Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 651


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘАШ
ҠЫҘАРТЫУ (ҡыҙарт-) (Р.: окрашивать, красить в красный цвет; И.: rouge; T.: kırmızı etmek) ҡ.
1. Ҡыҙыл төҫкә индереү; ҡыҙыл итеү.
□ Окрашивать, красить в красный цвет. Ҡояш офоҡто ҡыҙартты. Иренде ҡыҙартыу.
2. кусм. Уңайһыҙлыҡ хисе уятыу; оялтыу.
□ Стыдить, пристыдить, сконфузить, заставить краснеть, вгонять в краску. Йөҙҙө ҡыҙартыу. Битте ҡыҙартыу. Кешеләр алдында ҡыҙартыу. • Үҙ битен аямаған — кеше битен ҡыҙартҡан. Мәҡәл.
ҠЫҘАРЫНЫП БҮРТЕНЕҮ (ҡыҙарынып бүртен-) (Р.: багроветь; И.: grow/turn crimson; T.: kıpkırmızı olmak) ҡ. һөйл.
Ҡып-ҡыҙыл булып бүртенеү. □ Багроветь. Асыуҙан ҡыҙарынып буртенеу. ■ Ҡы-ҙарынып-буртенеп, ҡаҙан тирәһендә бешеренеп йөрөгән Хәйерниса еңгә, һис көтмәгәндә Сабирҙың килеп инеуен кургәс, аптырап китте. Д. Исламов.
ҠЫҘАРЫНЫУ (ҡыҙарын-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡыҙарыу 2, 4. возвр. от ҡыҙарыу 2, 4. Тулҡынланыуҙан ҡыҙарыныу. Оялыштан ҡыҙарыныу. Ш Уцайһыҙланыуынан еңелсә ҡыҙарынып, Мөхәммәтсәлим атаһы менән әсәһе ултырған яҡҡа боролоп ҡараны. Я. Хамматов. Уцайһыҙланыуынан ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарынған Миңлеғәле, урынында борғоланып, аҡлана башланы. Картотека фондынан. Фатима ҡыҙарынды, уның йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайыу куренде. Ж. Кейекбаев. Самат Сафарович ҡыҙарынды, куҙлеген сисеп, курәш куҙҙәре менән баш врачҡа тоғро ҡараш ташланы. Д. Бүләков.
ҠЫҘАРЫП КҮРЕНЕҮ (ҡыҙарып күрен-) (Р: краснеть; И.: show red; T.: kızarmak) ҡ.
Ҡыҙыл булып күренеү. □ Краснеть. Ҡояш (сыҡҡанда йәки байығанда) ҡыҙарып куренеу. Уның битендә йөй ҡыҙарып куренә ине.
ҠЫҘАРЫУ (ҡыҙар-) (Р.: краснеть; И.: redden, turn red; T.: kızarmak) ҡ.
1. Ҡыҙыл төҫкә инеү, ҡыҙыл булыу.
□ Краснеть, алеть. Балан ҡыҙарыу. Офоҡ ҡыҙарыу. Саған япраҡтары ҡыҙарыу. ■ Аҡ йургәктәй, ай ҡул болғап бата, мәшриҡ яҡта офоҡ ҡыҙара. Т. Ғәниева. • Киске шаңдаҡ ҡыҙарһа, киленем ул тапҡандай, иртәнге шаңдаҡ ҡыҙарһа, илем яуға сапҡандай. Мәҡәл.
2. Ҡан һауып йәки ҡан йүгереп, ҡыҙыл булыу. □ Краснеть, покраснеть, зарумяниться. Асыуҙан ҡыҙарыу. Бурлаттай ҡыҙарыу. Ҡыҙарып янып тороу. Уттай ҡыҙарыу.
3. Өлгөрөп бешеү, ҡыҙыл төҫкә инеү.
□ Краснеть, созревая (о плодах). Ҡыҙарып бешеу. Сейә ҡыҙара башлаған. Еләктәр ҡыҙарған.
4. Уңайһыҙланып, оялып, ҡыҙыл булыу.
□ Покраснеть. Йөҙ ҡыҙарыу. Ҡул ҡыҙарып тороу. Танау ҡыҙарып тороу. Оялыштан ҡыҙарыу. ■ Ошонда ер тишеге булһа, шунда инеп китергә әҙер тора ине Линер, оялышынан башын тубән эйҙе, уҙе бурҙаттай ҡыҙарҙы. Д. Бүләков. • Оялмаған кеше өсөн ояттың йөҙө ҡыҙарыр. Әйтем.
ҠЫҘАРЫШЫУ (ҡыҙарыш ) ҡ. урт. ҡар. ҡыҙарыу, взаимн. от ҡыҙарыу. Балалар мунсанан ҡыҙарышып сыҡтылар. Помидорҙар ҡыҙарышып ултыра.
ҠЫҘАУ [рус. кузов] (Р: кузов; И.: basket; bast basket; T: sepet) и. диал.
Ҡабыҡтан яһалған ҡул кәрзине; тубал.
□ Кузов, кузовок, лукошко. Я Туғыҙаҡ әбей туғыҙ улына туғыҙ йукә ҡыҙау биреп урманға ебәрҙе, ти. «Ек Мәргән».
ҠЫҘАШ (Р: кузнец по холодной обработке металла; И.: smith who works up cold metal; T.: demirci) и.
Ут ҡулланмай тимерҙән сүкеп төрлө нәмә эшләү оҫтаһы; һыуыҡ тимерсе. □ Кузнец по холодной обработке металла. ■ Ҡыҙаштың тимерҙән төрлө нәмәләрҙе ҡойоп ҡуйған
651