Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 653


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘҒАНЫСЛЫ
тар, тиҙәр беҙҙең ауылда. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘҒАНЫС I (Р.: жалкий; И.: pitiful, pitiable; T.: acınacak) с.
1. Йәлләү тойғоһо уятҡан, аяныслы, меҫкен. □ Жалкий. Ҡыҙғаныс кеше. ■ Әйләнә-тирә тып-тын, фәҡәт тау битендә генә ҡыҙғаныс тауыш менән ағас шығырлай. А. Абдуллин. [Рәйсә:] Нимә эшләйем инде?.. Ҡыҙғаныс кеше һин, Фәйзи. Н. Асанбаев. Бына бит, Рәсәй тип тә һуғышты Имәнғәле, халҡы өсөн дә алышҡа сыҡты, шул изге юлда ҡорбан булып ҡалды, батыр тигән исеме лә бар ине, ә ғаиләһе ниндәй ҡыҙғаныс хәлдә. Н. Мусин. Ҡеше һәр саҡ уйланған, яҡшыға, яҡтыға ынтылған, шуның өсөн көрәшкән. Бер ҡасан да уҙенең ҡыҙғаныс хәле менән килешеп йәшәмәгән. 3. Биишева.
2. Үкенесле, йөрәк әрнеткес, ҡайғылы. □ Досадливый; жалкий, печальный. Ҡыҙғаныс хәл. Ҡыҙғаныс куренеш. ■ Тулыбай, куҙҙәрен ҙур асып, ҡыҙға ҡараны, йөҙөндә ҡыҙғаныс һыҙаттар барлыҡҡа килде. Д. Бүләков.
3. диал. ҡар. ҡыҙғансыҡ II, 1. ■ Ҡарун, ҡормош кешеләрҙе беҙҙә ҡыҙғансыҡ, хатта ҡыҙғаныс кеше тип йөрөтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘҒАНЫС II (Р: жалко; И.: it is a pity, pitifully; T.: acınacak)/?.
Йөрәк әрнеткес, йәлләткес рәүештә, ҡыҙғаныслы итеп. □ Жалко. Ҡарауы ҡыҙғаныс. Ҡыҙғаныс итеп йылмайыу. М Шинель салғыйҙарын ялбырлатып, ҡултыҡ таяҡтарына таянып атлап килгән саҡта, был ҙур кәуҙәле, ерән мыйыҡлы, шаян һуҙле алсаҡ кеше [Хәсән ағай] Сәлимәгә бик ҡыҙғаныс тойола.
3. Биишева. Аҙна буйына һалҡын ҡыуышта аслы-туҡлы бер яңғыҙы йәшәгән был етем малай миңә ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс булып китте. Ф. Әсәнов. Вафатына бер аҙна булды инде, — тине Шәрәф. — Эйе, эсәйең ҡыҙғаныс, ҡайтып өлгөрмәнең. Б. Бикбай. Өтәләнеп сәй әҙерләгән Минзифаһы Сәхип-
гәрәйгә бик ҡыҙғаныс куренде, уға ҡарап: «Яңғыҙына, ысынлап та, ҡыйын буласаҡ. Иң олоһона, Фәниәгә, һигеҙ йәш кенә тулды, Гөлфиәгә — алтынсы, Зәбирәгә — дуртен-се йәш, ә бәләкәсе, исмаһам, ашарына һорай ҙа белмәй бит әле», — тип уйға сумды. Я. Хамматов.
ҠЫҘҒАНЫС III (Р: жаль; И.: it’s a pity; T.: maalesef) инш.
Нимәгәлер үкенес белдергәндә әйтелә.
□ Жаль. ■ [Йәғәфәр:] Ҡыҙғаныс, беҙ сауҙагәрҙәр эшенә ҡыҫыла алмайбыҙ шул. Н. Асанбаев. Ҡыҙғаныс, кеше аҙ, бик аҙ йәшәй. Д. Бүләков. .. һәм шундай... улем! Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Т. Ғарипова.
ҠЫҘҒАНЫСҠА ҠАРШЫ (Р: к сожалению; И.: unfortunately; I regret to say; T.: maalesef) инш.
Нимәгәлер үкенес белдергәндә әйтелә. □ К сожалению. ■ һөйләйһе һуҙе куп ине ҡарттың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ваҡыт әҙ булды. Ә. Хәкимов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик оҙаҡ ул [Зәкиә] яугир әхирәтенең адресын белә алмай яфаланды. Ф. Сәлимова. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин — ер кешеһемен, етмәһә тигеҙ ер кешеһемен. Ә һин — тау ҡыҙы, болоттар араһында уҫкән ҡыҙ. М. Кәрим.
ҠЫҘҒАНЫСЛЫ (Р: жалкий; И.: miserable; pitiful; T.: acınacak) с.
1. Йәлләү тойғоһо уятҡан; үкенесле.
□ Жалкий, плачевный, горестный. Ҡыҙғаныслы ҡараш. Ҡыҙғаныслы йылмайыу. Ҡыҙғаныслы тауыш. ■ Харис, баш кейемен һалып, һуҙһеҙ генә тургә уҙа, ҡыҙғаныслы ҡараш менән Рәйсәгә ҡарап тора, тәмәке көйрәтә. Н. Асанбаев. «Хәмиҙә әбейҙәр һау ҡайттылармы икән?» — тип йомшаҡ ҡына, ҡыҙғаныслы тауыш менән һораны Әхмәт. С. Ҡудаш.
2. Ауыр кисерештәр уятҡан, фажиғәле.
□ Жалкий, трагический. Ҡыҙғаныслы ваҡиға. Я Ә был [Фәтих] уҙ башынан уткән ҡыҙғаныслы, ауыр ваҡиғаларҙы көлкө итеп һөйләй. С. Агиш. Был ҡурҡыныс һәм ҡыҙға
653