ҠАБАҠ
ҠАБАҠ I (ҡабағы) (Р.: обрыв, рытвина, впадина; И.: crevice; T.: uçurum) и.
1. Емерелеп, һөҙәкләнеп, үлән, ағас үҫеп бөткән яр; ҡашлаҡ. □ Обрыв, скат. Ҡабаҡ башы. Ҡабаҡ башына менеү. Ҡабаҡ аҫтындағы күл.
2. диал. Үр, ҡалҡыу урын. □ Возвышенность. Ҡабаҡта урынлашыу. ■ Ҡабаҡ баштарына баҫып ҡарап ҡалдым, балам бәғерем яуға киткәндә. Йырҙан.
ҠАБАҠ II (ҡабағы) (Р.: тыква; И.: pumpkin; T.: kabak) и. бот.
1. Оҙон елеле, эре һары сәскәле, эре йомро йә оҙонса йәшелсәле баҡса үҫемлеге. □ Тыква. / Тыквенный (лат. Cucurbita pepo). Ҡабаҡ ултыртыу. Ҡабаҡ сәсеү. Ҡабаҡҡа һыу һибеү.
2. Шул үҫемлектең йәшелсәһе. □ Тыква. / Тыквенный. Ҡабаҡ турау. Ҡабаҡ бутҡаһы. Ҡабаҡ бәлеше бешереү.
♦ Ҡабаҡ баш аңра, миңрәү кеше. □ Глупый человек. Ҡабаҡ баш әҙәм. Ҡабаҡ бәлеше бешмәгән, эшкә инмәгән, ебегән, йомшаҡ кеше. □ Растяпа. Ҡабаҡ бәлеше булды инде.
ҠАБАҠ III (ҡабағы) (Р: веко; И.: eyelid; T: göz kapağı) и. анат.
Күҙҙең ҡаштан түбәнге өлөшө; күҙ ҡабағы. □ Веко, веки. Ҡүҙ ҡабағы шешеү. Күҙ ҡабағын күтәреү. М Уртансы бисә Ғәзимә ғәҙәттәге һытыҡ сырайы менән Мәғфүрәгә, һүҙ ҡушмай, ҡабағын тексәйтеп бер генә күҙ һалды ла үҙ алдына ҡуйылған бер оло табаҡ итте турауында булды. Һ. Дәүләтшина. Уға [Юлдашҡа] Ғәбит ағайҙың ябай ғына костюмы ла, ҡаҡса ғына оҙон кәүҙәһен һикертә биреп, еңел генә атлап йөрөүе лә, һалыныбыраҡ төшкән өҫкө ҡабағы аҫтынан һынаусан, иғтибарлы ҡарап, бөтә нәмәне күреп торған яғымлы ҡарашлы ҡуңыр күҙҙәре лә, хатта уның маңлайына, күҙ тирәләренә һибелгән бик күп ваҡ йыйырсыҡтар ҙа үтә килешле, һәйбәт булып күренде. 3. Биишева. • Ирҙе ҡабағынан һына. Әйтем. Ат алһаң, баш менән түш ал, ҡыҙ алһаң, ҡабаҡ менән ҡаш ал. Мәҡәл.
♦ Ҡабағын һалындырыу асыуҙы йөҙгә сығарыу. □ Проявление гнева, злобы на лице. Ҡабаҡ аҫтынан һөҙөп, асыулы итеп (ҡарау). □ (Смотреть) сердито, исподлобья. М Наҡышев, ҡабаҡ аҫтынан күҙҙәрен тексәйтеп, баш инженер Мор-дерға ҡараны. Я. Хамматов. Ҡабаҡ күтәреү тормошто еңеләйтеү; бауыр күтәреү. □ Встать на ноги, окрепнуть (о здоровье, хозяйстве и т. п.). ■ Минең тик-тик кенә ҡабаҡ күтәргән саҡ ине. М. Ҡулаев. Ҡабаҡҡа ҡарыш ҡар яуҙырыу төҫкә асыу сығарыу. □ Сердиться. Ҡабағыңа ҡарыш ҡар яуҙырып, йәмрәйеп ҡарайһың. Ҡабаҡтан ҡар яуҙырыу төҫкә асыу сығарыу. □ Проявление гнева, злобы на лице. Ҡабаҡтан ҡар яуҙыра ғына. • Өй эсендә ҡабағыңдан ҡар яуҙырма, асыуыңа юл биреп, йылы ояңды туҙҙырма, юҡ талашҡа юл ҡуйып. Әйтем. Ҡабаҡ төйөү томһайыу, ҡаш төйөү. □ Нахмуриться. Ҡабаҡ төйөп ҡарай. Ҡабаҡты емереү асыуланып, ҡаш аҫтынан ҡарау. □ Смотреть сердито, исподлобья. Бик ныҡ асыулы, ҡабағын емереп ҡарай. Ҡабаҡ һалыныу кәйефһеҙләнеп, ҡайғырып йөрөү. □ Опечалиться. Күптән инде ҡабағы һалынған.
ҠАБАҠ IV (ҡабағы) [рус. кабак < төрки телдәрҙән] (Р.: кабак; И.: tavern; T.: meyhane) и. иҫк.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә иң түбән дәрәжәләге эскелек йорто. □ Кабак. Кабакҡа саҡырыу. Кабакҡа барыу. М Хис-мәтулланы, көслөк менән тигәндәй, ҡабаҡҡа алып инделәр. .. Ҡабаҡ геүләп тора. Я. Хамматов. • Тамаҡһау үлеме — тамаҡтан, эскесе үлеме — ҡабаҡтан. Әйтем.
ҠАБАҠ V (ҡабағы) (Р: чешуя рыбы; И.: fishscale; T.: kabuk) и. диал.
Балыҡ тәңкәһе. □ Чешуя рыбы. Балыҡ ҡабағын таҙартыу. Яр буйында усаҡ, ҡалған утын, балыҡ ҡабағы бында яңы ғына кеше булғанын күрһәтә ине.
ҠАБАҠ VI (ҡабағы) и. диал. ҡар. ҡабыҡ 1,1. Лимон ҡабағы. Картуф ҡабағы.
58