Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 647


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫБЫРЛАУ
ҠЫБЛА и. диал. ҡар. ҡибла. Я Беренсе кук кукрәу ҡыбла яғынан булһа, иген уңыр. Һынамыш. Болот ҡыблаға табан барһа, көн аяҙытыр, һынамыш.
ҠЫБЛАМА (Р.: компас; И.: compass; Т.: pusula) и. иҫк.
Йүнәлеште күрһәтә торған магнит телле ҡорал. □ Компас. Урманда аҙашмаҫ өсөн уҙең менән ҡыблама алырға кәрәк.
ҠЫБЫ (Р: плавники; И.: fins; T.: yüzgeç) и. диал.
Балыҡ йөҙгөсө. □ Плавники (у рыбы). Балыҡ ҡанатын Мейәс, Арғаяш яҡтарында ҡыбы тиҙәр.
ҠЫБЫЛЙЫТЫУ (ҡыбылйыт-) (Р: обижать; И.: offend; hurt; T.: gücendirmek) ҡ. диал.
Ҡыйырһытыу, кәмһетеү. □ Обижать. Кешене ҡыбылйытыу.
ҠЫБЫЛЙЫУ (ҡыбылйы-) (Р: переливаться; И.: opalesce; T.: ışıldamak) ҡ. диал.
Йымылдау, йым-йым итеү. □ Сверкать, мерцать, переливаться. Ҡыбылйып куренеу.
ҠЫБЫРҘЫҠ (Р: медлительный; И.: dawdling; T.: yavaş) с. диал.
Ығыш, яй. □ Медлительный; копотливый. Кыбырҙыҡ кеше.
ҠЫБЫР-ҠЫБЫР (Р: подражание шевелению; И.: sound imitative word; T.: kıpır kıpır) оҡш.
Еңелсә тегеләй-былай хәрәкәт иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание шевелению. Кыбыр-ҡыбыр итеу.
ҠЫБЫР-ҠЫБЫР КИЛЕҮ (ҡыбыр-ҡыбыр кил-) (Р: шевелиться; И.: stir; T.: kıpırdamak) ҡ.
Урында ятҡан, торған йәки ултырған килеш хәрәкәтләнә башлау; ҡыймылдау. □ Шевелиться, приходить в движение. Шәберәк ҡыбыр-ҡыбыр килеу кәрәк. Кыбыр-ҡыбыр килеп эшләп йөрөу.
ҠЫБЫРЛАТЫУ (ҡыбырлат-) (Р: шевелить; И.: stir; T.: kıpırdatmak) ҡ.
Бер аҙ хәрәкәтләндереү, аҙ ғына хәрәкәт иттереү; ҡуҙғатыу, ҡыймылдатыу. □ Шеве
лить, заставлять шевелиться, двигаться, дрожать. Кулды ҡыбырлатыу. Бармаҡтарҙы ҡыбырлатыу. Я Ул [Ҡыҙырас] малайҙарҙы көлдөрөр өсөн ҡолаҡтарын ҡыбырлатып өйрәткәйне. 3. Биишева. Шул ҡуйы зәңгәр куккә ҡарап шым ғына ятыуы ҡалай рәхәт. Тәнде мамыҡ өйөмө менән баҫтырып ҡуйғандар төҫлө, бармаҡты ла ҡыбырлатҡы килмәй. Картотека фондынан. • Ҡылысты ҡул ҡыбырлата. Әйтем.
♦ Ҡолаҡ ҡыбырлатҡан мал юҡ бер ниндәй ҙә мал юҡ тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ соотв. Нет ни одной (никакой) скотины. ■ Кәртәлә ҡолаҡ ҡыбырлатҡан мал юҡ, ашар-эсергәлә бөткән. Әкиәттән. Ҡыл да ҡыбырлатмау булған эште эшләмәй тик йөрөү.
□ соотв. И пальцем не шевельнуть. Я Ай, әттәгенәһе, аптырамағыҙсы юҡҡа! Ҡыл да ҡыбырлатмай нисек туҙеп ятмаҡ кәрәк! X. Назар.
ҠЫБЫРЛАУ (ҡыбырла-) (Р: шевелиться; И.: stir, move; T.: kıpırdamak) ҡ.
1. һиҙелер-һиҙелмәҫ хәрәкәтләнеү, хәрәкәткә килеү; ҡуҙғалыу, ҡыймылдау. □ Шевелиться, пошевельнуться. Ҡыбырлап тороу. Ҡыбырламай ултырыу. Я Был сәйер һөйләшеу ҙә, ҡуйынында йылынып йоҡлап киткән бесәй балаһының ҡыбырлап ҡуйыуы ла, уҙенең бер нисә минут элек кенә белмәгән дә курмәгән дә кешегә бауыр баҫып, бауланғандай артынан эйәргәне лә Дилбәргә кинолағы кеуек тойола. Г. Ғиззәтуллина. Сабынлыҡҡа етеп, ҡырҡым башына барып баҫҡас, әсәйем салғымды тағы бер тикшереп сыҡты: ҡыбырламаймы, һапҡа тотҡа минең кәуҙә өсөн дөрөҫ ултыртылғанмы, салғы һоноҡ тугелме? Быларҙы әсәйем бик белдекле ҡиәфәт менән эшләй. Н. Мусин.
2. кусм. Эш эшләгәндә, йөрөгәндә хәрәкәтләнеү; ҡуҙғалыу. □ Шевеление. Йылдам ҡыбырлау. Аҙ ғына ҡыбырлау. Ҡыбырларға ялҡауланыу. • Ҡыбырлаһаң — ҡыр артылыр. Мәҡәл.
647