Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 652


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘ БАЛА
кеуек итеп яһап ҡуйыу ына һоҡланып туймаҫһың. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘ БАЛА (Р.: девочка; И.: girl; maid; T.: kız çocuk) и. диал.
1. Тыуғандан алып балиғ булғанға тиклем йәштәге ҡыҙ; йәше бәләкәй ҡыҙ. □ Девочка (срождения до совершеннолетия). Ҡыҙ бала тыуған. Тәжрибәһеҙ ҡыҙ бала. Я Ҡыҙ бала уҙе сибәр, уңған, .. бик тәуфиҡлы икән. Ф. Иҫәнғолов. Алһыу куршенән уҙе тиңле бәләкәс ҡыҙ бала эйәртеп ҡайтҡан. С. Агиш. Мәғфиә килен йыл һайын бер ир йәки ҡыҙ бала тыпылдатып тапты ла торҙо. Б. Бикбай. Йәшел генә сана, һай, ҡушауа, ҡыҙ балаҡай куреп ушана. Халыҡ йырынан. Бер уҡ юлыҡмаһын ҡыҙ бала ҡәҙер белмәҫ һаҡһыҙ ҡулдарға. Ә. Таһирова. Ҡыҙ бала кеуек тәртипле генә ултырғаны, шәкәрен кетерләтеп, сәйен сынаяҡ аҫтынан аҙлап ҡына уртлап эскәне Хәбир булыр. В. Нафиҡов. .. Донъяһы ҡорбан һиңә, әй, йәнле идеал — ҡыҙ бала. Ш. Бабич. • Ҡыҙ бала — өй зиннәте. Мәҡәл. Ҡыҙ бала — ҡараңғыла атҡан уҡ. Мәҡәл. Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына. Мәҡәл. Ҡыҙ бала төшкән ерендә таш булып батһын. Әйтем. Ҡыҙ баланың сибәр булыуы яҡшы. Әйтем. Ҡыҙ баланы ҡыҙыл эт ҡойроғона бәйләһәң дә китер. Әйтем. Ҡыҙ балаға һуҙ әйтмәгеҙ, ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына. Әйтем. Ҡыҙ баланы еткәс тапшырған яҡшы. Әйтем. Ҡыҙ баланың аты эйәрле, башы бәйле. Әйтем. Ҡыҙ баланың дәрте кукрәктә, ир баланың дәрте йөрәктә. Әйтем.
2. Ҡайынһеңле. □ Золовка. Я Минең өс ҡыҙ балам булды, улар менән апалы-һеңлеле кеуек йәшәнек. Ф. Сәлимова.
ҠЫҘ БИРЕҮ (ҡыҙ бир-) (Р.: выдать девушку замуж; И.: give for a wife; T: kız vermek) ҡ. этн.
Ҡыҙ баланы кейәүгә биреү. □ Выдать девушку замуж. Фәниләләр ҡыҙ бирҙеләр. • Атаһыҙға ат бирмә, инәһеҙгә ҡыҙ бирмә. Мәҡәл. Ҡыҙҙы биреуеңә ҡыуанма, тороуына ҡыуан. Мәҡәл. Атаһын кур ҙә улына ҡыҙ бир.
Мәҡәл. Ҡыҙ биргән ергә ебәктән дә йомшаҡ бул. Мәҡәл. Ҡилен алһаң, уҙеңдән юғарыны ал, ҡыҙ бирһәң, уҙеңдән тубәнгә бир. Мәҡәл. Яҡынға ҡыҙ бирһәң — тоҡ-тоҡ хәбәр килер, йыраҡҡа ҡыҙ бирһәң — тоҡ-тоҡ кус-тәнәс килер. Мәҡәл.
ҠЫҘҒАН (Р: раскалённый; И.: red-hot; incandescent; T: kızgın) с.
1. Ныҡ ҡыҙып киткән. □ Раскалённый, горячий. Ҡыҙған таба. Ҡыҙған мейес.
2. кусм. Ярһыған, сиктән тыш асыуланған. □ Раздражённый, разгорячённый, разгневанный (о человеке). Ҡыҙған кеше. Ҡыҙған баш. Ҡыҙған егет.
ҠЫҘҒАН Д ЫРЫУ (ҡыҙғандыр-) ҡ. эйһ. ҡар. ҡыҙғаныу, безл. от ҡыҙғаныу. Анау кәртәләге малды ҡыҙғандыра. Аҡсаны ҡыҙған-дыра. Донъя малын ҡыҙғандыра. Машинаны былай ғына бирергә ҡыҙғандыра. Я Ҡуҙҙәрем алдында илап, ярлы меҫкендәр утә, ярлыларҙы ҡыҙғандыра, йәш куңелде әрнетә. Ш. Бабич.
ҠЫҘҒАНСЫҠ I (Р: ревнивый; И.: covetous; T: kıskanç) с.
1. Берәй кешелә йәки нәмәлә ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөк күреп, көнләшкән, көнсөл. □ Ревнивый, завистливый. Ҡыҙғансыҡ ҡатын. Ҡыҙғансык кеше. Я Егеттең айғырына һоҡланыу ғына тугел, бик яман көнләшә лә башланылар, ти, ҡыҙғансыҡ кешеләр ҙә бихисап булып киткән. Әкиәттән.
2. Яратҡан кешеһен икенсе берәүҙән көнләшеүсән, ҡыҙғаныусан, көнсөл. □ Ревнивый. Ҡыҙғансыҡ ир. Ҡыҙғансыҡ кейәу. Я Ҡыҙғансыҡ булыу — ҡыҙғаныу тигәнгә тура килә. Картотека фондынан.
ҠЫҘҒАНСЫҠ II (Р: скупой; И.: greedy; avaricious; T: kıskanç) с. диал.
1. Кешенән нәмәһен ҡыҙғанған; һаран, ҡарун, ҡормош. Я Скупой, жадный, прижимистый. Ҡыҙғансыҡ кеше. • Ҡыҙғансыҡтың ашы ҡарынды ауырттырыр. Әйтем.
2. диал. Тар күңелле. □ Завистливый. Н Ҡыҙғансыҡтың куңеле генә тугел, эсе лә
652