Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 654


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘҒАНЫУ
ныслы күренеш йәшен тиҙлеге менән Сөнә-ғәттең башынан үтте. Ж. Кейекбаев.
ҠЫҘҒАНЫУ (ҡыҙған-) (Р.: жалеть; И.: pity; T.: acımak) ҡ.
1. Ауыр хәлдә күреп, аяп, әсенеү; йәлләү. □ Жалеть, пожалеть кого, что.// Жалость. Йәтим баланы ҡыҙғаныу. Көстө ҡыҙғаныу. М Емеште үтә ҡыҙғанды, уға үҙенең бер ярҙам да итә алмауы өсөн көйөнөп тә һыҙланды уның [Бибештең] йөрәге.
3. Биишева. Байназаров был сабыйҙы эсе өҙөлөп ҡыҙғанды. М. Кәрим. Мин бәләкәй саҡта ауыл малайҙары менән һуғышып еңелһәм, ауыртынып иламай инем, бәлки, мине ҡыҙғанып, мине яҡлаусылар артһын өсөн илай торғайным. Ғ. Хәйри. Туйгилде ҡысҡыра торғас, тегеләр һөрәнләп атаһына үлем менән янағас, оло улы атаһын ҡыҙғаныптыр инде урмандан сыҡты, былар янына үҙе килде. Ғ. Хөсәйенов. Уйланым, уйланым да, ярай улайһа, мин әйтәм, үҙемдең ярҙамсым булырһың. Ну, һынатһаң, ҡара, малай, үпкәләштән булмаһын, кинйәм тип ҡыҙғанып тормам үҙеңде. Ф. Әсәнов. Баҫҡынсылар был яҡтарға уҡталғас, егет яуға киткән. Йәнен дә, тәнен дә ҡыҙғанмай һуғышҡан. Ш. Бикҡолов.
2. Ҡулдан ебәрергә, бирергә йәл күреү; йәлләү. □ Жалеть, скаредничать. Машинаһын ҡыҙғана. Атын ҡыҙғана. Аҡсаны ҡыҙғанмау. М Һөйләүҙә телең талмаған кеүек, көрәштә лә көсөңдө ҡыҙғанмаҫҡа тейешһең. А. Таһиров. Бик шәп, илгәҙәк бисә ине. Өйөндә булған бөтә тәмле-татлы ризығын минән ҡыҙғанманы. Я. Хамматов. Зилә ғәжәп тырыш ҡатын булып сыҡты: улы менән ире өсөн бер нәмәһен дә ҡыҙғанманы. Ф. Әсәнов. Әсәһе был көндө бөтә ҡыланыш һәм хәрәкәттәрен үҙгәртте: ашау-эсеү нәмәләрен ҡыҙғанманы, мул итеп тотона башланы. М. Ғафури. Ҡәҙерле ҡунаҡҡа һый-хөрмәт күрһәтеү өсөн, Сарыбай бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ат тояғын ҡыҙғанған ылауҙан ҡо
толмаҫ. Әйтем. Байҙың малын һаран ҡыҙғаныр. Әйтем. Ҡолағыңды ҡыҙғанып, башыңды киҫтермә. Мәҡәл. Ҡыҙғанғанды ҡыҙыл эт ашаған. Мәҡәл. Тәңре малын шайтан ҡыҙғанған. Әйтем. Ҡыҙғанғаның — ҡыҙыл эткә. Мәҡәл. Яҙғы атты ялсыңдан да аяма, көҙгө атты кейәүеңдән дә ҡыҙған. Мәҡәл.
3. диал. ҡар. көнләшеү 1. Я Ҡыҙғанмай ҙа, көнләшмәй ҙә, баҡһам, яратмай икән. Халыҡ йырынан. Ул быға тиклем Дауытты Гәзимәнән ҡыҙғанып ыҙалай ине, хәҙер быныһы .. ҡарсығы ... Т. Ғарипова.
ҠЫҘҒАНЫУСАН (Р: жалостливый, сострадательный, сердобольный; И.: pitiful; T: merhametli) с. һөйл.
1. Ауыр хәлдә күреп, йәлләүсән, аяусан, бауырмал. □ Жалостливый, сострадательный, сердобольный. Ҡыҙғаныусан кеше.
2. Нимәнелер башҡаларға бирергә теләмәгән, йәлләүсе, ҡарун. □ Жадный, скупой, скаредный. Спорт ҡорамалдарын ҡыҙғаныусан тренер.
3. Көнсөл, көнләшеүсән. □ Ревнивый. Ҡатынын ҡыҙғаныусан ир.
ҠЫҘҒАНЫШЫУ (ҡыҙғаныш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыҙғаныу, взаимн. от ҡыҙғаныу. Малдарын бер-береһенән ҡыҙғанышалар. ■ Халыҡ араһында ҡыҙғанышып аһ-уһ, гөж килеп алған арала, бер ҡалын кәүҙәле әҙәм сығып, Бәҙерғол ҡатарына баҫты. Ғ. Хөсәйенов. Старшина: «һай, молодец!» — тип ҡысҡыра, ә егеттең ауыҙынан ҡан аға. Башҡорттар телдәрен шартлаттылар, ҡыҙғаныштылар. Картотека фондынан.
ҠЫҘҒАТАУ (Р: большой веретенник; И.: sandpiper; T: su çulluğu) и. зоол.
Көйөлдө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған мөгөҙ һымаҡ супайлы, оҙон моронло, оҙон аяҡлы, ҡара һоро төҫлө һаҙ ҡошо. □ Большой веретенник (лат. Limosa limosa). Ҡыҙғатау йомортҡаһы. Инә ҡыҙғатау. Ҡыҙғатауҙар тубы. И Туҡтамыш ингәс ҡамышҡа, саптырҙаған тауышҡа ҡыҙғатау,
654