ҠАБАЛАНЫШЫУ
ҠАБАҠ VII (ҡабағы) и. диал. ҡар. ҡауаҡ I, 1. Ҡабаҡты бөтөрөү. Ҡабаҡты дауалау. Баш ҡабағынан еҫле аҡ сәскә ҡулланыла.
ҠАБАҠ К ҮҘ (Р.: глаза с пухлыми веками; И.: eyes with puffy evelids; T: şiş gözler) и. диал.
Ҡабарынҡы ҡабаҡлы күҙ. □ Глаза с пухлыми веками. Ҡабаҡ күҙ, ҡыҙыл йөҙ, туҙған сәс ине ул.
ҠАБАҠЛАНЫУ (ҡабаҡлан-) (Р.: завязываться; И.: set; T.: tane bağlamak) ҡ.
Ҡабаҡҡа (П, 2) тумалыу, ҡабаҡлы булыу. □ Завязываться, образовываться (о завязи тыквы). Баҡсала ҡабаҡтар ҡабаҡлана. Ҡабаҡтың сәскәһе ҡойолған, ҡабаҡлана башлаған саҡ ине.
ҠАБАҠСЫ (Р.: кабатчик; И.: publican; Т.: birahaneci) и. иҫк.
Ҡабаҡ (IV) тотҡан кеше. □ Кабатчик. Ҡабаҡсыны саҡырыу. Ҡабаҡсынан алыу. Н Ниғмәтулла оҙаҡ уйланып торғандан һуң ҡабаҡсыға китте. Я. Хамматов.
ҠАБАЛАН I (Р: торопливый; И.: hurried; T.: acele) с.
Етеҙлек, тиҙлек талап иткән; ашығып эш итеүсән. □ Торопливый, спешный, поспешный. Ҡабалан эш. Ҡабалан яуап. • Ҡабалан эшкә аҡыл кәрәкмәй. Мәҡәл. Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә. Әйтем.
ҠАБАЛАН II (Р: спешно; И.: hurriedly; T: ivedilikle) р.
Йәһәт, тиҙ, етеҙ, тиҙ генә. □ Спешно, торопливо, впопыхах, поспешно. Ҡабалан кейенеү. Ҡабалан атлау. Ҡабалан ашау. ■ [Ҡасьянов] ҡабалан ғына яҙған телеграммаһын ебәргәндән һуң да тыныслана алманы. Я. Хамматов.
ҠАБАЛАНА-ҠАБАЛАНА (Р: спешно;
И.: in a hurry; T: acil) р.
Тиҙ генә, йәһәт. □ Спешно, торопливо. Ҡабалана-ҡабалана кейенеү. Ҡабалана-ҡабалана һөйләү. М Ишек алдында Зөлфиә менән һөйләшкән иренең тауышын ишетеп, Фәтхиә ҡабалана-ҡабалана оҙаҡ илауҙан шәмәргән күҙҙәрен һөрттө. Я. Хамматов.
ҠАБАЛАНДЫРЫУ (ҡабаландыр-) (Р: торопить; И.: hurry; T: acele ettirmek) ҡ.
Тиҙ ҡуҙғалырға, йәһәт эшләргә өндәү; ашыҡтырыу. □ Торопить, поторапливать, подгонять. Балаларҙы ҡабаландырыу. Эште ҡабаландырыу. ■ Мәғфүрә уларҙы ҡабаландырһа ла, Хәмдиә менән Бәҙи ыжламанылар ҙа. Һ. Дәүләтшина. Егеттән алда барған Михаил уны [Хисмәтулланы] ҡабаландырҙы. Я. Хамматов.
ҠАБАЛАН-ҠАРҺАЛАН (Р: спешно;
И.: in a hurry; T: ivedilikle) р.
Тиҙ-тиҙ, ашыҡ-бошоҡ. □ Спешно, торопливо, второпях, наспех. Ҡабалан-ҡарһалан ашау. ■ [Сәмиғ] будильник тауышына уянып, һикереп тора ла ҡабалан-ҡарһалан ҡырына, ауыҙын бешерә-бешерә эҫе сәй эсә, сумкаһына булка менән колбаса тығып эшенә йүгерә. Т. Ғиниәтуллин.
ҠАБАЛАНСЫҠ с. диал. ҡар. ашығыу-сан. Ҡабалансык кеше. Беҙҙең нәнәй бик ҡабалансыҡ кеше булған.
ҠАБАЛАНЫУ (ҡабалан-) (Р: спешить;
И.: hurry; T: acele etmek) ҡ.
Тиҙ-тиҙ йәһәтләп ҡуҙғалыу; ашығыу. □ Спешить, торопиться, поторапливаться. Автобусҡа ҡабаланыу. Эшкә ҡабаланыу. Ҡабаланып йөрөү. Н Айбулат, Мурзиндың был һүҙҙәренән һуң, ҡапыл ҡабалана башланы. Һ. Дәүләтшина. Яңылыш һүҙ ысҡындырып эште боҙоуҙан шикләнгән Сөләймән яуап ҡайтарырға ҡабаланманы. Я. Хамматов. • Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған. Әйтем.
ҠАБАЛАНЫШ (Р: наспех; И.: in a hurry; T: aceleyle) р. диал.
Ашыҡ-бошоҡ, ҡабаланып. □ Наспех. Ҡабаланыш эшләгән. Тары ҡабаланыш урылған, унда-бында тары көлтәһе күренә.
ҠАБАЛАНЫШЫУ (ҡабаланыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡабаланыу, взаимн. от ҡабаланыу. Ҡабаланышып кейенә башланылар. Ҡабаланышып сығып киттеләр. Ҡабаланышып китеп баралар.
59