡында уҡ нимәлер хәтәр бышҡырып ебәрмәһенме! Н. Мусин.
3. кусм. һөйл. Тиктормаҫ (балаға ҡарата ). □ Непоседа. Ҡортло малай.
4. кусм. һөйл. мыҫҡ. ҡар. ҡылансыҡ. Ҡортло ҡыҙыҡай. Ҡортло холоҡло.
5. кусм. Эскерле, кенәсел, ҡонсол (кешегә ҡарата). □ пренебр. Пакостный, зловредный (о человеке). • Тел осо татлы, төбө — ҡортло. Мәҡәл.
ҠОРТЛОҠ I (ҡортлоғо) и. умарт. диал. ҡар. умарта. Ҡортлоҡто таҙартыу. Ҡортлоктоң ауыҙы. Ҡортлоҡто ҡышҡылыҡҡа әҙерләу.
ҠОРТЛОҠ II (ҡортлоғо) (Р: преддверие медресе; И.: vestibule in a madrasah; T: medresenin kapı önü) и. диал.
494