Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 496


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРСОУ
өлгәшкән уңыштарға таянып, ғилем-фән нигеҙенә ҡуйырға ниәтләй. М. Өмөтбаев.
ҠОРСОУ (ҡорсо-) ҡ. диал. ҡар. борсоу I. Ҡорсоп йөрөу. И Ниңә мине ҡорсойһоң, йәнем? Картотека фондынан.
ҠОРТ СӘСКӘҺЕ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Ҡорт сәскәһе йыйыу. Ҡорт сәскәһенең еҫе.
ҠОРТ ТАУЫҒЫ и. зоол. диал. ҡар. оҙан. Ҡорт тауығы тауышы. Ҡорт тауығы кеуек ҡоштар.
ҠОРТ ТОҠОМДАРЫ (Р.: породы пчёл; И.: honey bee breeds; T.: arı cinsleri) и. умарт.
Бер сығанаҡтан килгән тоҡом төркөмө. □ Породы пчёл. Тәбиғи шарттарҙа барлыҡҡа килгән ҡорт тоҡомдары. Тыныс холоҡло ҡорт тоҡомдары, һыуыҡҡа сыҙамлы ҡорт тоҡомдары. Башҡортостан тәбиғәте шарттарында урсетеугә ярашлы ҡорт тоҡомдары.
ҠОРТ ТӨШӨРӨҮ (Р.: изгнание червей; И.: elimination of worms; T: büyü sözleri ile tedavi usulü) и. миф.
Ауырыу булған ерҙән ҡорттарҙы ҡыуып, саҡырып сығарыу ысулы. □ Изгнание червей. Ҡолаҡтан ҡорт төшөрөу име. Тештән ҡорт төшөрөу доғаһы.
ҠОРТ ТУБАЛЫ и. умарт. диал. ҡар. моҙға I. Ҡорт тубалын әҙерләп ҡуйыу. Ҡорт тубалындағы кус. Ҡорт тубалына кусте йыйып алыу.
ҠОРТ УҒЫ и. умарт. диал.
1. ҡар. ҡорт энәһе. Инә ҡорттоң ҡорт уғы. Аяуһыҙ ҡорт уғы.
2. миф. Бал ҡортоноң кеше һаулығына зыян килтерә торған мифик уғы. □ Мифическая стрела пчелы. Ҡорт уғы тейеу. Ҡорт уғы көсө. ■ Ҡорт уғы йөрәккә төшһә, кеше улә икән. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРТ ҺИБЕҮ (ҡорт һин-) ҡ. умарт. диал. ҡар. ҡорт ябыу. Яңы умартаға ҡорт һибеу. Уңышлы ғына ҡорт һибеу.
ҠОРТ ЭНӘҺЕ (Р: жало пчелы; И.: sting(er); T.: arı iğnesi) и. умарт.
Инә ҡорт һәм эшсе ҡорттарҙың ҡорһаҡ аҫтының һуңғы быуынтығында урынлашҡан ағза. □ Жало пчелы. Ҡулға ҡаҙалған ҡорт энәһе. Бысҡы формаһындағы ҡорт энәһе.
ҠОРТ ӘНӘҺЕ и. умарт. диал. ҡар. ҡорт инәһе. Йәш ҡорт әнәһе. Ҡорт энәһенең ҡаяуы.
ҠОРТ ЯБЫУ (ҡорт яп-) (Р.: впустить рой в улей; И.: let in a bee-swarm; T.: oğulları tutmak ve kovana koymak) ҡ. умарт.
Айырған күсте айырым умартаға ябыу, урынлаштырыу. □ Впустить рой в улей. Ҡөслө кусте ҡорт ябыу.
ҠОРҮРӘ и. диал. ҡар. яйҙаҡ аш. Ҡорурә бешереу. Ҡорурә кеуек аштар.
ҠОРҺАҒАЯҠТАР (Р.: брюхоногие; И.: Gastropoda; T.: karından bacaklılar) и. зоол.
һыуҙа һәм ҡорола йәшәй, ҡайһы берҙәре үҫемлек менән, ҡайһы берҙәре хайуандар менән туҡлана торған йомшаҡ тәнле хайуандар класы. □ Брюхоногие (лат. Gastropoda). Ҡорһағаяктар төркөмө.
ҠОРҺАҠ (ҡорһағы) (Р.: живот; И.: belly; T.: karın) и.
1. анат. Йән эйәләренең эс-бауыр ятҡан урыны; эс. □ Живот, брюхо. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы. ■ [һалдаттарҙың] ҡорһаҡтарына йылы аш та ингәс, бөтөнләй йәнләнеп китеп, шаяра-көлөшә башланылар. М. Хужин.
2. Шул урындың тышҡы булмышы. □ Живот. Йыуан ҡорһаҡ. Ҡорһаҡ аҫты. М Айғыр уҙәнде аша сыға ла, .. ҡорһаҡ йөндәренә йәбешкән боҙло ҡар киҫәктәрен тәнен дерелдәтеп, һелкеп ала, көҙҙән ҡалған ҡылғанды сапсыштырып, ялмарға тотона. 3. Ураҡсин. Урҙа төмәндәренең шунда [Ҡондорсаның уҙәненә] барып инеуе булды, аттары, ҡорһаҡ аҫтарына тиклем батып, ни алға, ни артҡа китә алмайынса, тыпырсынып ҡалды. Ә. Хәкимов.
3. анат. Аш үҙләштерә торған ағза; ашҡаҙан. □ Желудок. Ҙур ҡорһаҡ. Ҡорһаҡ эсендә.
496