ҠАБАЛАУ
ҠАБАЛАУ I (ҡабала-) (Р.: ставить на прялку; И.: put on a distaff; T.: örekeye koymak) ҡ.
1. Ҡабаға (I) ҡуйыу. □ Ставить на прялку. Ҡабалап иләу.
2. Ҡаба тарағынан үткәреү. □ Прочёсывать (пудель, пух через прядильный гребень). Ҡабалап алыу. Киндер ҡабалау.
ҠАБАЛАУ II (ҡабала-) (Р.: ставить угольник; И.: put a back square; T.: gönye koymak) ҡ.
Мөйөшлөк, ҡаба (II, 2) ҡуйыу. □ Ставить угольник, приделывать угольник к чему. Умартаның таҡталары ҡабалап тоташтырыла. Өҫтәл таҡталарын ҡабалау. Иҫке өҫтәлде ҡабалап алдылар, ултырғыстарҙы йунәттеләр.
ҠАБАЛДЫР с. диал. ҡар. ҡалбыр. Ҡа-балдыр әҙәм. Ҡабалдыр еңгәм кумәсен тотоп килеп тә етте.
ҠАБАН I (Р: кабан; И.: wild boar; T.: yaban domuzu) и. зоол.
Айры тояҡлылар отрядынан сусҡалар ғаиләһенә ҡараған һөтимәр хайуан; ҡыр сусҡаһы. □ Кабан. / Кабаний (лат. Sus-scrofd). Ҡабан башы. Ҡабан көтөуе. Ҡапыл урман эсенән ҡабан килеп сыға. Ҡабандар уҫемлек булбеләре, тамыры, сәтләуеге һәм төрлө ваҡ хайуандар, бөжәктәр, селәусендәр менән туҡлана. М һөйләһә һөйләй бирһен ҡара табан, ҡушылмаҫ аҡ маралға ҡара ҡабан. М. Аҡмулла.
ҠАБАН II (Р: название одного из родовых подразделений северо-западных башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ара, зат, нәҫел исеме. □ Кабан (название одного из родовых подразделений северо-западных башкир). Был егет ҡабан нәҫеленән.
ҠАБАН СИҢЕРТКӘҺЕ и. зоол. ҡар. айыу сиңерткәһе. Ҙур ҡабан сиңерткәһе. Ҡабан сиңерткәһе йәшел төҫтә була.
ҠАБАН СУСҠАҺЫ и. зоол. ҡар. ҡабан I. Ҡабан сусҡаһын атыу. Ҡабан сусҡаһы һаҙлыҡтарҙа, урмандарҙа йәшәй.
ҠАБАН ТЕШ и. анат. диал. ҡар. ҡаҙыҡ теш. Өҫкә ҡалҡыбыраҡ торған теште беҙҙә ҡабан теш тиҙәр.
ҠАБАРҒАН с. диал. ҡар. ҡайнаған. Ҡабарған һөт менән туҡыу. Ҡабарған, һыуытылған һөткә ойотҡо һалыу.
ҠАБАРСЫ и. диал. ҡар. ғәйбәтсе.
• Ауылсы ҡатын — ҡабарсы. Мәҡәл.
ҠАБАРСЫҠ I (ҡабарсығы) (Р: волдырь; И.: blister; T.: kabarcık) и.
Ҡабарып сыҡҡан эсе һыулы ҡыуыҡса. □ Волдырь, водянистая мозоль. Ҡабарсыҡ һытылыу. Ҡабарсыҡ ҡалҡыу. Салғыны ныҡ тотһаң, ҡабарсыҡ ҡалҡа.
ҠАБАРСЫҠ II (ҡабарсығы) (Р.: хвастун; И.: swaggerer; T.: kabadayı) и. диал.
Маҡтансыҡ, ҡупыр. □ Хвастун. Ҡабарсыҡ малай. Ҡабарсыҡҡа етә ҡала.
ҠАБАРСЫТЫУ (ҡабарсыт-) (Р: набивать мозоли; И.: make callus; T.: nasır oluşmak) ҡ.
Өйкәлдереп, ҡабарсыҡлы (I) итеү. □ Набивать мозоли. Бармаҡтарҙы ҡабарсытыу. Салғыға усты ҡабарсытыу.
ҠАБАРСЫУ (ҡабарсы-) (Р: вздуться, появляться (омозолях)', И.: appear (of coms)', T.: nasırlanmak) ҡ.
Эсе һыулы ҡыуыҡ булып өрөлөү (тән тиреһенә ҡарата). □ Вздуться, появляться (о мозолях, волдырях). Ус ҡабарсып сығыу. Көнө буйы йөрөугә аяҡ табандары ҡабарсый. Көнө буйы көрәк менән эшләп ҡулым ҡабарсыны.
ҠАБАРТҠЫС ҺӘНӘК (һәнәге) (Р: вилы с загнутыми концами; И.: pitchfork with turned up ends; T.: kıvrık uçlu yaba) и. иҫк.
Сабылған игенде әйләндерә торған кәкре осло һәнәк. □ Вилы с загнутыми концами для переворачивания скошенного хлеба. Ҡабартҡыс һәнәген алып, атайым эшкә китте. ■ Сабылған игенде ҡабартҡыс һәнәк менән әйләндерә торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҠАБАРТМА I (Р: лепёшка из кислого теста, испечённая в масле; И.: flat cake; T.: pide) и.
60