Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 646


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЯНСЫЛЫҠ
ҠУЯНСЫЛЫҠ (ҡуянсылығы) (Р.: кролиководство; И.: rabbit breeding; T.: tavşancılık) и.
Ҡуян аҫрау менән шөғөлләнгән тармаҡ.
□ Кролиководство. Ҡуянсылыҡ менән шөғөлләнеү килемле эш түгел.
ҠУЯНТАБАН (Р.: заячья лапка; И.: deer's foot fern, hare's foot fern; T.: davallia, bir bitki türü) и. бот.
Ҡаҙаяҡҡа оҡшаған, йөнтәҫ тамыры ер өҫтөнә йәки һауыт тышына сығып торған тиҙ үҫә торған күп йыллыҡ тропик үҫемлек.
□ Заячья лапка, даваллия (лат. Davallia) (род многолетних быстрорастущих экзотических на вид папоротников. Привлекают внимание своими мохнатыми, коричневато-рыжими корневищами, которые перевешиваются через край горшка, и из-за которых она получила название «заячья лапка»). ■ Ҡуянтабан — дым яратыусы үҫемлек, шуға күрә декоратив сәскә итеп үҫтергәндә һауаның дымлылығы 55—60 % булырға тейеш. Ҡуянтабан Азияла, Ҡытайҙа, Японияла үҫә, Рәсәйҙә оранжереяларҙа осратырға мөмкин. Интернет селтәренән.
ҠУЯНТУБЫҠ (ҡуянтубығы) (Р.: бутень Прескотта; И.: chervil; T.: frenkmaydanozu) и. бот.
Япрағы менән тамыры кишергә оҡшаған ашай торған үлән; ҡыр кишере. □ Бутень Прескотта (лат. Chaerophyllum). М Ғәҙебәк тә Насир йөрөгән саҡта ҡуянтубыҡ булды аштары. Халыҡ йырынан, һәр ауыл кешеһенең баҡсаһында үҫкән кишерҙең тәү атаһы булған ҡуянтубыҡ ҡар аҫтынан уҡ йәшел булып килеп сыға. «Йәшлек», 3 март 2009 йыл.
ҠУЯН УЙЫНЫ (Р: игра «Зайцы»; И.: kind of Bashkir children’s game; T.: çocuklar oyunu) и.
Балалар уйыны (түңәрәк һыҙалар; шуның эсендә «ҡуяндар» тора, түңәрәк тышында «бүре» була; йөрөргә сыҡҡан «ҡуяндар»ҙы «бүре» баҫтыра, улар кире түңәрәк эсенә
инеп ҡотола; тотолған «ҡуян» «бүре»гә әйләнә — урындарын алмашалар). □ Игра «Зайцы». Ишек алдында бер нисә бала ҡуян уйыны уйнай.
ҠУЯН ЯБАЛАҒЫ I (Р: белая сова; И.: snowy owl; T.: baykuş) и. зоол.
Төҫө аҡ, ҡара таптар, төрткөләр менән сыбарланған, ябалаҡтар отрядына ҡараған ҡаҙ ҙурлығындағы ҡош (иң ҙур ябалаҡ); аҡ ябалаҡ, аҡ сая. □ Белая сова (лат. Bubo scandiacus, Nyctea scandiaca). М Ҡуян ябалағы башҡа ябалаҡтарҙан аҡ төҫө, ҙурлығы менән айырыла. Э. Ишбирҙин. Ҡуян ябалағы урман, ҡая таштар, упҡындар, мәмерйәләрҙә йәшәй. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. Интернет селтәренән.
ҠУЯН ЯБАЛАҒЫ II (Р: филин; И.: eagle owl; T: puhu kuşu) и. зоол. диал.
Ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған буй ҡара таплы, һорғолт ерән төҫтәге ҡолаҡлы эре йыртҡыс ҡош; өкө. □ Филин (лат. Bubo bubo). ■ Ҡуян ябалағы ағасҡа йәбешергә тырышып, тырнаҡлы табаны менән алға ынтылды. Я. Хамматов.
ҠУЯС и. бот. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ. Ҡуяс эҙләү. Ҡуяс соҡоу. Ҡуяс ашау.
ҠЫ (Р: ведь, же; И.: affirmative and intensifying particle; T: ki) мөн. диал.
Бит (раҫлауҙы белдергән һүҙ). □ Ведь, же (утвердительное модальное слово). Тышҡы яҡты йыуам әле ҡы.
ҠЫБАЛАМА и. ҡар. ҡыблама. Ҡыбала-ма ҡарап табыу.
ҠЫБАУ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Кыбау (название родового подразделения башкир). Ҡыбау аймағы башҡорто. Ҡыбау аймағына ҡараған урам. Ҡыбау аймағына ҡарау.
646