ҠОРТСОЛОҠ
Мәҙрәсәнең ишек төбө. □ Преддверие медресе. Ҡортлоҡта аяҡ кейемен сисеп ҡалдырыу.
ҠОРТЛОҠ III (ҡортлоғо) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир. Ҡортлоктарҙың мөлкәте. Сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуындасы ҡортлоҡ.
ҠОРТЛОҠАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенең кесе-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир. Ырыуынан айырылған ҡортлоҡайҙар. Ҡортлокайҙарҙың ҡурайсыһы.
ҠОРТМАН и. диал. ҡар. ҡортбаш. Ҡорт-ман тағыу. Ҡортман менән биҙәү.
ҠОРТМОШ и. диал. ҡар. ҡортбаш. М [Айым] ҡортмоштар тағылған алтын уҡалы камзул кейгән, толомдары өҫтөнә иңһәләген һалған. Ғ. Ибраһимов.
ҠОРТНАУ (ҡортна-) ҡ. диал. ҡар. ҡортлау 2. Тауыҡ ҡортнай.
ҠОРТО Л ДАУ (ҡортолда-) ҡ. диал. ҡар. ҡортлау 2. Йомортҡа баҫыр алдынан ҡортолдай.
ҠОРТОМ и. диал. ҡар. ҡуртым. Ҡортом-ға алыу. Ҡортомға биреү. Ҡортомға алынған ер. Ҡортомға бирелгән фатир, в 1761 йылда .. завод өсөн Я. Б. Твердышевҡа һәм уның компаньоны И. С. Мясниковҡа яңынан башҡорт ерҙәренән 60 йылға ҡортомға биләмә биреү тураһында акт төҙөлә. Р. Шәкүр.
ҠОРТОН ҠОҪТОРОУ (ҡортон ҡоҫтор-) (Р: вызвать рвоту (у котят, щенков, заражённых глистами, напоив их кислым молоком); И.: make vomit; T.: kusturmak) ҡ.
Эт, бесәй балаһына әсе ҡатыҡ эсереп, йәнәһе, эсендәге ҡортон сығартыу. □ Вызвать рвоту (у котят, щенков, заражён
ных глистами, напоив их кислым молоком). Көсөктөң ҡортон ҡоҫтороу. Ҡатыҡ эсереп ҡортон ҡоҫтороу.
ҠОРТОН ҠОҪОУ (ҡортон ҡоҫ-) (Р.: блевать (о щенках); И.: make egest; T: köpek kusması) ҡ.
Яңы тыуған көсөктәрҙең эсендәге ҡортон ҡоҫоп сығарыу ы. □ Блевать (о щенках). Ҡортон ҡоҫмаған көсөк. Көсөк, ҡортон ҡоҫмаһа, үлә.
ҠОРТ ҠЫУЫУ и. миф. ҡар. ҡорт төшөрөү.
ҠОРТ ОЯ и. умарт. диал. ҡар. солоҡ. Ҡорт ояға менеү. Ҡорт оя балы.
ҠОРТ РӘНЙЕҮЕ (Р: болезни от червей; И.: sickness due to worms; T.: nedeni böcek olan hastalık) и. миф.
Халыҡ ышаныуы буйынса, ҡорт, талпан һәм башҡа төрлө бөжәктәр сәбәпсе булған ауырыуҙар. □ Болезни от червей. Ҡорт рәнйеүе тейеү. Ҡорт рәнйеүе менән яфаланыу.
ҠОРТСО и. умарт. ҡар. умартасы. Оҫта ҡортсо. Ҡортсо тәжрибәһе. Данлыҡлы ҡортсо. Ҡортсолар нәҫеле. ■ Сәнәғәткә ҡағылышлы һәнәр алһа ла, [Альфред] үҙен ата-бабалары кеүек ҡортсо тип иҫәпләй. «Туғыҙынсы быуын ҡортсо булараҡ, бал ҡорттарынан өлгө алам. Уларҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы үҙе ни тора!» — ти шиғри күңелле егет. «Йәшлек», 25 июнь 2009. Бер көн ҡортсо ҡарт солоҡтарын ҡарап йөрөгәндә бер ир баланы осратҡан. Әкиәттән.
ҠОРТСОЛОҠ (ҡортсолоғо) и. умарт. зоол. ҡар. умартасылыҡ. Ҡортсолоҡ үҫеше. Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре. Ҡортсолоҡ һәнәре. Ҡортсолоҡ серҙәре. Я Йөҙшишмә — райондың ғорурлығы була килде. Сөнки район, башлыса, урмансылыҡ, ҡортсолоҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Д. Бүләков. Сәлмән бай һалабаш һалдырыуҙың файҙалы эш икәнлеген белһә лә, ҡортсолоҡҡа нығыраҡ һәүәҫ ине. Ж. Кейекбаев. Перовский ҡортсолоҡ заводын, умартасылыҡта донъя күләмендә
495